Өшкөрөү көсө
Өшкөрөү көсө
Көҙ аҙағы. Ҡыш, үҙенең түҙемһеҙлеген күрһәтергә тырышыуылыр инде, ваҡытынан алда туңдыра ла башланы. Тереклектең һыуыҡтар башланыуына интегә-интегә өйрәнеп китеүе. Төрлө сирҙәр ҙә ошо миҙгелдәр алмашыныуын көтөп кенә торалармы ни − дауаханаларҙа сираттар оҙоная, аптекаларҙа аҡса әйләнеше күпкә арта. Ауырыуҙары ла, һауҙары ла, халыҡ имен-аман ҡышты сығырға тигән өмөт менән юлын дауам итә. Күптәре йәйҙән үк әҙерләнә: емеш-еләген, үлән-тамырын һәр төрлө ысул менән ҡышҡа һаҡлай.
Миңә килгәндә инде, ул сирҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай тиерлек, ҡайсаҡ түшәктән дә тора алмай, ҡайсаҡ эштән дә айырыла алмай, аяғөҫтө генә үткәреп торам. Һәм шулай сирләгән һайын бала саҡта булған бер ваҡиға һағындырып ҡына иҫкә төшә.
Атайым үлгәндең икенсе ҡышы. Ноябрь-декабрь айҙары булғандыр (үлеп китһәм, шыршы байрамында була алмайым инде, тип бошоноп ятҡаным иҫтә), беҙ, өс бала: ағайым, апайым һәм мин грипп менән бик ҡаты сирләп, барыбыҙ ҙа түшәккә йығылдыҡ. Ғаиләлә бер әсәйем генә сирләмәй ҡалды. Колхоздағы тыңғыһыҙ эше өҫтөнә өйҙәге мал да, утын-һыу ҙа, балаларының сире лә әсәйемдең яңғыҙ иңенә төштө. Көн тимәй, төн тимәй, беҙҙе ҡарап, өс карауат араһында сабыуы... Нисек кенә өлгөргәндер инде ғәзиздәрҙән-ғәзиз генәм минең! Фельдшер инәйҙе саҡырып алып уколдар ҙа һалдырҙы.
Ағайым менән апайым арыулана башланы, ә минең хәл һаман мөшкөл ине. Беҙҙең ауырышҡанды ишеткәндер инде, бер көн олатайым (атайымдың атаһы) килеп керҙе. Әсәйем менән иҫәнләште лә, беҙҙең яҡҡа күҙ һалғас, тауышын әкренәйтә биреп хәлдәребеҙҙе һораша башланы. Уларҙың һөйләшкәнен ишетер-ишетмәҫ кенә ятһам да, әсәйем минең хәлдең ыңғайға бармауын әйткәнен аңланым. Ул арала йоҡлап киткәнмен, әсәйемдең:
– Ҡыҙым, кил, ситкәрәк шылып ят әле, – тигәненә уянып киттем, – ана, олатайың килде, һине өшкөрәйем, ти. Арыуланып китерһең, – тип мине үҙе үк күтәреп шылдырып һалды. Мин олатайыма ҡарап хәлһеҙ генә йылмайған булдым:
− Һаумы, олатай! – тип торорға маташыуым булды, әсәйем дә, олатайым да миңә торорға кәрәкмәгәнде аңлатып кире һалдылар. Олатайым баш ҡағып ҡына һаулашты ла, ултырғыс менән карауатым янына йәтешләп ултырҙы, ике ҡуллап маңлайымды, ҡулдарымды тотоп ҡараны. Унан әкрен генә моңло тауышы менән шундай килешле итеп аятын уҡый башланы. Ошо аяттар менән атайымды һуңғы юлға оҙатыуҙары иҫкә төштө бит. Тамағыма төйөн тығылды, күҙгә йәштәр эркелде. Илауымды күрһәтмәҫ өсөн күҙҙәремде йомдом. Олатайым, аятын уҡый-уҡый, йомшаҡ ҡулдары менән әкрен генә йәштәремде һөрттө. Бер нәмә лә өндәшмәне, әммә маңлайымдан һыйпап, түшемә ҡулын һалып сабыйҙарҙы йоҡлатҡандағы кеүек тапап йыуатты. Ә минең йәштәрем туҡтамай аҡты ла аҡты. Күпмелер ваҡыттан тынысланып, йоҡлап киткәнмен. Миңә оҙаҡ йоҡлаған һымаҡ тойолһа ла, оҙаҡ булмағандыр, тағы уянғанда олатайым һаман аят уҡый ине әле. Мин артабан уның тауышының матурлығына һоҡланып тыңлап ята башланым. Ошо моңло тауышта күпме һағыш сағыла. Уның ҡайҙан килгәнлеген дә һиҙәм мин. Атайым үлгәндә Йәсин сыҡты ла олатайым, атайымдың күкрәгенә ятып, сеңләп-сеңләп илап ебәрҙе. Оҙаҡ түгел, әлбиттә, тиҙ тыйылды. Унан башын аҫҡа эйеп, шәп-шәп атлап сығып китте.
Олатайым зыңғырлатып ҡына аятын уҡып бөттө лә, кеҫәһенән тиҫбеһен алып, тарта-тарта, доғаларын теүәлләне. Ыҡсым ғына һаҡалының тилбер генә һелкенеүе миңә ҡыҙыҡ та тойолдо. Тынысланып, күҙҙәремдең йылтырап китеүен күреп, олатайым ике ҡуллап башымдан тотоп өшкөрөүгә күсте. Маңлайымдан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр сыҡҡансы өшкөрҙө. Уның тыны шундай саф, шундай тәмле ине. Ул өргән һайын тын юлдарым киңәйгәндәй булды. Ниһайәт, өшкөрөп бөтөүен белгертеп, әсәйемә:
− Килен, яулығын ябындырып, юрғанына төрөп һал. Йүнәлеп кенә китһен. Хәҙер йоҡла инде, ҡыҙым, – тип маңлайымдан һыйпаны ла, урынынан торҙо.
Әсәйем тәрбиә-ләп һалырға минең янға килде лә:
− Ҡайтып китмә, ҡайным, сәйем әҙер. Сәй эсеп ҡайт, – тине.
− Хәҙер сәй эскәндә лә була. Өйлә намаҙын да һеҙҙә уҡып ҡайтырмын, − тип ризалашты олатайым.
Мин күпме йоҡ-лағанмындыр, әммә уянып күҙҙәремде асҡанда, бөтә донъя шундай нурлы яҡтылыҡҡа күмелгән ине. Күпмелер ваҡыт ҡуҙғалырға ҡурҡып, күҙәтеп кенә яттым да, сыҙамай башымды күтәрҙем. Өйҙә бер кем дә юҡ. Ҡуҙғалып ситке бүлмәгә күҙ һалдым. Мейестә, сыр-сырт килеп, әкрен генә ут яна. Ҡаҙанда ит ҡайнай. Ҡаҙ һурпаһының тәмле еҫе өйҙө әйтеп аңлатҡыһыҙ сихри наҙ менән биләп алған. Минең ошо күренешкә һоҡланыуымдың сиге булманы. Үҙемде шундай еңел тоям. Хатта күбәләк кеүек осоп та китер һымаҡмын. Ул арала тыштан әсәйем килеп инде.
− У-уй, ҡыҙым уяндыңмы? Хәлең нисек? – тиеп, өлтөрәп килеп етте.
− Һәйбәт, – тип йылмайҙым әсәйемә. – Минең тороп йүгерәһем килә.
Әсәй, мин торайыммы?
− Юҡ, тормай тор әле, балам. Хәҙер температураңды үлсәп ҡарайыҡ, –тип, градусникты ҡуйған арала, – асыҡтыңмы, һурпа эсәңме, сәй эскең киләме? –тип теҙеп алып китте.
− Асыҡтым. Һурпа эскем, ит ашағым килә, – тигәнемә әсәйемдең ҡыуанысының сиге булманы. Ул, өтәләнеп йөрөп, миңә ҡоротлап һурпа алып килде. Ҡарағатлап сәй эсерҙе. Мине кире төрөп һалырға итте. Ләкин минең һис кенә лә ятаһым килмәне.
− Әсәй, минең торғом килә, – тигәс, ул яныма уҡ килеп ултырҙы ла һораша башланы:
− Бер ерең дә ауыртмаймы? Башың ауыртмаймы? Ҡоҫаһың килмәйме?
− Юҡ-юҡ, әсәй. Миңә шундай рәхәт, еңел генә. Күбәләк һымаҡ осҡом килә хатта, – тигәс, ҡосаҡлап һөйҙө лә кейемдәремде бирҙе.
− Э-эй, Хоҙайым, олатайыңа рәхмәт инде. Бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәтенең көсө. Кейенеп кенә йөрө, йәме. Свитереңде кей, гамажыңды ла, йөн ойоғоңдо онотма, – тип теҙҙе. Мин дә әсәйемә ҡушылып эстән генә олатайыма рәхмәттәр уҡып, тиҙ-тиҙ генә кейенергә керештем. Ҡурсағымды, уны ғына ла түгел, һәммә уйынсыҡтарымды ла һағынғанмын. Онотолоп уйынға бирелеп китеүемә, бер кемдең дә:
− Һин хәҙер ҙур бит инде, сабыйҙар кеүек, ҡурсаҡ уйнайһыңмы? – тигәне булманы. Киреһенсә, донъяһының бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенән айырыла алмаған әсәйемдең йөҙөндә, ҡарашында минең уйынымды күҙәтеүҙән, бығаса миңә таныш булмаған, бер ләззәт балҡый ине.
Ҡайғыһыҙ, бәхетле бала саҡ! Атай-әсәйҙәрҙең наҙында, олатай-өләсәйҙәрҙең һағында, туғай-болондарҙа тәгәрәп уйнап, “йәлп” итеп кенә үткән дә киткән шул. Олатайым кеүек көслө дин әһелдәре лә юҡ шикелле хәҙер. Булғандары ла, минең олатайым түгел бит инде. Ул бер ҡасан да үҙенең белеме, ҡөҙрәтле көсө менән маһайып хәбәр һатып йөрөмәне. Баш баҫып донъя көттө. Ҡулынан килмәгән эше булманы. Беҙҙең совет осоронда дини кешеләрҙән мәрәкәләп көлөү ҡәҙимге эш һаналды. Минең олатайым уларҙы ишетмәне лә, ишеткәнендә лә көйәләнмәне, диненә тоғро ҡала килде. Ерҙә кешелек бар икән, тыуым да, үлем дә йәнәш. Тыуғанында ла, үлгәнендә лә, кисә мәрәкә ҡылып ултырған халыҡ үҙе йүгереп килде олатайыма. Бер ҡасан, бер кемдең йомошон инҡар итеп ултырманы. Яңы тыуған сабыйҙарға исем бирҙе, яңы һалынған нигеҙҙәргә аят уҡыны, күпме парҙарҙы никахлаштырҙы, ауырыуҙарын өшкөрҙө, мәйеттәрҙе тәрбиә ҡылып, һуңғы юлға оҙатты. Күпме көс талап ителгән, ә бер ҡасан да, арыным, йә иһә, өлөрә алмайым, тигәне булманы. Донъяһы ялтырап ятты.
Ә минең өсөн ул иһә, аяттарҙың һәр билдәһен, һәр нөктәһен урын-еренә еткереп, шундай моңло, шундай һағышлы тауышы менән, тыңлаусының күңеленә үтеп, уны аҡтарып сығара алған мулла... Ап-аҡ ҡына сәлләле, ҡөҙрәтле мулла булып күңелемә һеңгән. Үҙем сирләгән һайын, эх, ошо мәлдә олатайым килеп өшкөрөп кенә китһә ине, тип һағынып иҫкә алам.