Өләсәйҙәрҙән ҡалған һөнәр

Өләсәйҙәрҙән ҡалған һөнәр

Өләсәйҙәрҙән ҡалған һөнәр

Әминева Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙы, Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылынан. Гөлсинә – экономист-бухгалтер, Ниғәмәт ауылында почта начальнигы булып эшләй. Гөлсинәнәнең 5 балаһы ла әсәйҙәренә туҙ һағыҙы ҡайнатыуҙа ихлас ярҙам итә. Һәр кемдең үҙенең эше бар, туҙ һыҙырыумы, майлау, ҡырҡыу, бүлеү һ.б. Бәләкәйенә 3,5 йәш, ул һағыҙҙы әүәләргә ярата. Әйткәндәй, бәләкәй генә Үрге Яйыҡбай ауылында был боронғо кәсепте 3 кеше дауам итә әлеге ваҡытта.

“Ер ҡото” этнофестивалендә Г. Р. Әминева туҙ һағыҙы ҡайнатыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Халыҡ ҡыҙыҡһыныу менән ҡайнатҡанды ҡарап тороп, төрлө һорауҙар бирҙе, ҡайһы бер нескәлектәрен отоп алырға тырышты.

– Һине кем өйрәтте был кәсепкә?

– Күршелә, Рәхимов Ғәлимйән олатай менән Ғөбәйҙә исемле инәй йәшәй торғайны, хәҙер мәрхүм инде. Бәләкәй саҡта уларҙың урамында тәгәрәп йөрөп үҫтек инде. Урманда емеш-еләк тә йыйырға йөрөй инек, картуфын да сәсешә торғайныҡ. Баҡсаһына ла һыу ҡойҙоҡ. Хәҙер кешенең урамына балалар улайтып инеп, тәгәрәп уйнап йөрөмәй ҙә ул. Кеше лә индермәй, балаларҙы ла индереп булмай. Ә беҙ бала саҡта рәхәтләнеп ике өйҙө бер итеп, уйнап үҫтек. Хәҙер ҙә һөйләшеп туймайбыҙ.

– Нисек итеп ул инәй һине йәлеп итте? Ғөбәйҙә инәй һағыҙ ҡайнатҡанда Һин аптырап ҡалманыңмы был нимә эшләй икән, тип?

– Миңә ул саҡта 7-8 йәш булғандыр. Ул туҙ һыҙырығыҙ, тиһә, беҙ күмәкләшеп, ҡайҙан туҙ алғанды хәҙер яҡшылап хәтерләмәйем дә, ағас төбөнә ултырып алып һыҙырынабыҙ ҙа, шуны, ҙур ҡомғаны була торғайны, шунда тултыра инек. Ундай ҙур суйынды (формаһы һаман да күҙ алдында), хәҙер эҙләһәң дә табып булмай.Үҙе майлай торғайны, унан беҙгә лә өйрәтеп, ул эшкә йәлеп итә башланы. Туҙ менән аҡ майҙы усҡа алабыҙ ҙа, ыуалайбыҙ ҙа, ныҡ ҡына итеп, тығыҙ итеп һауытҡа тултырабыҙ. Утҡа ҡуябыҙ. Шул яйлап ирей башлай. Унан беҙ һыу ҙа, утын да ташый инек.

– Ҡасан үҙең шөғөлләнә башланың?

– Бер 5 йыл булалыр. Балалар менән ҡайнатып ҡарайыҡ әле, тип башлағайныҡ, килеп сыҡҡайны, оҡшап ҡалды. Кешеләр ҙә һорай башланы.

– Уны йәй көнө генә ҡайна-таһыңмы, әллә ҡыш та буламы?

– Бер тапҡыр ҡыш ҡайнаттым, килеп сыҡты. Туҙҙы пилорамдан,ағас эшкәртеү цехынан, кешеләргә утын килтерһәләр, уларҙан һорап, һыҙырып алам. Урмандан алғаным юҡ. Алһаң да, килеп сыҡмай ул. Запаслап һыҙырып ҡуйып та булмай. Бер шулайтып әҙерләгәндән ҡайнатҡайным, 6 сәғәт ҡайнаттым, килеп сыҡманы. Ныҡ кипкән туҙҙан һағыҙ ҡайнатып булмай. Ағастар япраҡ ҡойоп бөткәс, йоҡоға әҙерләнгәндә туҙға тейергә ярамай, тип әйткәйне инәй. Хатта урманға ла рөхсәт һорап ҡына инергә кәрәк, тиҙәр халыҡта.

• • •

Ғабдрахманова Ғәлиә Оморҙаҡ ҡыҙы – Ҡолсора ауылынан. Урге Иҙристә йәшәй. Әлеге ваҡытта пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, Мәҙәниәт клубында эшләп йөрөй. “Зарифа”фольклор ансамблендә ҡатнаша. Ғәлиә Оморҙаҡ ҡыҙы буш ваҡытында “Төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Этнофестивалгә һағыҙ ҡайнатыу кәсебен халыҡ араһында таратыу маҡсаты менән килгән.

Тәүге тапҡыр бала саҡта әсәйенең әсәһе, Ҡолсора ауылы килене Шәйәхмәтова Сәмиғә өләсәһенән күреп, уға туҙ һыҙырышып, ҡайнатышып өйрәнеп ҡалған. “Ул да өләсәйҙәренән өйрәнгәндер инде. Әсәйем бушамағанмы икән биш бала менән, был кәсепкә илтифат итмәне. Бына беҙҙең балалар ҙа ҡыҙыҡһынмай, – ти Ғәлиә Оморҙаҡ ҡыҙы.– Беҙгә ут тирәһендә йөрөргә рөхсәт юҡ, башҡа эштәрен башҡара инек. Бер сере менән бүлешкем килә: туҙҙы ҡалынса ғына итеп һалмалыҡҡа турап ҡайнатһаң, һағыҙы мул сыға. Суйынға тултырып мунса эсендә лә, йылға буйында ла ҡайната инек. Минең дә ҙур 3 литрлыҡ ҡара сүлмәгем бар. Шунда ҡайнатам. Хәҙер һабантуйҙарға, төрлө фестивалдәргә һораһалар, ҡайнатып бирәм. Мин үҙебеҙ өсөн генә ҡайнатам, һатыуға сығарғаным юҡ, килеп һораған кешегә биреп тә ебәрәм”.

Мин үҙебеҙ өсөн генә ҡайнатам, һатыуға сығарғаным юҡ, килеп һораған кешегә биреп тә ебәрәм.

Наилә Әхмәтйәнова

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...