Гүйә һуғыш һаман тынмаған
Гүйә һуғыш һаман тынмаған
Донъябыҙ өс көнлөк кенә... Йырҙа йырланғанса, ғүмер төш кеүек, үтә лә китә. Ҡояш аҫтында апайым менән минең өсөн иң изге йән эйәһе – әсәйемдең фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскәненә лә ошо көндәрҙә ике тиҫтә йыл булып киткән. Егерме йыл үтһә лә, юғалтыу әсеһе, юҡһыныу хисе һаман да йөрәгемдә, үкенесле тойғолар бер ҡасан да тынмаҫ, ахырыһы.
Ғаилә тарихын төпсөнмәгәнмен, янында оҙағыраҡ булмағанмын, тигән һағыш та тынғы бирмәй. Яңыраҡ ҡулыма әсәйебеҙ Мәғзүфә Хөсниярованың яҙмалары килеп эләкте. Ҡәһәрле һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә донъяға килгән баланың күңел яралары бәйән ителә унда. Гәзит уҡыусылары өсөн дә был яҙма фәһемле булыр, тип уйлайым. Айырыуса бөгөн – Ер шарының төрлө урындарында, бик яҡында утлы яралар һулҡылдағанда...
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығын (2000 йылда яҙылған!) билдәләргә әҙерләнә. Миңә илле етенсе йәш, тимәк, һуғыштың иң ҡыҙған сағында тыуғанмын. Ысын мәғәнәһендә, һуғыш балаһы! Әлбиттә, мин һуғыштың ни икәнен дә белмәгәнмен. Ләкин уның ауырлыҡтарын күп татығанмын, мәхрүмлектәрен күп кисергәнмен. Ул ҡәһәр һуғыш бәғеремә уңалмаҫ яраларын һалып, минең өсөн ғүмер буйы дауам итә. Һуғыш йылдарын мин әнием (әсәйем) һәм туғандарым һөйләүе буйынса ғына беләм. Әтием (атайым), Әсрар Хөснияров, броне булһа ла, нишләптер 43-сө йылдың башында үҙе теләп һуғышҡа киткән. Уға ҡәҙәр ике улы – Әнүәр һәм Әҙип фронтта булғандар һәм һуҡыр өләсәй һәм беренән-бере вағыраҡ алты бала инәйем ҡулына ҡарап ҡалған. Етмәһә, уның ҡулын бәйләп, мин тыуып ятам. Хәҙер аптырайым: шундай ауыр йылдарҙа – аслығы ла, яланғаслығы ла алҡымдан алғанда – нисек итеп беребеҙ ҙә үлмәгәнбеҙ? Хатта ас әсәнең күкрәк һөтө менән генә туҡланған мин дә.
Еңеү яуланған. Әммә ниндәй ҡорбандар менән! Беҙҙең ғаиләнән генә Әҙип ағайым, әниемдең энеһе һәләк булған, әтием дә һуғыш ҡырында фронтта ятып ҡалған. Шулайтып, мин атайҙы бөтөнләй күрмәгәнмен, ғүмеремдә бер мәртәбә лә «әти!» тип өндәшмәгәнмен. Бындайҙар бер мин генә булһам икән! Мәҫәлән, беренсе класҡа 27 бала уҡырға барҙыҡ, шуларҙың өсәүһенең генә аталары бар ине. Улары ла аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ. Ана шул егерме дүрт класташым өсөн һуғыш һаман дауам итмәйме ни?
Һуғыш бөтөр алдынан ауыр яраланып, 46-сы йылда ғына ҡайтты Әнүәр абыйым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Асҡын һәм Тәтешле район газеталарының редакторы булып эшләне. Ғүмере буйы фронтта алған яраһынан интекте һәм, ахырҙа, шул йәрәхәт уны алып китте.
Һуғыш балаһы тип башлағайным бит әле һүҙемде...
Һуғыш бөтөү менән ҡапыл ғына тормош яҡшырып китмәне: кешеләр ҙә, ил дә бөлгән ине. Мин дә иҫ белә башланым, баланың саф күңеле барыһын да һеңдереп алып ҡалған. Хәтеремдә, әниемдәр барыһы ла бесәнгә китә. Һуҡыр өләсәйем менән миңә бер йомортҡа ҡалдыралар. Шуны көлгә күмеп бешерәбеҙ ҙә бүлешеп ашайбыҙ. Эй тәмлелеген! «Үҫһәм, бер юлы утыҙ йомортҡа ашар инем!» – тип хыяллана инем.
1950 йылда беренсегә уҡырға төшкәндә аяғыбыҙҙа сабата ине, 60-сы йылда унынсыны тамамлағанда ла шул – төп аяҡ кейеме булды. Урта мәктәпкә Урмиязға йөрөп уҡыйбыҙ, ул беҙҙең Солтанбәк ауылынан егерме биш километрҙа. Аҙналыҡ аҙыҡ алып китеү өсөн ял һайын ҡайтабыҙ йәйәүләп. «Сабата шәп атлата» тигәндәре дөрөҫмө, йүгерә-атлай еләбеҙ әхирәттәр – Рәфисә, Рәйзәнә, Һәнүзә, Заһиҙә, Зәбирә – атайһыҙ ҡыҙҙар. Әммә был хаҡта беҙ уйламайбыҙ ҙа, әйтерһең, шулай тейеш.
Шундай әрһеҙлек, бәлки, беҙҙе сыныҡтырғандыр ҙа, тормошта юғалып ҡалманыҡ. Етем кешегә урта белем дә еткән, тип торманыҡ, вуздарға ынтылдыҡ. Рәфисә Нуртдинова мәктәпте миҙалға бөтөп, институт тамамлап, пенсияға сыҡҡансы Ырымбурҙа инженер булып эшләне. Улы, Мәскәү юғары уҡыу йортон тамамлап, Польшала эшләй. Рәйзәнә Насретдинова бөгөнгө көндә лә Өфөлә уҡытыусы булып эшләй. Мин үҙем дә ғүмерем буйы балалар уҡыттым.
Бүтән яҡта нисегерәк булғандыр, һуғыштан һуң да оҙаҡ йылдар
беҙҙең тамаҡ икмәккә туйманы. Асҡын яғы ҡара урман, сәсеүлек ер бик аҙ. Шуғалыр ҙа беҙҙең ауылға тәүге трактор илленсе йылдарҙа ғына килде. Уның артынан яланаяҡ йүгергәнебеҙ һаман да күҙ алдында.
Һуғыш йылдарында һәм унан һуң да төп аҙығыбыҙ бәрәңге булды. Яҙ, йәй уға балтырған, кесерткән, йәшелсә ҡушыла. Ҡорһаҡ тула, әммә барыбер икмәк һағындыра. Уңыш йыйыу осоронда ғына эшләгән колхозсыларға бер-ике кило он бирәләр. Ошоға бәйле бер эпизод иҫемдә ҡалған. Ҡар төшкәс, мин тышҡа сыға алмай, тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултыра инем. Ғәйфулла тигән малай шул норманы яулыҡҡа төрөп алып ҡайтып бара. Төргәге сиселеп китте бит! Оҙаҡ иҫе китеп торҙо ла яңы яуған ҡарҙа һибелгән ондо йыйырға маташа башланы…
Бер саҡ Солтанбәктән ун ике саҡырым алыҫлыҡтағы Муллаҡай леспромхозында пекарня эшләй башлағаны ишетелде. Шунан беҙ, ун-ун бер йәшлек ҡыҙҙар, шунда йөрөй башланыҡ. Йомортҡа алып барып һатабыҙ ҙа икмәк алабыҙ. Ҡулда икмәк булғас, ҡайтыуҙа күңел көр: еләбеҙ генә! Юл туҙанында тәпәй эҙҙәребеҙ генә ярылып ятып ҡала. Радионан «Оло юлдың туҙаны» тигән йырҙы ишетһәм, шул сағыбыҙ иҫкә төшә.
Йәйе рәхәт тә ул, ҡышы үҙәккә үтә: кейем кәрәк. Булат абыйым Урмияз урта мәктәбендә уҡый ине. Ялға ҡайтҡан арала яңы сабата яһап алып китә: егерме биш саҡрымды йәйәүләп ҡайта, тауға менеп, йүкә ағасы ҡырҡып алып төшә, иретә, һыҙыра, төнө буйы сабата үрә. Иртәгеһенә киндер тоҡсайына бәрәңге күптермәһе тейәп, яңы сабата кейеп, йәнә кире юллана. Сабата үргәндә, шөшлөһө тейеп, бер күҙенән яҙып ҡалды. Эй, шул саҡта илағаны! Сөнки летчик булам тип йөрөгән хыялы селпәрәмә килгәйне. Дуҫтары Изах, Шаһиян, Иғдисам хәрби училищеға киттеләр һәм летчик булдылар.
Ниҙәр генә кисермәнек, ниҙәр генә күрмәнек... Көҙ, колхоз уңыш йыйған дәүерҙә, беҙ, бәләкәстәр, амбар тирәһендә ураңғылап, кеҫәгә бер-ике ус иген алып ҡайта торғайныҡ. Шуны йә киптереп, йә ҡурып, ҡул тирмәнендә тартып, өйрә бешерәбеҙ. Уй, шул ҡул тирмәненең теңкәгә тейгәне... Шул тирмәнде хәҙер әллә ниндәй экзотика рәүешендә ҡайҙа ғына күрһәтмәйҙәр – Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә. Хатта яңыраҡ Сенкевич килгәндә, Баймаҡ әбейҙәре тирмән тартып, киле төйөп ултырған булалар. Был тапшырыуҙы ҡарап, башҡа халыҡтар ярай ҙа «башҡорттар һаман тәү-тормош кимәлендә йәшәйҙәр икән» тип уйламаһалар...
Ауылда уҡығанда, оҙон тәнәфестә өйгә йүгереп ҡайтам, сөнки башҡалар ҙа ҡайта. Телеп кенә алып китергә әпәй юҡ бит инде. Баҡсаға кереп кишер-шалҡан йолҡоп алған булам. Сарс йылғаһында йыуып, кимерә-кимерә ҡабат мәктәпкә йүгерәм.
Шулай оҙаҡҡа һуҙылды һуғыштың ҡасафаты. Малыбыҙ ҙа булды, ҡош-ҡортобоҙ ҙа. Тик ите, майы, йомортҡаһы хөкүмәткә китеп торҙо. Өҫтәүенә, әллә ниндәй налогтар түләттерәләр, заемға яҙҙыралар. Фронтта һәләк булған атайыма килгән 72 һум пособие ана шуға китеп бөтә. Шуның өсөн микән миңә хәҙер ҙә «налог агенты» тигән кеше әллә ниндәй бер уҫал әҙәм һымаҡ тойола.
Ут-ялҡындары менән көйҙөрөп, әсе күҙ йәштәренә сылатып, асыҡтырған һәм туңдырған ауыр йылдар артта ҡалды. Тормош яҡшырҙы. Өҫ кейемгә, тамаҡ ашҡа туйҙы. Хатта һуғымды буханка-буханка икмәк менән һимерткән Брежнев заманы ла булды. Союз буйынса ла күп ерҙәр гиҙергә насип булды, сит илдәрҙә экскурсияларҙа булыу бәхете лә тейҙе. Болгарияға, Румынияға сәйәхәт ҡылған саҡта, Европаны немец фашистарынан азат итеүселәргә ҡуйылған күп һәйкәлдәр күреп, ғорурландым. Атайым һәм ағайымдар һуғышып үткән, ятып ҡалған Украина, Белоруссияла ла булдым. Йәшлек ғәмһеҙлеге менәнме икән, ул хәтлем үк ауыр тойғолар кисермәгәйнем. Һуңғы йылдарҙа, атай йәшен уҙып киткәс, бик ныҡ уйландыра башланы. Үткән йыл ейәнем менән Украинала ял иткәндә, әтиемде уйлап, йөрәк һыҡраны ла торҙо. Тимәк, илле биш йыл үтһә лә, һуғыш гүйә минең өсөн әле тынмаған. Чечнялағы йылдар ҙа былай ҙа уңалмаған яраны яңыртып ебәрҙе.
Светлана Әбсәләмова