Бала саҡ хәтирәләре

Бала саҡ хәтирәләре

Йылдар үтеү менән хәтерҙән юйылмай торған яҡты иҫтәлектәр... Атайлы, әсәйле, ҡартатайлы, өләсәйле ваҡыттар...

 

Һижри йыл иҫәбе буйынса әле 1447 йыл бара, ошо көндәрҙә миләдиҙең 2026 йылына аяҡ баҫтыҡ. Барса халыҡ Яңы йыл ҡаршылап, йорттарҙа һаман да урман ҡунағы – шыршынан хуш еҫле ылыҫ еҫтәре бөркөлә.

Ҡыштың ошо мәлендә бынан алты-ете тиҫтә йыл самаһы элек үткән яңы йыл ҡаршылауҙары, бала саҡ хәтирәләре иҫкә төшә.

Беренсе тапҡыр мәктәптәге шыршы байрамына Миңнур еңгәйем күтәреп алып барҙы. Тау битендәге Мәмбәтов хәлфәнең йортонда урынлашҡан мәктәп. Фәриға инәйем еңгәйемә: «Әсәһе эштән бушамай, алып барып шыршыны күрһәтеп кил», – тип ебәргәне иҫемдә. Өҫтөмдә балитәкле күлдәк, ҡыҙыл мунсаҡлы ҡара елән.

Яңы йыл алдынан һәр бер өйҙөң нисек әҙерләнгәне иҫкә төшә. Ҡыш еткәс, Зариф ҡартатайым менән Фәриға инәйем ике йылҡы алып ҡайтып, һуғым һуйып ала. Ике өйҙә бер көндө аш бешә. Инәйемдәргә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, ә беҙҙең өйгә ир-егеттәр саҡырыла. Беҙ, балалар, Фатих ҡустым менән тау башынан (өйөбөҙ тау һыртында), һөрән һалып, юл күрһәтеп торабыҙ.

Яңы йыл яҡынлаша. Өй байрамса биҙәлә, тәртипкә килтерелә. Иҙән өҫтөнән өс бүрәнә буйы яҡшылап йыуыла, мейескә киптерелгән емеш-еләктән бәлеш ҡуйыла, самауыр ҡайнатыла.

Сәғәт төнгө ун ике тулыуҙы көтәбеҙ. Өйҙәге ҙур йәшник радио хәбәрҙәрен, ил-көн яңылығын ихласлап тыңлай ҡартатайыбыҙ. Атай-әсәй ҡунаҡҡа китәләр. Зариф ҡартатайым, Фәғилә өләсәйем беҙҙең менән. Күрше-тирә инеп хәл белешеп сыға. Ҡартатай уларға фатихаһын бирә, доғалары менән оҙатып ҡала. «Еребеҙҙең төп байлығы – һыйыр ағы, алтын-көмөшкә алыштырғыһыҙ», – ти торғайны ул.

Сәғәт ун бер тирәһендә өләсәй табын әҙерләй. Ҡартатай һөйләгәндәрҙе тыңлай-тыңлай, Яңы йыл көтәбеҙ. «Матур теләктәр, изге уйҙар менән башлағыҙ Яңы йылды», – тип өйрәтә ололар. Ҡартатай өләсәйемә һандыҡтан сепрәк моҡсайға һалынған тимер аҡсаларҙы биреүен үтенә. Үҙ ҡулдары менән беҙҙең яңы кейемдәр кеҫәһенә һала, ҡулдарыбыҙға тоттора. «Бәрәкәтле, тыныс йылдар булһын, ҡот-ырыҫ китмәһен!»

Яңы йыл аяҡ баҫа. Иртәнсәк Файза өләсәйҙәргә барам хәл белергә. «Был тормошта артта ҡалһаң – көлөрҙәр, алға китһәң – яратмайса йөрөрҙәр. Шуға алтын уртаны үҙең һайла. Кеше тая тип, күрәләтә тайма», – Файза өләсәйҙең шул һүҙҙәре һаман ҡолаҡта сыңлай, ҡабат-ҡабат иҫкә төшә. Аҡ ҡар емелдәгәнен ҡарап, урам буйлап өйгә табан атлайым.

Хәҙер уйлап ҡарайым да, ғаиләлә бөтә тәртип дин ҡушҡанса, ислам нигеҙҙәренә ҡоролған булған. Ярҙамсыллыҡ, ҡушылған йомошто етеҙ итеп еренә еткереп үтәү, алдашмау, сабырлыҡ...

Көн һайын өс тапҡыр бөтә ғаилә урындыҡҡа табын янына йыйыла. Беҙ Фәтих ҡустым менән Зариф ҡартатайым янына, ул уң тубығына, мин һул тубығына таянып, һыйынып ҡына урын алабыҙ. Әсәйем түңәрәк икмәкте ҡартатайға бирә. Ул күкрәгенә терәп, доғаларын уҡып, икмәкте һәр беребеҙгә самалап бүлә. Өлөш алыр өлкәнлегең бар, тигән халыҡ әйтеменә таянып, аш бүленә.

Көн һайын киске ашҡа Фәриға инәйемде саҡырыр инек. Бергәләп ашап, сәй эсеп, әҙерәк һөйләшеп ултырып ҡайтып китер ине.

Сөләймән ағайым армиянан ҡайтып өйләнгәс тә, был тәртип дауам итте. Еңгәйем табаҡ-һауытты йыуып, рәхмәттәр әйтеп ҡайтып китерҙәр ине.

Күршеһе Нуретдин олатайым да Фәриға инәйемде бик ихтирам итте. Олатайым шул тиклем сос, егәрле булды. Йөҙөндә һәр саҡ йылмайыу. Килеп инһә, ҡабаланып хәбәрен тиҙ-тиҙ һөйләп, гел нимәгәлер ҡыуанып, атлап түгел, йүгереп йөрөр ине. 2000 йылдарҙа инәйем ауырыҡһына башланы. Нуретдин олатайҙар ҡунаҡ саҡырһа, инәйемде инеп, бала кеүек итеп күтәреп алып ҡайтыр ине. «Апай, әйҙә, фатихаңды бир, кеше араһында ултыр», – тип. Ниндәй ихласлыҡ, тәҡүәлек! Хәҙер иҫләргә генә ҡалды.

Бала саҡты уйлап, Аллаһҡа рәхмәтле булып, баҡыйлыҡҡа күскән туғандарымды хәйер-доғаларымдан айырмай, тағы бер яңы йылға аяҡ баҫтым. Үҫмер саҡтағы кеүек, ун ике тулып килһә, ғилем юлынан айырма, хәйерле белем насип ит, тип ҡулыма китап алам. Сөнки ҡартатайым һәм атайымдың: «Балам, китаптан айырылма, ғилемгә ынтыл», – тигән васыятын һәр ваҡыт иҫемдә тотам.

 

Фәриҙә Әбсәләмова

Өфө районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...