Ауылға тарала икмәк еҫе

Ауылға тарала икмәк еҫе

Ауылыбыҙ матур, ҙур. Кистәрен йәмле урамдарҙан (донья мәшәҡәтенән арынып) бер йәйәү йөрөп килеү үҙе бер сәйәхәт.

Аймағыбыҙға йәм өҫтәп, бала саҡтан таныш еҫ тарала, ул да булһа инде − баҫыуҙарыбыҙҙа үҫкән бойҙайҙы Ҡалҡан тирмәнендә тарттырып алынған ондан ҡомалаҡта ҡабартып бешерелгән өй икмәге еҫе...

Күрше урамда торған Алишер ағай менән Минзәлә апайҙың икмәк бешереп етештереүҙәре яңылыҡ түгел инде. Өс йыл самаһы үтеп тә китте Алишер ағайҙың ике ҙур ташты йышып тирмән ҡороп ҡуйғанына. Игенде лә быйыл улар, 12 гектар ерҙе эшкәртеп, үҙҙәре үҫтерҙе. Икмәк инде уларҙа – күңелең ниндәйен теләй: кунжут менән, тмин орлоғо менән, зәйтүн майында бешкән, ҡара емеш менән, йөҙөм менән, өрөк менән хатта сәтләүек менән бешкәне бар. Рецептарҙың төрлөһөн өйрәнеп, Литовский, Белорусский, Цельнозерновой тигәндәрен дә бешерәләр. Сәләмәт ризыҡ етештереү менән ҡыҙыҡһынып, өйрәнергә теләп килгәндәрҙе кире бороп сығармай, асыҡтан-асыҡ барыһын һөйләп, аңлатып, күрһәтеп бирәләр. Шуға күрә улар бешергән хәләл икмәк − иң тәмлеһе, файҙалы һәм туҡлыҡлы! Аҙнаһына, ҡамыр сүпрәһендә бешкән 300 тиҫтә икмәк үҙебеҙҙең генә яҡта түгел, күрше район кибеттәренә лә таралып, кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай. Ололарҙың: «Бындай татлы ризыҡты бала саҡтан бирле ауыҙ иткән юҡ ине әле» тиеүҙәре, ошондай оло эшкә иң мөһим баһа булып торалыр инде. Уның араһында беҙҙең халҡыбыҙҙың милли ашы булып торған талҡанды ла барлай улар: һолонан, арпанан һәм миксланғандары ла бар. Был ризыҡты шулай уҡ Өфө ҡалаһына ла еткерәләр.

Милләтебеҙҙең ҡоронда мөһим урын алған ит һурпаһын йәмләндергән туҡмасын да ҡырҡып һаталар, таҙа ондо ла, мәкинәле ондо ла, кем теләй, шул ала ала.

Етештергән продукцияларын үҙ ауылыбыҙ, ҡала магазиндарына һатыуға ҡуялар.Ауыл халҡының күбеһе, өҫтәл йәме булған ризыҡты көтөп алып өйҙәренән дә килеп ала.

Минзәлә апай, ҡалала үҫеүенә ҡарамаҫтан, ауыл тормошона мөкиббән китеп йәшәй. Балалар үҫтереү менән бергә, күңеленә ятҡан эш менән дә шөғөлләнә – сыр етештерә. Ауылыбыҙҙа малсылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр күп, етештергән аҡ һөттәрен ихласлап, Минзәлә апайыбыҙ менән килешеп, килтереп уға тапшыралар.

Экологик яҡтан таҙа, тәмле сыр менән туҡланыу теләге бөгөн күмәртәләп етештереү кимәленә күтәрелгән. Ҡаймаҡлы, Российский, Голландский, Итальянский, Качетта тигән сыр төрҙәрен ул бар күңеле менән барлап, аҙнаһына 50 килограмм ризыҡ етештереп өлгөрә. Бар районға, күрше төбәктәрҙә, хатта Санкт-Петербургта ла даны танылған, сөнки уның хәләл ризығында, ароматизатор, консерванттар ҡулланылмай, үҙ ерендә, үҙ халҡынан һөт алып, барлыҡ ГОСТ-ҡа ярашлы талаптарын ҡәҙимләп башҡара ул эшен.

Ата-әсәһе кеүек намаҙға баҫҡан, ураҙа тотҡан балалары ла уларҙың ярҙамсыллыҡтарын, уңған-лыҡтарын ҡандарына һеңдереп үҫкән. Өлкән ҡыззары Фәриҙә – меди

цина академияһы студент-каһы, Йософ һәм Сафия Илсе урта мәктәбе уҡыусылары.

Бына ошолай тирә-яҡҡа йәм, бәрәкәт таратып йәшәй ауылыбыҙ уңғандары, иманлы ғаилә Алишер һәм Минзәлә Хәсәновтар.

Ләйсән Камалетдинова

Учалы районы, Илсе ауылы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...