ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘЛӘР

Ҡарға бер ҡара

Күктән сайҡала-сайҡала осоп төшкән һәм аяҡтарыбыҙ аҫтында тапалған ҡар бөртөктәренең шәкелдәре шундай гүзәл, был гүзәллек ҡаршыһында оҫта рәссамдар ҙа таң ҡала. Бынан тыш ҡар бөртөктәренең һәр береһе икенсеһе менән оҡшаш түгел, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле сәнғәт әҫәре.

Ҡар ҡалынлығы 50 см булған һәр квадрат метрға 1 000 000 ҡар бөртөгө тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә ер йөҙөн ҡар ҡаплаһа ла, һис бер ҡар бөртөгө бер-береһен ҡабатламай. Был хәҡиҡәт американлы Вилсон Бентлейҙың 50 йыл дауамында алып барған күҙәтеүҙәре һәм тәжрибәләре һөҙөмтәһендә 1985 йылда раҫланды. Ғалимдың эше – 6000 фотоһүрәтте бер-береһе менән рәсемгә төшөрөүе сәнғәт дәрәжәһенә күтәрелде. Ғалим был эшкә ғүмеренең яртыһынан күбен сарыф итте.

Эйе, һәр бер ҡар бөртөгө күктән төшкән ғәжәп бер сәнғәт әҫәренә оҡшайҙыр! Һыу тамсыларынан барлыҡҡа килгән был "әҫәрҙәр" һыу тамсыһынан яратылған башҡа әҫәргә (яратылмышҡа) – кешегә үҙен Бар Ҡылыусыны (Раббыны) танытыу өсөн индерелә.

Бәлки, был ҡәҙәр күп ҡар бөртөктәре араһында 1-2 оҡшаштары барҙыр, тигән фекергә киләһегеҙҙер. Ләкин кешеләрҙең бармаҡ эҙҙәренә күҙ һалығыҙ. Ни өсөн миллиардлап кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, бармаҡ эҙҙәре бер-береһенә оҡшаш булған ике әҙәмде һис таба алмаҫһағыҙ?! Шуның кеүек, бер ҡар бөртөгө башҡа бер генә ҡар бөртөгөнә лә оҡшамаҫ. Эйе, Аллаһу Тәғәлә, кешеләргә үҙ сәнғәтенең ни ҡәҙәр бөйөк икәнлеген күрһәтергә теләп, һәр бер ҡар бөртөгөн башҡаһынан айырмалы шәкел-үлсәүҙә яратҡан.

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...