«Хәлфә ҡартатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ!..»
«Хәлфә ҡартатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ!..»
Тормош юлында осраған һәр уҡытыусы беҙгә ниндәй ҙә булһа йоғонто яһай. Хозур донъяның серҙәрен асып, фәнгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятҡан мөғәллимдәребеҙҙе беҙ һәр ваҡыт ҙур йылылыҡ һәм наҙ менән иҫкә алабыҙ.
Аллаһ Илсеһе ғәләйһис-саләтү үә сәлләм әйткән: «Әҙәм балаһы үлгәс, үҙ ғүмерендә биргән саҙаҡа-жәрийәһенән, өйрәткән ғилеменән, уның өсөн доға ҡылған балаларынан тыш, бар ғәмәлдәре лә туҡтар (юҡҡа сығыр)». Шәкерте мөғәллимлекте һайлаған саҡта, уҡытыусы кешенең сауаплы ғәмәлдәре быуындан-быуынға дауам итәсәк. Тормошта тоҡомоңдо ҡайғыртып, ейән-бүләләреңдең дин ҡанундары буйынса йәшәүҙәрен Раббынан ялбарып һорауҙарың да, һин киткәс тә, тормошҡа ашыуына шик юҡ. Ул саҡта йәш быуындың ата-олатаһы өсөн доға ҡылыуы ла ейән-бүләләренә еңеллек, сәғәҙәт булып ҡайтыр. Ошо йәһәттән данлыҡлы яҡташым, ун туғыҙынсы быуат аҙағы – егерменсе быуат башында мөғәллимлек ҡылған Иҙрис хәлфә Моталлаповтың ырыҫы ҙур. Сөнки уның ян-яҡҡа таралған тоҡомо бөгөн дин юлында, үҙ-ара татыу, ауылдаштары менән әле булһа бөйөк шәхесте телгә ала, уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡыла. Күренекле шәхестең вариҫтары, тыуған ауылым Юлдыбайҙа Иҙрис хәлфәнең исемен йөрөткән мәсеткә йыйылып, ҡартаталарының рухына доға ҡылып, беҙгә белгәндәрен һөйләп бирҙе.
Мөхәмәтғәли Шәрипов: Ҡартатайым Хәсән Моталлапов – Иҙрис хәлфәнең бер туған ҡустыһы. Ул да дин кешеһе ине, Совет власы заманында ауылда мулла булды. Унда ҡасып, бында ҡасып йомалар үткәреп йөрөнө. Әсәйем дә дин ҡағиҙәләрен үтәне. Иҙрис хәлфәнең тотонған Ҡөрьәне – мәҙрәсәлә уҡытҡан сағындағы китабы оҙаҡ йылдар беҙҙә һаҡланды. Шунан инде, үҙенең исемен йөрөткән мәсеттә булһын тип, был ҡомартҡыны иман йортоноң имам-хатибы Марат Рәхмәтуллинға тапшырҙым.
Илшат Моталлапов: Хәлфә ҡартатайымдың өлкән улы Ибраһимдан Нурулхаҡ ҡартатайым, унан инде атайым Шәфҡәт тыуған, мин инде Шәфҡәттең улымын. Атайым үҙе ошо мәсеттә хәҙрәт булды, бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалды. Иҙрис хәлфә тураһында уның һөйләгәненән беләм. Ҡартатайым, Ғүмәр (Бүкәт) ауылында (хәҙер ул Юлдыбай ауылының бер өлөшө) мәсет асып, мәҙрәсә ойоштороп, балалар йыйып уҡытҡан. Донъяуи фәндәр – химия, физика, астрономия менән бергә дини һабаҡ та биргән. Алтын йыйыу приискыһы булған, тип һөйләй торғайны атайым. Йылҡы малы күп булған, теүәл һанын үҙе лә белмәгән, аттарын Яманһаҙҙа тотҡан, тиҙәр. Мәсете хәҙерге Колхоз урамында торған, нисәнселер йылда янғын сығып китеп, ғибәҙәтхана көл-күмергә әйләнгән. Атайымдың бағана ултыртам, тиһәң, шул урындан һаман күмер сыға, тип һөйләгәне иҫемдә.
Октябрь революцияһына саҡлы бер-береһенә терәлеп ултырған Юлдыбай һәм Ғүмәр ауылдарында ике мәсет, ике мәҙрәсә була. 1912 йылда Ғүмәр ауылында асылған мәҙрәсәлә Троицк ҡалаһында данлыҡлы «Рәсүлиә»не тамамлап ҡайтҡан Иҙрис хәлфә Моталлапов яңыса, йәғни йәҙитселек ысулы менән грамматика, әҙәбиәт, тарих, география, тәбиғәтте өйрәнеү кеүек донъяуи фәндәрҙе уҡыта башлай. Шәкерттәр рус телен дә бик етди өйрәнә. Совет власы килеү менән мәҙрәсәнең эшмәкәрлеге туҡтатыла. Коммунистар хәлфәне хәләл көсө менән йыйған мөлкәтенән, малынан, иркенән мәхрүм итә.
Абдулғафур Сафин: Хәлфәнең ҡыҙы Әсмә – минең ҡартәсәйем. Бала сағымда уның янына ҡунаҡҡа йыш килә торғайным. Ул миңә «Раббәнә» доғаһын өйрәтте. Ҡәҙерле кешем минең намаҙға баҫҡанымды күрә алманы. Күрһә, инде ҡыуаныр ине. Ҡазанда ислам колледжын тамамланым.
Рәис Сафин: Хәлфәнең Әсмә ҡыҙының өлкән улымын. Әҙәбиәттә лә, мәктәптә лә муллаларҙы яманлаған совет дәүерендә үҫтем мин. Шуға ла әсәйем был турала артыҡ һөйләмәгәндер инде. Ҡартатайҙы 1937 йылдың аҙағында алып киткәндәр, күп тә үтмәй атҡандар. Интернетта ла ошо турала мәғлүмәт бар. «Атайыбыҙҙы алып киткәс, ныҡ ҡыйын булды», – ти торғайны әсәйем. Шәүҡәт ағайымды (Иҙрис хәлфәнең улын) 1943 йылда һуғышҡа алғандар. Алкинола учебка үткән булғандыр. Ҡартәсәй Юлдыбайҙан тағы бер ҡатын менән ат арбаһына ултырып барғандар шунда. Шәүҡәт улының ауыр бүрәнәләр күтәреп йөрөгәнен күреп, ныҡ илаған ул. Шунан күп тә үтмәй, ауылға ҡайтып барған ерендә үлеп ҡалған.
Роза Хәйруллина: Мин Иҙрис ҡартатайымдың иң төпсөк ҡыҙы Тайбаның ҡыҙы Роза булам. «Атайымдың иң яратҡан ҡыҙы булдым. Тубығына ултыртып иркәләр ине», – тип, бала сағының яҡты мәлдәрен иҫкә төшөрөр ине әсәйем. 1937 йылда ҡартатай ҡулға алынғас, ғаиләһенең бөтә мөлкәтен, малын тартып алалар. Өләсәйем алты балаһы менән мунсала ғына ултырып ҡала. Иптәше динле булыу арҡаһында хөкөмгә тартырылһа ла, өләсәйем динде ташламай, кешегә белгертмәй генә биш намаҙын уҡый, йәйге селләлә лә ураҙаһын тота. Сәхәр эсер алдынан тәҙрәне кейеҙ менән ҡороп ҡуя торғайны, тип һөйләй ине әсәйем. Бесән эшләп, кис ҡайтҡас ҡына ауыҙ асҡан. Өләсәйем 36 йәшендә генә тол ҡалып, алты йылдан үҙе лә гүргә инә, балалары үкһеҙ етем булып ҡала.
Фәриға Сабитова: Ҡартатайҙың иң оло улы Ибраһимдың кинйә ҡыҙы мин, Баймаҡ ҡалаһында йәшәйем. Хәлфә ҡартатайыбыҙҙы тәүҙә Йылайыр төрмәһендә тоталар, Мөжәүир олатай ҙа шунда була. Бер көндө тотҡондарҙы Өфөгә ылауға ултыртмайса, йәйәү алып киткәндәр. Хәлдәре үтә мөшкөл булғандары баш ҡалаға барып етә алмаған. Мөжәүир олатай менән ҡартатайым барып еткәндәр. Мөжәүир хәҙрәт үҙенең һәләтен ҡулланғанға күрә, һаҡсылар уны арбаһына ултыртҡан. 59 йәшендә булған ҡартатайым ныҡ булған, йәйәү атлап, юл ғазабына бер ҙә бирешмәгән.
Айһылыу Байгилдина: Әлхәмдүлилләһи шөкөр, хәлфәнең ейәнсәремен. Бәләкәй сағымда Аллаһ исемен әйтеүҙе тыйып килделәр. Мин үҙем рус мәктәбендә уҡыным. Өйҙә әҙ булһа ла дини мөхит, әҙәп-әхлаҡ һаҡланып килде. Мәктәпкә барһаң, динде кәмһетеү булды. Аллаһҡа шөкөр, хәҙер яҡшылыҡҡа тыйыу юҡ, Раббыбыҙ дингә юл асты, Хаҡ юлына Баҫтырғанына ҡыуанып бөтә алмайым. Барыһына ла шөкөр итәм, 2015 йылда хаж ҡылырға насип булды. Ҡалған ғүмеремде лә ғибәҙәт ҡылып ҡына йәшәргә насип булһын, бөтәбеҙгә лә шундай теләк!
Дамир Моталлапов: 2021 йылда ғаиләм менән Троицк ҡалаһына барып, ҡартатайҙың уҡыған мәҙрәсәһен күреп ҡайттыҡ. Был сәфәр ҙур ғорурлыҡ килтерҙе. Иҙрис хәлфәнең вариҫтары булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Ҡартатайыбыҙ ҙур ғилем эйәһе булған, балаларға белем бирәм, тип тырышып йәшәгән.
Тыуған ауылым Юлдыбай тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес атайымды ла күләмле әҫәр яҙыуға илһамландыра. Мөслим Әбсәләмовтың «Хәлфә», «Мөғәллим» романдарында бөйөк шәйех Зәйнулла Рәсүлевта белем алып, Урал аръяғында урынлашҡан Ғүмәр һәм Юлдыбай ауылдарының мәҙрәсәһендә уҡытҡан Иҙрис хәлфәнең тормош юлы, мөғәллимлеге бәйән ителә. Күренекле яҡташыбыҙға үҙенсәлекле «һәйкәл» был әҫәрҙәр. Улар дингә, мәңгелеккә, тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү һәм тәрән ихтирам менән һуғарылған.
Әлхәмдүлилләһ, ер йөҙөндә иң изге һөнәр эйәһе – мөғәллим Иҙрис хәлфәнең вариҫтарының һәр береһе туғандарын үҙенән артыҡ күреп, ҡәрҙәшлек ептәрен барлап, нығытып, тап Раббыбыҙ ҡушҡанса йәшәй. Олаталарының мираҫы донъялағы бар байлыҡ-зиннәттән дә өҫтөнөрәк бит. Ул – гүзәл динебеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү.