Коронавирус Аллаһу Тәғәләгә инаныуымды тағы ла көсәйтте...

Бөгөн баҫмабыҙ ҡунағы − Евразия телевидение һәм Радио Академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры − Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова.
Оҙаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, дин, ғөмүмән, рухи хазиналарға бәйле барлыҡ тапшырыуҙарҙы берләштереүсе редакцияны етәкләгән, 90-сы йылдар башында “Йома”, “Дорога к храму”, “Сәләм” исемле телепроекттарға нигеҙ һалған шәхес ул. Танылған журналист менән һөйләшеүебеҙ беҙ бөгөн дә яратып ҡараған уның тапшырыуҙары тураһында түгел.
Был һандағы һорауҙарыбыҙ заманыбыҙҙың зәхмәтле ковид сирен эләктереп, үпкәләре 100 процент зарарланып та, үҙенең ғәйәт көслө рух ныҡлығын йәнә бер иҫбатлап аяҡҡа баҫҡан шәхескә.
− Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы, Әлхәмдүлилләһ, ҡараштарығыҙ яҡты, йөҙөгөҙҙә йылмайыу балҡый. Сирҙең эҙе лә ҡалмаған кеүек. Ҡыйын булһа ла, үлем менән айҡашҡан көндәрегеҙҙе иҫҡә төшөрәйек.
− Бөтә донъяны биләп алған сир туғандарыбыҙҙы ла, хеҙмәттәштәремде лә урап уҙманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус беҙҙең бер нисә коллегабыҙҙы алып китте. Ул осорҙа беҙҙең Телерадиокомпания эпидемия үҙәге тип танылған булған. Аптырарлыҡ түгел. Радио-телевидение бер нимәгә карамай, көнө-төнө эшләй, уның хеҙмәткәрҙәре туҡтауһыҙ халыҡ араһында. Шул уҡ эпидемия торошон яҡтырта.
Табиптар раҫлауынса, миндә ковидтың алама күрһәткестәре иң юғары баҫҡысҡа еткән. Ышанмай, үпкәләрҙе компьютер томографияһы аша ҡат-ҡат тикшерергә мәжбүр булғандар. Мине 2-се һанлы Республика клиника дауаханаһында асылған госпиталдә дауаланылар һәм ҡотҡарҙылар. Бер ай ИВЛ (искусственная вентиляция легких) һәм НИВЛ (неполная ИВЛ) режимында реанимацияла тоттолар, һуңынан ай буйы палатала кислородта яттым, өйгә ҡайтҡас ике ай “концентратор кислорода” тигән апарат аша тын алдым.
Сәс ҡойолоуы, тауыш бөтөүе – һәр сирләүсегә ҡағылды. Тик тауышһыҙ журналист та, уҡытыусы ла булып булмай икән! Йылға яҡын тауышһыҙ йәшәү Хоҙайҙың был бүләгенә башҡасараҡ ҡарарға өйрәтте. Бик күпкә ябыҡҡас, ярты йыл буйы түшәктә ятҡас, яңынан атларға өйрәнергә тура килде. Аллаһҡа шөкөр, Уның ҡөҙрәтен тойоп йәшәйем, табиптар ҙа бөгөнгәсә сәләмәтлегемде күҙәтеп тора.
Дауаханала минең һауығып сығыуыма ҡыуанһалар, мин уларҙың һәр береһенә – клиниканың баш табибы, госпиталь етәксеһенән башлап, төрлө белгестәр, шәфҡәт туташтары, санитаркаларға − һәммәһенә исемләп доға ҡылам, туҡтауһыҙ рәхмәттәр уҡыйым. Әммә бөгөн барыбыҙға ла мәғлүм − ковид сиренең эҙемтәләре ҡот осҡос. Электән хроник йә система ауырыуҙары булған пациенттарҙың хәлен ул тағы ла ҡатмарландырҙы. Мин дә әлегә ҡәҙәр шул ковидтан һуң өҙлөгөүгә ҡаршы көрәшәм.
− Был сирҙе еңел кисергән кешеләр ҙә уның организмға, психикаға насар йоғонтоһон телгә ала. Һеҙҙең осраҡта барыһы ла ҡатмарлыраҡ, киҫкенерәк. Шундай шарттарҙа һауығыуға өмөтөгөҙ нисек һүрелмәне?
− Минең бер нисә тапҡыр үлем ҡулында булғаным бар. Бәләкәй саҡтағы бер ваҡиға хәтеремдә. “Хоҙайым, мин бит әле бер тапҡыр ҙа туйғансы ашағаным, яңы матур кейем кейеп ҡарағаным юҡ. Тағы ла әҙерәк кенә йәшәт инде…” − тип тилмерәм юғарыға ҡарап, үҙемсә Бөйөк көскә мөрәжәғәт итеп. Тыуғас та асыҡланған сирҙән ҡотолдом. Икенсе тапҡыр − йәш, сибәр саҡта булды.
Минең “ауырыу тарихы” үлгәндәр папкаһына күскән, ә үҙемде реанимациянан сығарып өлгөрмәгәндәр. Мәйеттең органдарын тикшерергә йыйынған практикант-студенттар кәүҙәне тере тип иҫбатлаған. Бар хәлемде йыйып, шулай уҡ Раббымдан үтенгәнем иҫтән сыҡмай. “Аллаһым минең берәүгә лә этлек эшләгәнем юҡ. Булһа, яңылыш ҡына булғандыр… Ярлыҡа, зинһар! Әле генә дипломлы уҡытыусы булдым.
Саҡ үҙемде кеше итеп тоя башланым. Йәшәйһе килә башланы…” − тип, төндәр буйы илай инем. Тағы ла төҙәлеп киттем… Өсөнсөһө былайыраҡ булды үлем менән алышыуҙың. Сирем буйынса миңә бик йыш донор ҡаны ағыҙҙылар. Элек ул быяла шешәлә була торғайны, ә тышына донор тураһында мәғлүмәт яҙыла.
Был юлы сит кешенеке килешмәне… Ул осраҡ дауаханала “анафилактический шок” тип теркәлгән. Йәғни “клиническая смерть”… Ә был юлы инде мин яҙмышыма зарланманым, икенсе донъяға күсеү ҡурҡынысы солғаманы. Үҙемә түгел, ә балаларыма, ейәнсәрҙәремә мөмкинсә оҙайлыраҡ ғүмер һәм оло ҡайғыһыҙ тормош һораным. Инде минең аң-зиһенем икенсе кимәлгә күтәрелгәндәй тойолдо.
Китеп барғанымды аңлағанда үтенес түгел, ә үкенес баҫты йәнемде. Бурыстарым ҡала. Юҡ, аҡса түгел, мин бала саҡтан үтескә аҡса алмаҫҡа өйрәндем. Үҙемә ярҙам, тура юл күрһәткән кешеләрҙең исемдәрен, игелектәрен яҙып мәңгеләштереп бөтмәгәнмен. Әҙерәк хәл кереп, ултыра башлағас та, йылдар буйы теркәлеп барған хәтирәләрҙе туплап, тәртипләп, айырым әҫәрҙәр итеп баҫтыра башланым.
Уларҙың беренсе булып донъя күргәне уҡытыусым, ҡиәмәт әсәйем Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримоваға бағышланды. Ул мине ун биш йәшемдән ҡурсалай башлағайны, ағаһы – бөйөк Мостай менән таныштырғайны, ярты быуат ғүмеребеҙ бергә үтте. Ҡыҫҡаһы, Раббым тағы ла һаҡлап алып ҡалған икән, тимәк, минең Аллаһу Тәғәләбеҙ алдында йөкләмәләрем теүәл үтәлмәгән, Ер йөҙөндә эшем бөтмәгән, тип ҡабул иттем яҙмыштың был мәрхәмәтен.
− Эргәңдә йылы һүҙ менән күңелде күтәреп тороусы кешең булмаһа, аяҡҡа баҫыуың икеле. Күңелде имләүсе ниндәй һүҙҙәр кәрәк ине шул саҡта? Кемдәрҙән ишеттегеҙ уларҙы?
− Дөрөҫөн әйткәндә, мин күпмелер ваҡытты иҫләмәйем. Ул хәл “искусственная кома” тип атала икән. Шунан аңлы-аңһыҙ осор башланды. Кислород беренсе аҙнала уҡ тауышты юҡҡа сығарҙы. Әйткәндәй, ярты йыл үткәс өндәр генә сыға башланы. Әммә бөгөнгәсә тауышыма элекке тембр ҡайтмай. Ул осорҙа кешеләр менән берҙән-бер бәйләнеш ватсап тигән мөғжизәле канал аша булды. Ковид госпиталдәренә сит кешегә бөтөнләй инеп булмағаны билдәле.
Иң ҙур таяныс, әлбиттә, балаларҙан булды. Шуныһы аяныслы, ҡыҙым Әлиә лә бер үк ваҡытта ауырып ятты. Кейәүем Илфат менән улым Салауатҡа төштө көс. Бер туған апай-һеңлеләрем, ҡустым өсөн минең йығылыу ни тиклем ҙур һынау икәнен күрҙем. Сөнки һәр саҡ мин туғандарҙы ҡайғырттым, үҙем бәлә һалманым уларға.
Икенсе ғаиләм, әлбиттә, ярты быуат ғүмеремде биргән “Башкортостан” телерадиокомпанияһы. Мин ҡаты хәлдә ятҡанда коллегаларым, дуҫтарым дауаханаға нимә генә килтермәне!? Бөгөн минең “Йома” тапшырыуымды алып барыусылар Сәлиә һылыу менән Морат хәҙрәт хатта хаждан ҡайтҡан зәм-зәм һыуын да еткереп торҙо. Башҡортостан башлығы Радий Хабиров менән ул саҡтағы һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин палатама хәл белешергә килде.
“Вы нам нужны! Вы не должны сдаваться!” – тип, ышаныс биреп, минән бирешмәҫкә вәғәҙә алдылар. Төрлө район-ҡалаларҙан, билдәле шәхестәрҙән, коллективтарҙан, мәхәлләләрҙән килгән йылы хәбәрҙәр ҙә сирҙе еңеүгә булышлыҡ иткәндер, тим. Ә бына Ғафуриҙан – ябай яҡташтарымдың, имамхатиптарҙың, ағинәйҙәрҙең, бер туған ҡустым Салауат хәҙрәттең: ”Һинең һауығыуыңды теләп, йыйылып, күмәкләп доғалар ҡылабыҙ”, − тигән хәбәрҙәре нисек сирлегә тәъҫир итмәһен, нисек уның организмына ыңғай йоғонто яһамаһын, ти.
− Бер ниндәй һынау ҙа эҙһеҙ үтмәй. Шәүрә Ғәббәсовна, һеҙ үҙгәрҙегеҙме?
− Әлбиттә, һүҙ рухи үҙгәрештәр тураһында баралыр, тим. Ләә иләәһә иллә Аллаһ. Коронавирус пандемияһына бәйле ваҡиғалар минең Аллаһу Тәғәләгә инаныуымды тағы ла көсәйтте, тип, һис тә оялмайынса әйтә алам. Юғары көскә ышаныу беҙҙең тамырҙан килә. Олатайҙарыбыҙ Указлы мулла-мөғәллим булған, уларҙың миссияһын быуындан-быуын атабабалар дауам итте.
Бөгөн берҙәнбер ҡустым Салауат Тоҙбәков яңы мәсет төҙөлөшөн алып бара. Мин сағыштырмаса йүнәлеп килгәндә реанимация бүлеге етәксеһе, христиан динендәге кеше, көтөлмәгән һорау бирҙе: ”Шаура Габбасовна! Мы считаем невероятным, что вы, со 100% поражением легких, выжили. Может, Вы в Бога веруете?…” Мин уның, үҙ дине йолаларын үтәгәнен белеп: “А Вы – разве нет!?”– тинем...
−Ихлас яуатарығыҙ өсөн рәхмәт, Шәүрә Ғәббәсовна! Һеҙҙең менән һөйләшкән арала күңелендә инаныу булмағандарға ҡайһылай ауыр икәнен тағы бер төшөндөм. Эйе, Аллаһу Тәғәләгә ышаныу, Уға һыйыныу һынауҙы еңелерәк кисерергә ярҙам итә. Әлхәмдүлилләһ, барыһы ла яҡшы хәҙер. Һеҙгә тағы ла нығыраҡ шәбәйеп, артабан да динебеҙ өсөн файҙалы ғәмәлдәр башҡарып йәшәргә яҙһын!
СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА ЯҘЫП АЛДЫ