Һабаҡ

Һабаҡ
Донъяға ҙур бәлә килде,
Бар халыҡ өйгә бикләнде.
Корона вирус – “тажлы” микроб
Илдәрҙе буйһондорҙо.
Был донъяға ҡарайым да,
Сал тарих иҫкә төшә:
Аллаһ илсеһе Ибраһим
Һәм Нәмруд – залим батша.
Оло пәйғәмбәр Ибраһим
Халҡын дингә өндәне:
“Таш боттарға, ай, ҡояшҡа
Табынмағыҙсы!” − тине.
Ул халыҡтың батшаһы
Нәмруд бик залим ине:
“Илаһығыҙ тик мин генә,
Миңә табынығыҙ!” − тине.
Күп золом итте халыҡҡа,
Үлтертте йәшен, ҡартын.
Ғәскәр тупланы: “Еңәм, −тип,
Ибраһимдың Раббыһын!”
Аллаһ быларға ебәрҙе
Иң көсһөҙ мәхлүктәрен −
Ас серәкәйҙәр аяуһыҙ
Таланы Нәмруд ғәскәрен
Яугирҙәрҙең һөйәктәре
Менән тулды яу яланы,
Нәмрудтың мейеһенә
Серәкәй кереп ояланы
Мейе ҡанын һурҙы сер(е)кәй,
Турғай ҙурлыҡ булғансы,
Ауыртыуға түҙмәй, батша
Башын бәрҙе ярғансы.
Шулай китте был донъянан
“Көслө” батша − иманһыҙ.
Ошо хаҡта һәр бер бәндә,
Мин һорайым, уйланһын.
Был тарихтан оло ғибрәт
Алыр һәр аҡыл эйәһе:
Хаҡ Тәғәлә Үҙе генә −
Батшаларҙың Батшаһы.
Ысын Батша ҡөҙрәтен
Төрлө яҡлап күрһәтә.
Иң көсһөҙ бер мәхлүгенән
Бойороғон үтәтә.
Хаҡ батшаның ҡолдары,
Быны яҡшы аңлағыҙ,
Ныҡ иман, ихлас ғибәҙәт,
Хаҡлыҡ юлын һайлағыҙ!

РАМАҘАН ОМОРҘАҠОВ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...