Халыҡтың, ауыҙыңды үлсәп ас, тигәне хаҡ

Халыҡтың, ауыҙыңды үлсәп ас, тигәне хаҡ

Халыҡтың, ауыҙыңды үлсәп ас, тигәне хаҡ

Хөрмәтле “Әс-сәләм» редакцияһы! Һеҙҙең гәзитегеҙҙе икенсе йыл алдырам, бөтә ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ, киләһе йылға ла яҙылам, Аллаһ бойорһа. Һәр бер мәҡәләгеҙ фәһемле, һәр һанынан күп файҙалы мәғлүмәт алам. Ошо матур баҫманы әҙерләгән журналистарҙың һәр береһен яратам, үҙ туғанымдай күрәм. Шулай булғас, һеҙгә күңелемде өйкәгән бер серемде асып биргем килә. Шуға ла хат аҫтына үҙемдең фамилиямды яҙманым, ғәфү итерһегеҙ инде.

Был хәл минең менән егерме йыл элек булды. Әсәйем үлгән көндө уның документтары, төрлө справкалар менән мәж килеп йүгергәндән һуң, мәрхүмкәйем тыуып үҫкән ауылында ерләүҙе һорағас, беҙгә аҙаҡ йөрөргә йыраҡ булһа ла, үтенесен кире ҡаҡманыҡ: ҡәҙерлебеҙҙең тыуған яғына ҡуҙғалдыҡ. Оҙон юл үтеп, әсәйҙең ауылына илле-алтмыш саҡрым самаһы ҡалғанда, район үҙәгендә йәшәгән туғандарға − әсәйемдең бер туған ағаһының ҡатыны − Рәйлә еңгәһенә һуғылып, әсәйҙе иртәгә ерләүебеҙ хаҡында әйтеп сығырға булдыҡ. Рәйлә әбей Таһира ҡыҙы, ике ейәнсәре, ейәне менән бер өйҙә тора. Рәхмәт төшкөрҙәре, йүгереп сәй өлгөрттөләр. Беҙ, атайым, иптәшем менән мин, апайым һәм еҙнәм, «Газел”дең водителе ныҡ өшөгәйнек. Ҡабаланмай ғына сәй эсә башланыҡ. Кәйеф төшөнкө, тамаҡҡа аш бармай, әсәйебеҙҙе иртән-иртүк юғалтҡан апайым менән мин шымып ҡалдыҡ. Дөрөҫөрәге, беребеҙҙең дә һөйләшкебеҙ килмәй. Был тынлыҡҡа аптыраған Рәйлә әбей бер ваҡыт:

− Эйй, Йәмиләбеҙ эсте инде, вәт эсте! Уй Алла! − тип әйтеп ебәрмәһенме. Башыма ауыр күҫәк менән тондорҙолармы ни! Мейемә ҡан һауғандай, йөрәгем жыу итеп, аҫҡа тәгәрәп төшөп киткәндәй тойолдо! Шаҡ ҡатып күпме ултырғанмындыр, шунан ипләп кенә апайыма баҡтым. Ул да шаңҡығандай төҫлө. Атайыма ҡараһам, шөкөр, ул бер ни ишетмәгән, һағышлы уйға батҡан. Ни булды һуң, ни ғәләмәт, һикһәнгә кереп барған сал сәсле ҡарсыҡ ни һөйләй? Аҡылдан яҙғанмы икән ни? Ә ул ыжламай ҙа:

− Эсте ул, эсте, ни хәл итәһең! − тип мыңғырҙап ултырыуын дауам итте.

− Эсмәне ул, ни һөйләйһегеҙ, эсмәне! − тип эстән ҡысҡырҙым мин уға, әммә оло кешегә ауыр булмаһын тип, әҙәп һаҡлап, былай ҙа күңелһеҙ шул кистә ауыҙымды асманым. Еҙнәйем, иптәшем алдында ла ныҡ уңайһыҙ булды. Етмәһә, ирем әсәйемде яратып етмәй. Быға әсәйем тураһында тағы ла насар уйларға сәбәп булды инде бөгөн, тип йәнем һыҡраны шунда.

Ә иң мөһиме – был донъя менән хушлашҡан көндө ырыуҙың иң оло вәкиле – өлкән ағаһының ҡатыны – иҫерткес эсемлекте йәне һөймәгән әсәйемде бинахаҡҡа ғәйепләп, эскесе мөһөрөн һуғыуын кисереүем ныҡ ауыр булды. Ауыр ғына түгел, был һүҙҙәр йөрәгемә үткер бысаҡ булып ҡаҙалды ла, һәм был ярам һаман да уңалмаған, төҙәлмәгән әле. Ул һаман ҡанһырай, һыҙлай, иҫкә төшөргән һайын күҙҙәремдән йәш атылып сыға.

Әсәйем бала сағында был еңгәһенә ныҡ ярҙам иткән, үҙенән алты йәшкә генә кесе өлкән ҡыҙҙарын, унан һуң аллы-артлы тыуған тағы дүрт балаларын ҡарашҡан. Ағаһын күрше районға эшкә саҡырғас, әсәйем ун бер йәшендә улар менән ҡуша күсеп (Рәйлә еңгәһенә бала-сағаһы менән ярҙам итер өсөн!) бер йыл сит ерҙә тороп, ҡара эштән йөҙәп, ауылына бетләп ҡайтҡан. Ялсы урынына күргән уны еңгәһе, бер ҡасан да яратмаған! – тигән асыш яһаным шул кистә.

Ике-өс йыл үттеме икән, аныҡ ҡына иҫләмәйем, беҙҙең Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе ике туған апайыма кереп сығырға булдым. Әйткәндәй, Гөлнара апай баяғы Рәйлә әбейҙең уртансы ҡыҙы. Аш бүлмәһендә сәй эсеп, тегенеһен-быныһын һорашып ултырғанда, Таһира һеңлеһенә сират еткән ине, туғанымдың йөҙө ҡапыл ҡарайып китте, өмөтөн өҙгән кешеләй булып, ҡулын һелтәп кенә ебәрҙе:

− Таһирабыҙ юлдан яҙып бара, эскегә һабышты. Шуның арҡаһында эшенән ҡыуылды.

Мин ҡапыл ғына шаңҡып ҡалдым. Һәм был күңелһеҙ яңылыҡҡа бер тамсы ла аптыраманым. Ҡыуанманым да, киреһенсә Таһира апайымдың был сиренән ҡотолоуын теләйем, уның өсөн көйәм, үрһәләнәм.

Лилиә С.

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...