Суд ғәйепһеҙ тип таба

Суд ғәйепһеҙ тип таба

Суд ғәйепһеҙ тип таба

Заманының билдәле кешеһе булған олатайым Ғәбделкәбир Йәһүҙә улы Йәһүҙинға 2024 йылдың 30 июлендә 130 йәш тулыр ине. Был Ырымбур архив фондынан алынған белешмәлә күрһәтелеүенсә, Ярлыҡап ауылы мәсетенең метрика китабындағы яҙыу менән раҫлана.

Уҙған быуаттың утыҙынсы йыддарында халыҡҡа илдәге ауыр хужалыҡ, сәйәси үҙгәрештәрҙе кисерергә тура килә. Олатайым шул ваҡиғаларҙың эсендә була. Уны раскулачивать иткәндәр, был хаҡта бәләкәйҙән ишетеп үҫтек.

 

Олатайҙы алып киткәс, ул Өфөлә төрмәлә була. Әсәһе Йәнифә өләсәй ауыл советынан балалары күп булыуы тураһында справка юллай. Мулла булараҡ халыҡҡа кәрәк, тип, хат яҙҙырып, Үтәгән генә түгел, Буранғол, Ҡаҙмаш халҡынан да ҡултамғалар йыйып; ҡайтарып алған, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Йәнифә өләсәй үҙе Ҡаҙмаштан булған, Бибикамал өләсәйем (атайымдың әсәһе) Буранғолдан, ошо ауылдарҙа йәшәгән туғандары ҡул ҡуйғандыр ҙа инде. Үҫә килә, тарихты төрлө яҡлап өйрәнә килә, эштең улай ғына барып сыҡмай икәнен аңлай башланым. Йәнифә әбейгә ауыл советынан кем справка бирә (Справка биреүсенең үҙенә лә ғәйеп ташланыуы ихтимал бит!)? Кемдәр хатҡа ҡул ҡуйырға батырсылыҡ итә, Йәнифә өләсәйҙе ҡағыҙҙары менән ГПУ ишегенән кем индерә? Нисек суд Үтәгән ауылы мосолмандарының үтенесен ҡәнәғәтләндереп, 58-се статья менән ғәйепләнеүсе мулланы кире ҡайтара? Һорауҙар күп...

1996 йылда Хәлит ағайымдың Башҡортостан Республикаһының Дәүләт именлеге комитетына яҙған хатына олатайымдың аҡланыуы тураһында белешмә килде. Унан күренеүенсә, БАССР ОГПУ-һы ҡарарына ярашлы, 1930 йылдың 31 мартында Йәһүҙин ғәйепһеҙ тип табылып, уға ҡарата асылған эш туҡтатылған.

Адвокат булып эшләгән Нилә Вәлиева һеңлемдең ярҙамы менән Дәүләт именлеге комитетына яҙып, олатайҙың эше менән танышырға рөхсәт алдыҡ.

Документтар тупламаһындағы ҡағыҙҙарҙың күбеһе ышыҡлап йәбештереп ҡуйылған, уларға тейергә ярамай. Документтәрҙе ҡарап сыҡҡас, беҙгә шулар мәғлүм булды.

Дело №243. Үтәгән ауылы Тамьян Түңгәүер волосы Тамьян Ҡатай кантоны муллаһы Йәһүҙин Кәбир дини ҡараштары менән Совет власына, ауылда ойошторолған ликпунктка (грамотаһыҙлыҡты ликвидациялау пункты-ред.) ҡаршы агитация алып бара. Дүрт ҡатын ликпунктҡа йөрөмәй башлай, шуның өсөн ул тарҡала. Аслыҡ йылында батрактың өйөн тартып ала, өй әле лә Йәһүҙин мулланыҡы һанала. Ошо эштәрҙә енәйәтселек билдәләре күреп, олатайҙы судҡа бирәләр.

Һорау алыу протоколына түбәндәге анкеталар беркетелгән.

Ғаиләм: ҡатыным Бибикамал 28 йәш, ҡыҙым Мөслимә 12 йәш, улдарым Әсғәткә 6 йәш, Әхмәткә 3 йәш, Ҡасимға 6 ай, әсәйем Йәнифәгә 65 йәш.

Мөлкәтем: революцияға тиклем өйөм, 7 атым, 6 һыйырым, 5 һарыҡ-кәзәм булды. Хәҙер 2 өйөм, 6 атым, 7 һыйырым, 11 һарыҡ-кәзәм иҫәпләнә.

Белемем: Бөрйән волосы Йылайыр контоны Йәрмөхәмәт ауылы мәҙрәсәһе. Партияла түгелмен.

1911-1914 йылдарҙа Үтәгән ауылында атайым менән йәшәнем, мал ҡараным. 1914 йылдың февраль революцияһына тиклем ҡыш мәҙрәсәлә уҡыным, йәй эшләнем, Үтәгән ауылында мал ҡараным. 1917 йылдың февраль революцияһында һәм 1917 йылдың февраль революцияһынан Октябрь революцияһына тиклем, Октябрь революцияһында Үтәгәндә йәшәнем, мал ҡараным, революцияла ҡатнашманым. 1920 йылдан мулла, мулла булғас, хәрби хеҙмәттән бушатылғанмын.

 

Һорау алыу һәм яуаптар

Һорау: 1927-28 йылдарҙа һеҙҙең ауылда ликпункт ойошторғанда һеҙ ҡатындарҙы: Шаһимәрҙәнова Рабиғаны, Фаизова Нуриҡәмәрҙе, Шаһимәрҙәнова Ғәйнисафаны һәм башҡаларҙы уҡырға йөрөмәҫкә өгөтләгәнһегеҙ, «унда һеҙҙе уйнашҡа өйрәтәләр» һәм башҡа шундай һүҙҙәр әйткәнһегеҙ.

Яуап: Мин бер ваҡытта ла агитация алып барманым.

Һорау: Аслыҡ йылда батрак Әбүбакиров Мәһәҙей һеҙҙең быҙауҙы урлаған. Һеҙ уны туҡманығыҙмы, һуңынан уның өйөн тартып алдығыҙмы?

Яуап: Эйе, аслыҡ йылда батрак Әбүбакиров быҙауҙы урланы, ләкин мин уны туҡмаманым. Аслыҡ йылында мин уның өйөн һатып алдым, шуның өсөн 1 китель, 1 йәшлек үгеҙ, 20 фунт һарыҡ ите бирҙем. Башҡа әйтер һүҙем юҡ.

 

Ғәйепләү эше буйынса ҡарар

1930 йылдың 22 февралендә Үтәгән ауылы муллаһы Кәбир Йәһүҙин Совет власына ҡаршы агитация алып бара ауылда ликпунктҡа йөрөгән 4 ҡатынды йөрөүҙән туҡтата, һәм ул тарҡала. Йот йылында батрак Әбүбакировты туҡмап, өйөн тартып ала. Кәбир Йәһүҙин 58 статьяның 10-сы пункты 2-се өлөшөнә ярашлы ғәйепләнә.

Тағын бер нисә ҡағыҙ бар. Белорет төрмәһенә ултыртыу, хәрби иҫәптән төшөрөү, Һалым түләү тураһында белешмәләр бар. Йәйгеһен 6% һалым иҫәпләнеп, 177 һум 67 тин түләгән. Хөкүмәт һалымдарын ваҡытында түләп бара, тип яҙылған.

Ҡарар.

1930 йыл 31 март. Мин, уполномоченный ГПУ БАССР Катков В.О., шуны еткерәм; 243-сө тикшереү эшен ҡарап, Кәбир Йәһүҙин ғәйепләнгән Енәйәт Кодексының 58-се статьяһының 10-ы пункты буйынса Совет власына ҡаршы эшләү, үҙенең ауылында культура эшен тарҡатыу дөрөҫләнмәгән, конкрет факттар юҡ. Йәһүҙиндең енәйәт эше булмау сәбәпле, эште туҡтатырға һәм БАССР прокуратураһына еткерергә.

Бөтә документтарҙағы олатайҙың подписе, ғәрәп хәрефтәре менән ҡуйылған.

Олатайым Ғәбделкәбир Йәһүҙин Совет власына һәм Үтәгән ауылында ликпунтҡа ҡаршы агитация алып бармаған, енәйәт ҡылмаған. Күренеүенсә, документтарҙа батрак Әбүбакировты туҡмау, өйөн тартып алыу тураһында һүҙ бөтөнләй юҡ.

Ишетеп белеүемсә, олатай үҙе өйҙә булмағанда, һыйыры юғала. Нисәнсе йыл икәнен бер кем әйтмәй, аслыҡ йылы тип кенә һөйләйҙәр. Тарихта аслыҡ 20-21-се йылдар тип яҙыла. Олатай 1920-се йылда хәрби хеҙмәттән бушатылып, ауылда мулла була, 243-сө тикшереү эшендәге анкетала күренеүенсә, 1919 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә, Муса Мортазин полкында полк муллаһы булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт полктары Ҡыҙыл Армия менән ҡушыла, муллаларҙы хәрби хеҙмәттән бушаталар.

Зәки Вәлиди яҙмаларынан күренеүенсә, Совет власы менән килешеп, Ҡыҙыл Армияға ҡушылғанда, полк муллаларына теймәҫкә, тигән шарт ҡуйыла. Улар Ҡыҙыл Армияның комиссарҙары менән бер дәрәжәлә, тип әйтә.

Ошо хәлдәрҙе уйлаһаң, олатай 1919 йылдың март айынан хеҙмәттән бушап, өйҙә була. Тимәк, һыйыр юғалыу 1919 йыл ғинуар, февраль айҙарында булырға мөмкин. Олатай үҙе өйҙә булғанда Мәһәҙей олатайҙың һыйырына яҡынларға ла уйламаҫ ине. Мәһәҙейҙең енәйәтен асыҡлауға олатай ҡайтып төшә. Йәнифә өләсәй һыйырҙы эҙләй, ауыл кешеләрен йәлеп итә. Шикләнеп Әбүбакиров Мәһәҙейҙең өйөн тикшертә. Мәһәҙей йорто янында ултырған өй бураһының уртаһына баҫып, эҙләгеҙ, тикшерегеҙ, тип тора ти. Шул ваҡыт өләсәй Мәһәҙейҙе төртөп ебәреп, нәҡ ул баҫып торған урынды ҡаҙҙырған. Йомшаҡ ер тиҙ ҡаҙылған, соҡорҙан юғалған һыйырҙың тиреһенә төрөлгән бөтөн һанын килтереп сығаралар. Ауылда самосуд башлана. Туҡмауҙары ла булғандыр, Йәнифә өләсәй ҙә тик кенә ҡарап торғандыр, тип уйламайым. Мәһәҙейҙең муйынына һыйыр башын аҫып, урам буйлатып: «Минең кеүек бур булмағыҙ!» – тип ҡысҡыртып йөрөткәндәр.

 

(Дауамы бар)

 

Әнисә Йәһүҙина,

Әбйәлил районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....