Иманлы силсәүит

Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар инем инде.

 

Бигерәк тә уның яулыҡлы булыуы, ҡылған ғәмәлдәренең иманлы булыуы иғтибарымды йәлеп итте. Тынғыһыҙ, талапсан етәксе булыуы ла күренеп тора.

Ҡул аҫтындағы Ҡашҡар, Исҡужа, Мәҡсүт, Ишбулды ауылдары төҙөклөгө, йыйнаҡлығы менән айырылып тора. «Беҙҙә ирҙәр шул тиклем шәп бит. Әүҙемдәр. Ауылды һыу менән тәьмин итеү булһынмы, Иман йортон төҙөкләндереү булһынмы, бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар», – ти Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы.

Мин быға ныҡ ышанам, сөнки йылайырҙарҙың социаль селтәрҙәрҙе яулаған видеояҙмаларынан ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ап-аруҡ йәштәге ирҙәрҙең дә дер һелкетеп сәхнәлә бейеп йөрөгәндәрен күреп хайран ҡалғайным. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ, күптән ситтә йәшәгәндәре лә ауыл менән бәйләнеште өҙмәй, ҡулынан килгәнсә, ярҙам итеп тора икән.

«Ауылдарҙағы халыҡ хәҙер байрам табындарын араҡыһыҙ уҙғарыуҙы өҫтөн күрә. Иҫерткес эсемлектәрҙе кибеттәрҙә һатыу ҙа тыйылды. Бер мәл мәҙәниәт йортона йәштәр араһында билдәле ди-джей аҙна һайын килеп дискотека ойоштора башланы бит. Популяр булғас, йәштәр уның сараларына дәррәү йөрөй. «Бик мәслихәт!» – тиер инең дә, ул үҙе менән һатыуға һыра, араҡы кеүек нәмәләр алып килә булып сыҡты. Белеп ҡалғас, клубта бындай саралар үткәреүҙе тыйҙыҡ. Туҡтаны, тип уйлайһығыҙмы? Ул йәштәрҙе урмандағы аҡланға йыя башлаған. Унда ла барып еттек. Үлән өҫтөндә йәш ҡыҙ баланың бәләкәй генә күкрәксәһен күргәс, йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Эргәмдә ошо ауылға ҡайтып йөрөгән юридик белеме булған ир-уҙамандар булмаһа, мин был бысраҡлыҡты нисек туҡтатыр инем?!» – ти биләмә башлығы.

Ә бит Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе ойошторған һәр байрам – яҡтылыҡҡа, иманға, тыуған яҡты һөйөүгә, әҙәпкә өндәй. Уҙған йәй үткәрелгән «Бесән туйы» байрамын ғына алайыҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ул былай тип әйткәйне: «Бесән туйы тип аталған сарабыҙҙың асылы нимәлә? Аллаһу Тәғәлә беҙҙең халыҡты ошо ерҙәрҙә йәшәткәс, беҙ уны ҡурсалап, яратып йәшәргә тейешбеҙ. Беҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ ер-әсәбеҙгә. Тыуған еребеҙҙе ҡәҙерләп өйрәнәйек. Һаҡлайыҡ. Һәр беребеҙҙән башлана тыуған ерҙе һөйөү. Мәҫәлән, һинән һәм минән. Йорт эргәңдәге ҡыйҙы сабыу, урамыңды яратыу, күршеңде ихтирам итеү, ауыл-ауыл бер-беребеҙҙе ихтирам итеү ошо бәләкәй генә әйберҙәр – беҙҙең дуҫ йәшәүебеҙҙең нигеҙе».

Тыуған яғының тәбиғәте, ҡаҙылма байлыҡтары, ауылдарҙың көнкүреше өсөн генә түгел, һәр кешенең яҙмышы өсөн дә яуаплылыҡ тоя етәксе. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә миһырбанлы. Ваҡытында ихлас рәхмәтен әйтеп, хеҙмәт кешеһенең күңелен дә күтәрә белә.

Урман янһа, башҡалар менән бер рәттән янғын һүндергән, өмә ойоштороп, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙған, киң ҡоласлы йөкмәткеле саралар ойошторған Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙына ҡарайым да тағы бер һоҡланып ҡуям. Ҡарап торғанда, ҡаҡса ғына кәүҙәле был мөслимәгә ҡайҙан килә икән шул тиклем ныҡлыҡ?

Әлбиттә, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтенәндер! Ни тиклем төплө аҡыллы булмаһын, етәксе булыу, бигерәк тә бөгөнгө заманда, һис кенә лә еңел түгел икәнен беләм.

– Был эштән китергә теләгең булманымы?

– Булды, әлбиттә. Бер мәл район хужаһына инеп: «Мине эштән ебәрегеҙ, мин хәҙер яулыҡ ябынып йөрөйөм», – тинем. «Яулыҡ һеҙгә бик килешә икән, Зөһрә Рәфҡәтовна», – тип сығарҙы ла ебәрҙе.

Дөрөҫ эшләгән! Ҡайҙа бар әле тағы шундай етәксе?! Иманлы силсәүит!

 

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...