Улар һәр саҡ дин юлында булдылар

Улар һәр саҡ дин юлында булдылар

Ял йортона, дауаханаға, йә булмаһа, шифаханаға барып эләкһәң, бер нисә көн дауа алыуға, күҙҙәр асылып, күңелдәр күтәрелеп, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнәһең. Уғаса эргәңдәгеләр менән ныҡлап таныша һәм яҙмыш-хәлдәре тураһында ҡыҙыҡһына башлайһың.

Үткән йыл миңә “Йәйғор” шифаханаһында ял итергә насип булды. Бүлмәлә икәү генәбеҙ. Бүлмәләшем, Разия апай, Ырымбур өлкәһенең Переволоцкий (элекке Покровский) районы Ҡунаҡбай ауылынан икән. Күңелгә иң беренсе: “Республикабыҙҙа танылған шағир, абруйлы ғалим Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың тыуған ауылынан бит был апай!” – тигән уй килде. Халыҡ шағиры Бикбаевтың исемен ишеткәс, беҙҙең әңгәмә бигерәк тә ҡуйырып китте. Разия апай:

– Рауилды ауылыбыҙҙа үтә лә яраттылар. Уның менән осрашыуҙарҙы һәр саҡ һағынып көтөп алдыҡ. Йыш ҡына ҡайтып йөрөнө. Ауыл халҡы уның арҡаһында Башҡортостандың байтаҡ билдәле яҙыусыларын күрепбелеп ҡалды. Минән ике йәшкә генә бәләкәй ине. Үкенескә ҡаршы, иртә китте арабыҙҙан. Ауылдаштар, алып ҡайтып ерләрҙәр, тип көткәйне лә, Өфө йыраҡ шул. Тиҙҙән Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнеүен ишеттек. Шулай булыр ҙа шул, Рауил Бикбаев ҙур кеше, ғалим бит ул... Разия апай һикһәндән ашһа ла, хәтере яҡшы, һыҙланһа ла, бик үк зарланып бармаҫ сабыр холоҡло булып сыҡты.

– Разия апай, әйт әле, ни эшләп Өфөлә дауаланырға булдың? – тип һорай ҡуйҙым бер.

– Бында минең Нәжибәмдең Гөлиҙә исемле ҡыҙы эшләй. Бөгөн килеп китте бит. Һине таныштырҙым. Ниәтем – үҫкән ейәнсәремде күреп, аралашып ҡайтыу минең, – тигән яуап алдым. Разия Мәхмүт ҡыҙы оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бала сағы уның ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Ғаиләлә дүрт бала булалар... Ул көнөнә биш тапҡыр намаҙға баҫа. Бер аҙ ғына буш ваҡыты булһа, аят, сүрәләр уҡый. – Разия апай, һин дини яҡтан да, тормошҡа булған ҡарашың буйынса ла алдынғы. Уҡымышлы кешеләрҙән бер ерең менән дә кәм түгелһең! Һинең менән аралашыу – үҙе бер байрам.Моғайын да, атаәсәйеңдәр ҙә дини, иманлы кеше булғандарҙыр?! – тип ныҡышам.

– Әҡлимә һеңлем, бик дөрөҫ фекер йөрөтәһең. Эйе, улар бик абруйлы, дини кешеләр булған. Өләсәй-олатайҙарым, әсәйем тураһында һөйләп китһәң, уларҙың кисергәндәре үҙе бер оло китап яҙырлыҡ... Разия апайҙың өләсәһе Ғилмиямалдың ата-әсәләре иманлы, егәрле булғандар. Атаһы Сөләймән тирә-яҡта дан тотҡан һунарсы була. Ҡаралты тулы мал үрсеткәндәр. Тик бер һунарға барғанында, бик йәшләй генә, фажиғәле мәрхүм була. Өс балаһы ҡала: Ғилмиямал, Мифтәхетдин, Ғиззәт. Сөләймәндең бер туған ағаһы Хәмиҙулла, йола буйынса, ҡустыһының ҡатыны Сәхиҙәне өс балаһы менән, никах уҡытып, ҡатынлыҡҡа ала.

ХӘМИҘУЛЛА ОЛАТАЙ

Хәмиҙулла үҙ заманының хәлле байы була. Тирмәне гөрләп тора. Уны эшләтер, өйөрөлтөр өсөн генә ҡырҡ баш дөйә тота. Тирә-яҡтан уның тирмәненә бойҙай тарттырырға йөрөйҙәр. Торған йорто ла ҙур була, өйөр-өйөр мал аҫырай. Һауын бейәләре лә байтаҡ була. Хәмиҙулла Сөләймән ҡустыһының да, үҙенең дә балаларын уҡытыу өсөн күп көс һала. Улар тәүҙә тыуған ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Алдынғылыҡҡа ынтылған Ғиззәт, белем алыуын дауам итергә тип, Ҡазанға юллана. Революция рухы менән һуғарылған әүҙем йәштәр менән таныша, революционер булып китә. Ленин менән осраша. Ул үҙенең бай малайы икәнлеген йәшермәй.

Хәмиҙулланың аралашып йөрөшкән дуҫтары ла муллалар, бик хөрмәт ҡаҙанған урыҫтар, алышбиреш иткән йүнсел, егәрле байҙар була. Күрше Ҡалҡаман ауылының указсы муллаһы Харрас Мәҡсүтов менән йән дуҫ булалар. Харрас мулла йомошо булһа ла, булмаһа ла тигәндәй, еткән улы Лотфулланы эйәртеп, йыш ҡына Хәмиҙуллаға килеп йөрөр булған. Ул арала Лотфулла бәләкәйҙән эш-хеҙмәткә етеҙ, үҙе сибәр Ғилмиямалды шым ғына күҙәтеп йөрөй һәм мөмкинлек булғанда, һүҙ ҡушып та өлгөрә. Атаһы улының ҡыҙға ғашиҡ булыуын һиҙеп, Хәмиҙулла менән ҡоҙалашырға һүҙ бирешә. Улар Әхмәр ауылына ҡыңғыраулы тройкалар егеп килә.

Өҫтөнә билләп, ситенә уҡа-суҡтар тағылған, тәңкәмәрйен баҫылған еләнле; башына мәрйен теҙеп, тәңкә-сулпы баҫып, оҙон яҫы ҡойроҡ төшөрөп эшләнгән ҡашмаулы һыу һөлөгөндәй Ғилмиямалдың сағыу биҙәлгән тройкаға ултырыуын күргән ауыл халҡы, ауыҙ һыуы ҡороп, оҙаҡ һөйләй. Был хәл телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп бөгөнгө көнгә лә килеп еткән. Покровка районында Мәҡсүтов тигән урыҫ ауылы була. Ул Харрас мулланың утары булған. Харрас мулла йәштәргә алты мөйөшлө ҙур өй һалдырып башҡа сығара. Татыу, бай ғаиләлә дүрт бала донъяға килә. Иң ҙур ҡыҙы Рәбиғәғә ун бер йәш тулыуға, Беренсе донъя һуғышы башлана. Лотфулланы һуғышҡа алалар һәм ул киткән еренән кире әйләнеп ҡайтмай. Ғилмиямал дүрт бала менән тороп ҡала. Улының үле хәбәрен алғас та, Хәмиҙулла киленен балалары менән үҙ ҡанаты аҫтына ала. Уларҙы үҙенең ярҙамынан айырмай. Ғилмиямал балаларын тәрбиәләү хәстәре меән бер рәттән аяттар уҡый, намаҙын ҡалдырмай, ураҙаһын тота. Бынан тыш күрше ауылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың балаларын ҡабул итеп, кендек әсәһе булып йөрөй. Дүрт балаһын да мәҙрәсәгә уҡытырға бирә. Улары Ҡөрьән Кәримде, һыу эскән һымаҡ, уҡырға өйрәнәләр. Үҙе лә ҡатынҡыҙҙарға мәҙрәсәлә дәрес бирә. Хәмиҙулла, бай балаларҙың киләсәген уйлап, белемле, уҡымышлы булһындар тип, байлығын йәлләмәй.

Уларҙы шәп аттар менән йөрөтөп, Кичкасс ауылындағы урыҫ мәктәбендә уҡыта. Бында алған белемдәре балаларға киләсәктә бригадир, хисапсы булып эшләргә ярҙам итә. Тик өс бер туғандың ғүмерҙәре иртә өҙөлә. Рәбиғәне Ҡунаҡбай ауылынан һоратып киләләр. Ул, килен булып төшкәс тә, өйҙәге эштәр менән бер рәттән намаҙҙарын ҡалдырмай, бар шәриғәт ҡанундарын йәнетәне менән үтәй. Йәш кенә булһа ла, ҡулынан Ҡөрьән Кәримде төшөрмәй, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен ҡалдырмай уҡытып тора. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡан осорҙа, революция шауҡымы бөтә Рәсәй халҡын, ислам диненә йәне-тәне менән бирелгәндәрҙең бар булмышын шаңҡыта. Мәсеттәрҙе ябыу, манараларын бысып төшөрөү, динде тыйыу, ҡайһы бер дошмансыл муллаларҙы, ҡаршы һүҙ һөйләүселәрҙе ҡулға алыуҙар ауыл халҡын хафаға һала. Шулай ҙа, Аллаһу Тәғәләнең барлығына ышанғандар, үҙҙәренә бикләнгәндәй булһалар ҙа, динде күңелдәрендә, йөрәк түрҙәрендә һаҡлап ҡала. Рәбиғә лә, күптәр кеүек, шаршау артына йәшенеп булһа ла, тейешле дин йолаларын үтәй. Етмәһә, ауыл ҡатындары йыш ҡына килеп, уның Ҡөрьән Кәримдән уҡыған аят-сүрәләрен тыңлай. Рәбиғә дини китаптарын ҙур туҙға төрөп:

– Ер аҫтында туҙ менән ятһа, бер нимә лә булмаҫ, динебеҙ кире ҡайтасаҡ, Аллаһ бойорһа! – тип ергә күмдертә. Ҡыҙылдар яғында йөрөгән Ғиззәт йыш ҡына Хәмиҙулла менән осрашып тора, улар оҙаҡ-оҙаҡ итеп һөйләшәләр. Хәмиҙулла ҡыҙылдарға аттар, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Аҡтар ҙа уны онотмай, килеп һуғылып тора. Ауыл халҡына ла Хәмиҙулла күп изгелектәр күрһәтә. Көндәр, айҙар һыу һымаҡ аҡҡан. Байҙарҙы кулак тип, Себергә һөрөүҙәр башлана. Хәмиҙуллаға ла ел-ямғыр ҡағылыры көн кеүек асыҡ. Оҙаҡ уйлағандан һуң, Хәмиҙулла дөйәләре менән тирмәнен, көтөүкөтөү малын хөкүмәткә тапшыра. Байтаҡ йылҡы, һыйыр малдарын үҙендә эшләгән ялсыларына бүлеп бирә. Улар Туҡ буйы ауылына күсеп төпләнәләр. Был мәхшәрҙәр башланмаҫтан алда, Хәмиҙулла бай йома көндәрендә, бөтә ауыл халҡын йыйып байрам үткәрә. Йәшереп кенә булһа ла, аяттар уҡыта. Айырыуса йәтимдәргә, ярлыларға, яңғыҙ ҡалған ҡарттарға, ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар бирә, мөмкин булған ярҙамын күрһәтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны серегән бай, кулак тип, өйөнә тентеү эшләгәндән һуң, Себергә ебәрергә ҡарар итәләр. Тентеү ваҡытында уның өйөнөң аҫтын өҫкә килтереп, бар ерҙе аҡтарып, алыр әйберҙәрен алып бөткәс, күҙҙәре Хәмиҙулла ултырған һандыҡҡа төшә. Был һандыҡты хужа элек-электән, йәнеләй күреп, һаҡлап , берәүгә лә асып күрһәтмәгән була.

– Һандығыңды ас! – тип талап итәләр унан. Икенсеһе уны елтерәтеп: – Алтын-байлығыңды бирмәй алып ҡалырға итәһеңме? – тип екеренә. Һандыҡты асһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, унда Октябрь революцияһы ваҡытындағы ябай халыҡҡа мөрәжәғәт ителгән агитация листовкалары һәм Хәмиҙулланың ҡурғашҡа ҡәҙерләп төрөлгән партбилеты була. Был хәлдән һуң ул Әхмәр ауылынан ун саҡрым ғына йыраҡлыҡтағы Ҡаран йылғаһы ауылына күсеп китә. “Егәрленең ҡулы ете”, – ти халыҡ мәҡәле. Ул бында ла хур булмай. Ҙур итеп өй һала. Алты балаһының бер нисәһе шунда күсеп бара. Ә Әхмәрҙәге өйө колхоз контораһы булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Ҡаран йылғаһы буйындағы өйөнөң нигеҙе иһә әле лә һаҡлана. Унда Хәмиҙулланың дүртенсе-бишенсе быуын ҡан-ҡәрҙәштәре әле лә етеш тормошта татыу ғүмер итәләр. Хәмиҙулланың изге күңелле, йомарт булыуы тураһында һәр йәшәгән ауылында ла матур-матур хәтирәләр һаҡлана. Ул, олоғайып, йәштәргә онотолмаҫлыҡ кәңәштәр ҡалдырып мәрхүм була.

ӘҠЛИМӘ СӘФӘРОВА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...