Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ

Һүҙебеҙ Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында йәшәүсе Заһитова Сания Дәүләтша ҡыҙы (1930 йылғы) тураһында булыр. Туғыҙынсы тиҫтәне тултырып, йөҙҙө ваҡлаған ағинәй, бик күп ҡайғы, михнәт кисереүенә ҡарамаҫтан, бик тә теремек, үткер зиһенле, алсаҡ булып ҡала алған. Атаһы Дәүләтша Ҡәҙербирҙе улы күрше Йосоп ауылы (Ҡыйғы районы) муллаһы булһа, әсәһе Шәмсикамал Сәләхетдин ҡыҙы - Иҫке Хәлил ҡыҙы. Әсәһенең әсәһе Шәмсихаят, уның нәҫеле заманында Татарстан яҡтарынан суҡындырыуҙан ҡасып килеп, Хәлил ерҙәрендә үҙҙәренә төйәк тапҡан заттар булыр.

 

– Сания апай, мулла ҡыҙы булараҡ, һеҙгә репрессия елдәре ҡағылмай ҡалмағандыр, нимәләр иҫегеҙҙә ҡалған?

– Аллаһ, Аллаһ тигәндәр,

Аллаһ өсөн үлгәндәр, – тип ауыр көрһөнөп, башланы хәбәрен күпте күргән ағинәй. – Атайымды мәсеттә ултырған еренән ҡулға алғандар. Өйгә кереп, беҙҙең менән хушлашҡанда, ошолай йырлаған:

Бара торғас, бер ултырҙым

Уң аяҡҡайҙарым талғанға.

Ҡысҡырып та ғына йыр йырланым

Йөрәккәйем генә янғанға.

Йырсы булған ул, мәжлестәрҙә гел йырлап йөрөгән. Атайымды, ауылдан тағы Фәсхетдин тигән кешене Белорет яҡтарына һөргөнгә оҙатҡандар.

Өйөбөҙҙө тартып алдылар. Хатмулла, Моратша, Һиҙиәт ағайҙарым, апайҙарым Һәҙиә, Менәүәрә, Асия һәм мин – 7 бала менән ҡалған әсәйемә йәшәргә урын да бирмәнеләр. Инәйем (әсәйем) бик йүнсел ҡатын ине. Элекке өйҙөң эргәһенә, бер тыҡрыҡ ҡына урынға кәҫтән өй һалды, мейесен таштан яһаны. Күпмелер ваҡыт шунда йәшәнек. Малдар килеп һөҙһә өйөбөҙҙө, ҡысҡырып илап та ала инек. Инәйемдең апаһының улы Хужин Ғимран ағай эше буйынса Сулеяға барһа, ҡайтҡанда беҙгә тейеп йөрөнө. Ул Ыҡтамаҡта (Устьикин) райсовет председателе булып эшләне. Һуңыраҡ үҙенең келәтен күсереп килтереп, беҙҙе өйлө итте.

Асия апайым битенә сәсәк анаһы сығып, үлеп ҡуйҙы. Күрше-тирәләге апайҙар күҙ йәштәре менән хәтерләрҙәр ине: бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгән сабый үҙенән-үҙе бәйет сығарып ултырған.

Аҡ күгәрсен, күк күгәрсен

Оя тибә күрәһең.

Бәхет өләшкән саҡтарҙа

Йоҡлағанбыҙ, күрәһең...

Инәйем бик тырыш булғас, беҙ икмәккә бик аптыраманыҡ. Йыш ҡына етәкселәргә хром итек тегә торғайны. Улар ондо өйгә үк килтереп ҡуя ине.

Бер ваҡыт инәйем Әпшән ауылына тегенергә китте. Өйҙә бер үҙем булғас, Мәфрүзә исемле әхирәтемде саҡырҙым. Ул мине матур-матур ҡурсаҡтары менән алдандырып, кинәт кенә: “Һеҙҙең оноғоҙ бар. Әйҙә жәймә (йәймә) бешерәйек”,– ти. Мин риза булдым. Ул минән олораҡ булғас, үҙе тотондо: ҙур ағас табаҡты тултырып тороп ҡоймаҡ туғыны. Текмәне һүтеп керетә лә яға, керетә лә яға. Мейескә яҡын барып та булмай, жәймәләр яна. Ишек дөбөрләтәләр. Ишекте элгәнбеҙ, асырға ҡурҡабыҙ. Инәйем ҡайтҡан икән... Шунда миңә был ҡылығыбыҙ өсөн бик ныҡ эләкте. Ә иптәш ҡыҙым табаҡтағы ҡалған ҡамырҙы ашлыһыуға ауҙарып, күлдәк эсенә жәймәләрен тығып йәшереп, сығып тайғайны инде.

Бәлә артынан бәлә булып ҡына торҙо. Хатмулла ағайымдың аяғына ат тибеп, шешеп, аяғын киҫтеләр. Һыңар аяғы менән Өфөгә барып, протез алды. Өйләнде. Инвалид көйөнә колхозға эҫкерт ҡойоп йөрөгәне хәтеремдә.

Шәмсихаят ҡәртнәйем, беҙ өйһөҙ ҡалғас, ныҡ ҡайғырған. Илай торғас, күҙҙәре күрмәҫ булған. Уны үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Ғүмеренең аҙағынаса беҙҙә йәшәне.

Атайым менән бергә ҡулға алынып, Белорет урманына оҙатылған Фәсхетдин ағай, йыл ярым самаһы ваҡыт үткәс, ҡасып ҡайтты ауылға. Нисек итеп асҡа интегеүҙәрен, тубыҡтан кире һыу кисеп, урман ҡырҡҡандарын инәйемдәргә һөйләгән. Ни бары 400 гр. әпәй ҙә кәбеҫтә һыуы бирәләр ине ашарға, тигән. “Әйҙә, ҡасайыҡ бынан, тип күпме ялбарҙым. Их, еҙнә мине тыңламаны бит”, – тип үкенесен белдергән. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип атайым ҡасып китергә ризалашмаған.

“Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә” тигәндәр боронғолар. Атайымды төрткөләп, йәмһеҙ ҡыланып, өйҙән алып сыҡҡан Хатмулла тигән кеше һуңынан бер аҙнаға ла бармай үҙе йән биргән. Ә тирә-яҡ ауылдарҙан атайым ишеләрҙе властарға башырған ҡатындан халыҡ нисек теләй, шулай үс алған – был турала һөйләргә теләгем юҡ. Яҙһаң, ҡағыҙ ҙа түҙмәҫ.

Эй, Аллаһым, беҙҙе ҡылдың

Мөслим илә мөслимә.

Шул имандан беҙҙе айырма,

Бир хаятың, бир иман! – тип көйләп, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо әңгәмәсем. – 50-се йылдар тирәһе. Әнүәр исемле егеткә димләп, кейәүгә бирҙеләр. Хәлил ауылына килен булып төштөм. Асы төбәгендә ҡул менән бесән сабабыҙ. Оло апайҙар минән, йәш килендән, салғы яныталар. Йәнәһе улар салғыны киҫә яный. Асы тауын төшкәс тә саф һыулы Артмаҡкүл була торғайны. Төпһөҙ күл, тиҙәр уны (был турала легенда ла бар), сөнки ике ат дилбегәһен ялғап, осона таш бәйләп төбөнә төшөрөп ҡарағандар, буйламаған. Ошо күлдән сәй ҡайнатырға һалҡын һыуын да ала инек. Ҡайһы берәүҙәр күл ситендәге түмгәктәргә тотоноп ҡына, һыу инергә лә батырсылыҡ итә ине.

Хәлил ауылында борон ике мәсет булған, тип һөйләй торғайнылар. Береһе Кисәбайҙа, унда Мәүлитбай Ханнанов хәҙрәт булып торған. Ауыл ҡарттары бик әүҙем йөрөгән мәсеткә. Шуға ла ғәйет байрамдары, мәүлиттәр гел уҙғарылып торған.

Икенсе мәсет беҙ йәшәгән урында иң ҡалҡыу ерҙә булған. Боронғо мәсет тирәһендә, баҡсамда трактор һөрөп сыҡҡандан һуң тирегә төрөлгән Ҡөрьән табып алдым.

Хәлил менән Кисәбай ике ауыл булып һаналған элгәре. Уларҙы бер Ташлығул соҡоро ғына айырып торған. Хәлил мәсетенә Ҡәрип Ғәлләмов бабай, Мәүлитбай Хәкимов, Мөбәрәк бабай һ.б. йөрөгәндәр. Мин килгән йылдарҙа күбеһе иҫән ине әле. Мәсет ябылһа ла, бер-береһенең өйөнә йыйылып, йома уҙғаралар ине, дини байрамдар ҙа үтә торғайны. Бихисап ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйҙәрендә намаҙ уҡыуҙарын белә инем.

Сания Дәүләтша ҡыҙына бәләкәй сағында ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйҙәрҙә йыйылышып Аллаһуны зекер итеүҙәрен, салауат, бәйет, мөнәжәт әйткәндәрен дә күрергә насип була: “Әбейҙәр түңәрәк яһап ултырып, зекер итерҙәр ине. “Аллаһу, Аллаһу, Аллаһу, Һууу”, – тигән тауыштары ҡолаҡҡа һеңеп ҡалған”.

– Һеҙҙең ҡот ҡойғанығыҙҙы, мейеһе төшкән кешеләрҙең мейеһен урынына ултыртҡанығыҙҙы ишетеп беләбеҙ. Быларға кемдән өйрәндегеҙ?

– Инәйем менән ҡәртнәйем икеһе лә был шөғөлдө беләләр ине. Биҫер (бүҫер) талауҙы ла уларҙан оттом. Уларҙан бик күп ғилем алырға булыр ине, әһәмиәт бирмәгәнмен. Ҡәҙерлеләремдең төҫө итеп һаҡлайым, – тип, Мәрйәм анаһынан эшләнгән тиҫбене ҡулына алып, шыбырлап ҡына бармаҡтарын тиҫбе төймәләре буйлап тирбәлдереп алды.

Сания ханымдың ире Әнүәр өс сабыйын ҡалдырып, ауырыу сәбәпле, йәшләй генә донъя ҡуя. Үлер алдынан ҡатынына икенселәй кейәүгә сығырға кәңәш бирә. Ул шулай була ла. Икенсе ире Миңдебай Заһитов балаларҙы үҙ аталары кеүек ҡарай, тағы ла бер ул табып үҫтерәләр. Миңдебай ағай ҙа инде Әхирәткә күскән. “Әлхәмдүлилләһ, икеһе лә “Йәсин” менән үттеләр. Яҡшы кеше инеләр, урындары Ожмахта булһын!” – тине ағинәй һәм йәш саҡтан уҡ ятлап, гел әйтеп йөрөгән салауатлы мөнәжәтен көйләп оҙатып ҡалды:

Аллаһүммә салли ғәлә

Саидинә Мөхәммәд

Үә ғәлә әли үә сәхбиһи

Үәс-сәлим тәслимә.

Салуатуллаһи ғәләйһи

Үә ғәләйһи әжмәғин.

Жөмләбеҙгә рәхмәт әйлә

Ләә иләһәә ғәләмиин.

 

Нәсимә Мөхәмәҙиева яҙып алды.

Дыуан районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....