Таң сулпаны кеүектәр

Таң сулпаны кеүектәр

Таң сулпаны кеүектәр

Юлдан аяҡ-ҡулдары ептәй генә хәлһеҙ малайҙы етәкләгән ун ике-ун өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ килә. Ул елпенеп осоп йөрөгән күбәләктәрҙе лә күрмәй, ҡоштар һайрағанын да ишетмәй. Йөҙөндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт ярылып ята. Ул:“Ҡустыҡайым, һинең менән тағы ла әҙ генә булһа ла бара бирәйем дә...” – тип, туҡтап, бер аҙ хәл йыйып тора ла, йәнә шул уҡ һүҙҙәрҙе эстән генә ҡабатлап, юлын дауам итә.

 

Тормошҡа ашырасаҡ яман уй-ниәтен күҙ алдына килтереп, йөрәге һыҙлап ярылырҙай булып тибә, ҡустыһының ҡулын ҡыҫып-ҡыҫып тотоп ала. Нисә көн инде һыҡтап илауҙарынан күҙҙәре шешенеп, бер туҡтауһыҙ субырлап аҡҡан йәштәренән биттәре ярылып бөткән. Ә бала апаһының ниндәй уйҙар менән үҙен урманға алып китеп барыуын аңламай ҙа, башын эйеп, көс-хәлгә генә һөйрәлеп бара. Дөрөҫөрәге, уйларлыҡ хәлдә түгел ул, нисә көн инде ауыҙына бер семтем дә ризыҡ ҡапҡаны юҡ.

Бына бер ҡошсоҡ, ояһына кешеләр яҡынлашҡанына хәүефләнеп, әсе итеп сырылдай башланы. Ҡыҙ әкрен генә башын күтәрҙе. Ҡошсоҡ өйрөлөп-өйрөлөп осоп йөрөнө лә, суҡышындағы емен балаларына йәһәт кенә ҡаптырып, тағы фырлап осоп та китте. “Тәбиғәттә барыһы ла үҙ урынында шул. Ана бит ҡоштоң ҡошо ла балаларын ҡурсып, ҡайғыртып тора, һәр ҡайһыһының ауыҙына емен ҡаптырҙы ла осоп та китте. Ошо бәләкәй ҡошсоҡтай ҙа хоҡуҡтары юҡмы ни минең атайым менән әсәйемдең был фани донъяларҙа? Аслыҡтан, сараһыҙлыҡтан, был ыҙаларҙың, йәберләнеүҙәрҙең сикһеҙлегенән, ғәзиз ҡустымды, Әбделхайымды, әсәкәйем урманда ҡалдырып китергә ҡушты бит. Баламдың аслыҡтан ғазапланып, күҙемә ҡарап тилмереп үлеүен күрмәйем, һис юғында, ҡалған икәүһен тере алып ҡалайым, тигәндер инде. Гонаһ ҡылырға китеп барам бит. Ни йәнем менән ғәзизкәйемде ҡара урманда ташлап ҡалдырып китермен икән? Кисер мине, ҡустым. Йә Аллам, ҡустымды бәлә-ҡазаларҙан һаҡла, йыртҡыс тештәренә дусар итмә. Йә Раббым, был афәттәрҙән ҡотолоу юлҡайҙарын күрһәтһәң икән...” – тип, үкһеп илап, ергә һығылып төштө лә устарына үләндәрҙе йомарлап йолҡоп алды. Бала ла апаһының эргәһенә һуҙылып ятты ла хәлһеҙлектән күҙҙәрен йомдо. Улар шул килеш күпме ятҡандарҙыр, Хоҙайым үҙе генә белә. “Туҡта, таныш тауыш ишетелә түгелме? Атайымдың тауышына оҡшаған дабаһа. Булмаҫтыр, был мөмкин дә түгел”, − тип, һиҫкәнеп китте лә ҡыҙ күҙҙәрен асты. Ир кеше һөйөклөләрен ҡосағына алып торғоҙоп ултыртты:

− Хәйбәм, Әбделхай балаҡайҙарым, һеҙ, минең ҡайтып килгәнде йөрәгегеҙ һиҙеп, ҡаршы килдегеҙме? Ҡайһылай ғына йонсоғанһығыҙ, − тип, бите буйлап тәгәрләгән эре-эре әсе күҙ йәштәрен һөртөп алды. Ҡыҙ ни әйтергә лә белмәне, башын түбән эйеп, ҡарашын йәшерҙе. Малай хәлһеҙ генә ҡулдары менән атаһының муйынына һарылды ла башын күкрәгенә һалды. Ир ҡәҙерлеләрен күкрәгенә ҡыҫып, һөйләне лә һөйләне:

− Бына, Хоҙай насип иткәс, ҡайтып киләм бит әле, балаҡайҙарым. Тәҡдиреңә яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай, тигәндәр боронғолар. Сабыр булайыҡ, балаҡайҙарым, тәрән кисерештәргә тарығанда, иң элек сабыр итергә кәрәк. Ни хәтлем ауыр булһа ла, был һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ, Аллаһ бойорһа. Һеҙҙең киләсәгегеҙ яҡты, матур булыр...

Был яҙғандарым Үрге Нөгөш ауылының указлы муллаһы Нәбиулла Усмановтың, ғаиләһенең әсе яҙмыштарының бер эпизоды ғына...

Атайымдың кескәй генә сағынан зиһенле, хәтерле, кешеләргә иғтибарлы булыуы мине һоҡландыра. Бер ваҡыт ауылға ҡайтҡанымда:

− Ямашта указлы мулла Нәбиулла Усманов йәшәй торғайны. Үҙен, ғаиләһен ни хәтле ыҙалатһалар ҙа, балалары ниндәй һәйбәт кешеләр булып сыҡтылар бит. Яҙ һин, ҡыҙым, улар тураһында. Золом ҡорбаны булды ул Нәбиулла мулла. Шул фажиғәле замандарҙа һәләк булған кешеләр онотолмаҫҡа тейеш, − тигәйне атайым. − Нәбиулла мулла, һарыраҡ, бәләкәсерәк кәүҙәле бабай ине. Ауылыбыҙҙан Ғәбитов Әхмәҙулла, Әхмәтов Хәлил ағайҙар тәүге белемде унан алғандар. Ҡатыны Зөбәйҙә инәй − Байназар ауылының указлы муллаһы Үтәбаев Мәхмүт Йомағужа улы ҡыҙы. Уларҙың Хәйбә, Әбделхай, Әбдеразаҡ исемле балалары бар ине. Нәбиулла мулланың бар ғына байлығы: 2 аты, 3 һыйыры, бер самауыры булды. Бөтә малын колхозға тартып алдылар, бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Үҙен колхозға ағза итеп тә алманылар, яңғыҙаҡ булды. Етмәһә, ҡутарғанса налог һалдылар. Ситкә сығып китер ине, кәсеп иттеме икән, нисек булһа ла, налогты түләй торғайны. Малдары булмаһа ла, үҙҙәре ауыл кешеләре менән бергә йәйләүгә күскән була торғайнылар. Әсәйем минән уларға һөт биреп ебәртер булды.

Архивта Нәбиулла Усманов тураһында ике төрлө документ һаҡланған.

 

Был ике документта бер үк кеше тураһында һүҙ бара, тип әйтергә була − Нәбиулла Усманов ике тапҡыр ҡулға алынған. Элек административ бүленеш тә икенсе төрлө булған, Кәбәс ауылы Бөрйән районына кергән. Нәбиулла Усманов сығышы менән Кәбәс ауылыныҡы булғандыр, тип уйларға ҡала. Бер ваҡыт Ямашта булғанда, Уйылдан бабайҙың ҡыҙы Зәйнәп инәйҙе осратҡайным, ул миңә ошоларҙы һөйләне:

− Нәбиулла мулла сығышы менән Кәбәс ауылыныҡы, Ямашҡа үҙе менән ата-әсәһен дә күсереп алып килгәйне. Бәләкәйерәк кәүҙәле ине. Балалар уҡытты, атайым мәрхүм мәзин ине, аҙан әйтеп кешеләрҙе мәсеткә саҡырҙы. Аныҡ ҡына әйтә алмайым: 1930-1931 йылдар тирәһе инеме икән, Нәбиулла мулланы ғаиләһе менән ауылдан ҡыуҙылар, ҡырҙа үлде инде ул, − тип һөйләгәйне.

Эйе, муллаһын ҡыуғас, мәсетенең манараһын да емереп төшөрәләр. “ Беҙ, бала-сағалар ҙа, мәсеттең манараһын ҡолатып төшөргәндәрен аптырап, тамаша ҡылып ҡарап торҙоҡ. Бала булһаҡ та, ниндәйҙер йәмһеҙ, төҙәтә алмаҫлыҡ хата, гонаһ эшләнгәне тойолоп, күңелгә ауыр ине. Бына манараһы менән бергә айы ергә төштө лә юғалды ла ҡуйҙы. Алтын булдымы икән әллә, тип эҙләп ҡаранылар – тапманылар”, − тип һөйләне атайым.

Һуңынан мәсетте емереп, һаллап, ялан яғына сығарып һатырға булалар. Һата алмай оҙаҡ ҡаңғыралар, Мәләүез районының Дарьино тигән ауылында бушҡа тигәндәй биреп ҡалдыралар.

Ололарҙың һөйләүе буйынса, ауылдан ҡыуылғас, Нәбиулла мулла, яҡлау эҙләп, Байназарға ҡайныһына бара. Бер ямандың кәсәфәте мең кешегә бәлә килтергән заман булған шул. Күп тә тормай, Нәбиулла мулланы ҡулға алалар. Ҡайныһының да хәле бик аяныслы була. Мәхмүт мулла өйөнән генә түгел, хатта тыуған ауылынан да ҡыуылған икән. Нәби ауылының бер кешеһе беҙҙең ауылдың муллаһы булырһың, тип алып ҡайтып, үҙенең мал өйөндә йәшәргә урын бирә, ләкин унда ла тыныс ҡына йәшәргә насип булмай шул Мәхмүт муллаға. Яман кеше йән ҡыҙғанмаҫ, тигәндәр боронғолар. Өй хужаһының күршеһе: ”Әгәр ҙә Мәхмүт мулланы өйөңдә йәшәтһәң, түрәләргә әйтермен, үҙеңдең башыңды ла төрмәгә тығырҙар”,− тип янай. Яла теле йылан ағыуынан да яман. Һәр кемгә үҙ башы ҡәҙерле. Мәхмүт мулла ейәне Әбделхай менән сығып китергә мәжбүр була. Олатай менән ейән, зыярат ҡаршыһына ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәй башлайҙар. Үҙәктәргә үтерлек көҙгө ҡаты һыуыҡ көндәргә тиклем шул ҡыуышта көн күрәләр улар. Мәхмүт мулла һыуыҡ үткәреүҙән ауырып һәләк була. Ул Нәби ауылының оло зыяратында ерләнгән.

Ғаиләнең ҡалған ағзаларына ла көн күреүе бик ауыр була. Яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы йөрәктәрен өтә. Зөбәйҙә инәйгә берҙән, мулла ҡыҙы, икенсенән, мулла ҡатыны булараҡ та, бик ныҡ ауырға тура килә. Эш бирмәй ҡаңғырталар. Яҙмышы ҡайғы-хәсрәттәрҙән генә туҡылған Зөбәйҙә инәй ҡырҡ һигеҙ йәшендә генә сыйҙым киткән мәлдә, йылға аша ферманың башмаҡтарын ҡыуып сығарғанда, үҙе лә һыу кисеп, һыуыҡ үткәреп, ауырып үлә. Хәйбәһе ун алты йәшенән генә Аҙанғолов Мөхәррәм тигән кешегә тормошҡа сыға. Әбделхайы менән Әбдеразағы Хәйбә ҡыҙының ҡулында ҡала. Апай кешегә Күркәтауҙа ағас ҡырҡырға, колхозда ҡарауылсы, бейә, һарыҡ көтөүсеһе, аш бешереүсе лә булып эшләргә тура килә. Ҡана йылғаһы буйлап һал ағыҙғанда, хатта ағып китә яҙа. Яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде, Хәйбә инәй менән ире Мөхәррәм бабайҙың тормош юлдары айырыла, шулай булһа ла, килен менән ҡәйнә әсәле-ҡыҙлы һымаҡ бик татыу йәшәйҙәр. Ҡустыларын, үҙенең балалары Сәмиғаны, Сәйетте аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡәйнәһе Өммөниса инәйҙең ярҙамы ҙур була.

Ике ир уҙаманы Әбделхай бабай менән Әбдеразаҡ бабайҙың яҙмышы – бөтә ил яҙмышы. Бәләкәй генә көйө иңдәренә ишелеп төшкән аслығын да, юҡлыҡ михнәттәрен дә, йәберһетелеү-кәмһетелеүҙәрҙе лә, ғәзиздәрен юғалтыу ҡайғыларын да кисерһәләр ҙә, бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы бабайҙар! Йөҙҙәрендә тормошҡа оло һөйөү, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө балҡып тора. Ундай кешеләрҙе ир арыҫланы – таң сулпаны, тип йөрөтәләр.

Нәбиулла мулла балалары һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡандар, матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтергәндәр, лайыҡлы ғүмер кисергәндәр. Ҡайғы-һағыштарҙы ғәйрәтлеләр генә еңеп, тормоштан йәм табып йәшәй ала.

 

 

 

Шәһүрә Әхмәҙиева, Учалы районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...