Иманы ныҡ, рухы көслө ине

Иманы ныҡ, рухы көслө ине

Иманы ныҡ, рухы көслө ине

Рамаҙан айы еткән һайын, Вәлимә инәйҙе хәтерләйем.

 

Июль аҙаҡтары, ҡыҙыу бесән ваҡыты. Бер нисә кешенең бесәнлеге бер урында. Беҙҙең бесәнлек Мостафа олатай, Йомабикә инәй һәм Әбделхаҡ олатайҙыҡы менән сикләнгән. Ул көндө бик эҫе ине. Төшкә тиклем атайым менән бакуйҙарҙы әйләндереп сыҡтыҡ, ә төштән һуң күбәләргә тотондоҡ. Тамаҡ кибә башланы, өндәшмәйем. Минең уйҙарымды белгәндәй, атайым:

− Ҡыҙым, ошо күбәне күбәләш тә, “алама ҡайрам” (төшкө һәм киске аш араһы) сәйе ҡайнатырға бар, − тине.

Мин бик шатландым, арыу, тамаҡ кибеүе онотолдо. Йүгереп күпәйсектәрҙе ташый башланым атайыма. Ҡараһам, беҙҙең бесәнлек буйлап, кемдер килә. Атлауынан танып ҡалдым. Ике ҡулын артҡа ҡуйып, башын түбән эйеп, һәлмәк кенә беҙҙең яҡҡа Мостафа олатай килә.

− Атай, Мостафа олатай килә!

− Эш ҡыҙыу мәлендә бабай тигенгә йөрөмәй, бер хикмәте бар инде.

Олатай килеп еткәс, уң ҡулындағы йүгәнде ергә һалып:

− Әссәләмү ғәләйкүм, − тип иҫәнләште атайым.

− Үә ғәләйкүм әссәләм, − тип яуап бирҙе олатай. − Бесән эшләп буламы, Кинйәбай?

− Яйлап ҡына бара.

− Кинйәбай, минең бейәне күрмәнеңме? Төштән һуң Әбделхаҡ ағайҙар яғына ыңғайлағайны... Анау, Вәлимә ятып торғайны, ә хәҙер тора алмай. Ауылға тиҙерәк алып ҡайтырға ине, берәй хәл булмаҫ элек, − тине лә, китеп барҙы.

− Ә-ә-ә, Вәлимә апай йәш бит, һау ғына булһын, − тип, яҡшыға юрап та ҡуйҙы атайым. Мин барып, сәй ҡайнаттым да:

− Сәй эсергә, әйҙәгеҙ, сәй эсергә, − тип һөрән һалып, ҡысҡырҙым.

Эҫе булғанғамы, өндәшмәй генә ике сынаяҡ сәй эскәндән һуң, атайым:

− Мостафа ағай бейәһен эҙләй ине, − тине.

− Эйе, күрҙем, бейәһен етәкләп, үҙҙәренең яғына китеп бара ине, − тине әсәйем.

− Имен-һау булһын Вәлимә апай. Йомабикә апай ҙа йонсоп китте, хатта сәйгә лә килмәй.

− Бесәндән ҡайтҡас, кис эш күп, өйҙә ҡалған балалары, ҡош-ҡорттары, мал-тыуарҙарын ҡарарға кәрәк.

Иртәгеһенә атайым менән бакуйҙарҙы әйләндерергә килдек. Мостафа олатай ағас тырма менән бесән тырматып йөрөй. Атайым, иҫәнләшкәндән һуң:

− Ни хәлдә Вәлимә апай? – тип һорай һалды.

− Ул тәки бер тамсы һыу эсмәне, ҡояш байырға аҙ ҡалды, тип.

Баҡтиһәң, Вәлимә инәй ураҙа тотоп йөрөгән икән.

− Ул бөгөн дә бесәндә. Таң менән, ҡайнаға, мин һеҙҙең менән бесәнгә барайым, тип килде. Инде нисек алып килмәйһең?

Шул хәлдәрҙән һуң 14-15 йыл ваҡыт үтеп киткән. Мин үҫтем, кейәүгә сыҡтым. Бер ҡыҙ үҫтерә инем, икенсегә әсәй булырға декрет отпускыһына сыҡтым. Аҙна-ун көндән һуң ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, ҡаты ауырып киттем. Табиптар мине ҡотҡарҙы, ә баланы ҡотҡара алманылар. Балаға аят уҡытырға тип, ауылыма ҡайттым.

Әсәйем менән иртә тороп әҙерләндек.

− Ҡыҙым, ауылда аят уҡыған кеше Вәлимә апай ғына. Әбхәлек олатайым Япарһаҙға күсеп китте, − тине лә сығып китте әсәйем. Ҡайтҡас:

− Бөгөн Вәлимә апай ураҙа тота икән. Алдараҡ килермен, ауыҙ асҡанға тиклем аят уҡырмын, тип әйтте, − тине.

Ауылда өйҙәр ике бүлмәле: төпкө өй һәм ситке өй, тип йөрөтәләр.

Әсәйем ҡунаҡҡа тигән генә түшәй торған турпышаны, ике арҡыры һәм бер буй юрғандарҙы сығарҙы. Түшәп ебәрҙек, өй йәмле булып китте. Вәлимә инәй килде. Бик бөхтә итеп кейенгән, бер яулыҡты маңлайынан тартып бәйләгән, ә икенсеһен яҙып оҙон итеп артҡа төшөрөп ябынған, күлдәге бал итәкле, өҫтөнә камзул кейгән.

Ашъяулыҡ йәйеп, өҫтөнә тоҙ ултырттыҡ. Ултырғас, миңә Вәлимә инәй:

− Ҡыҙым, сәсеңде яулыҡ эсенә йыйып бәйлә, − тине. Оҙон ғына итеп яттан аят уҡыны. Ә мин уның тауышын һоҡланып тыңланым. Сылтырап аҡҡан шишмә кеүек тауышы. Ҡайһы урында һуҙып, ә ҡайһы урында тынып ҡалған кеүек тойолдо. Тоҙ менән ауыҙ асты ла, намаҙ уҡыны. Ашағандан һуң ҡабаланмай, тигеҙ итеп һүҙ башланы.

− Зәкирә, минең бөтә өмөтөм һиндә. Ауылда һинән зирәк, тыйнаҡ, ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Мин тере саҡта доға, сүрәләрҙе, намаҙҙы өйрәтеп киткем килә. Әсәйем:

− Мәрзиә бар бит,− тине.

− Уның балалары күп бит, кейәү ҙә мыжыҡ. Ғәле кейәү мыжыҡ булһа ла, тәүге өс балаһына үҙем исем һайланым: Шәһидә, Рәсүл, Мәрйәм. Был исемдәр Ҡөрьән-Кәрим китабында бар. Кейәүемә ризамын һәм бик шатмын ошо исемдәрҙе кире ҡаҡманы. Зәкирә, әле мин иң башта уҡыған "Фәтихә" сүрәһе, икенсеһе "Тәбәрәк" булды. Ваҡыт табып, килеп яҙып алырһың.

− Вәлимә апай, булдыра алырмын микән?

− Булдыраһың, һәр өйҙә 5-8 бала бар. Шуларҙың нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуғанын яттан беләһең...

Уйлап ултырам, ауылда егерме бишләп өй, һәр өйҙә 5-8 бала бар, хатта ике өйҙә унышар. Шуларҙың нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуғанын, исемен хәтерҙә тота икән әсәйем.

Бер аҙ уйланғандан һуң, әсәйемдең күҙҙәре нурланып китте лә:

− Ярай, Вәлимә апай, килермен, − тип яуап ҡайтарҙы.

Вәлимә инәй өс бала әсәһе була. Ике улы мәрхүм булғас, йөрәк йылытыусы бер бөртөк ҡыҙы Мәрзиә генә ҡала. Яҙмыш уны ныҡ һынай. Бөйөк Ватан һуғышына киткән ире лә әйләнеп ҡайтмай, ҡара ҡағыҙы ғына килә. Иренә тоғро ҡалып, башҡа тормошҡа сыҡмай. 87 йәшендә гүр эйәһе була.

Вәлимә инәй ныҡ иманлы, ғәҙел һәм эшсән булды. Үҙенең ауылдаштарын, әхирәттәрен, йәштәрҙе иман-тәүфиҡҡа саҡырып, халҡыбыҙҙың дини һәм башҡа матур йола-ғәҙәттәрен өйрәтеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, тормошто яратып йәшәргә өндәне.

 

Әлзилә Кираманова.

Йылайыр районы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....