Һуғыш һәм намыҫ

Нимә ул һуғыш? Ике сәфәремдә лә был һорауға яуап эҙләп йыш уйландым. Тәүҙә «Историк»тың тарихын һөйләйем.
– Һуғышта иң ҡәҙерлеһе һәм иң татлыһы – һыу. Һуғышта ғынамы. Алыш саҡ ҡына туҡтап торған арала барлыҡҡа килгән тәүге тойғо – туйғансы һыу эсеү. Төндәрҙең береһендә ярты километр алыҫлыҡтағы һаҙлыҡҡа киттем. Барып еттем. Ике пластик һауыттың береһенә һыу йыйып маташам. Бер аяғым батҡаҡҡа төшөп китте һәм мин ауыҙ тултырып, башҡортсалап, ҡаты һүҙ менән ҡысҡырып ебәрҙем. Шул саҡ эргәлә генә кемдеңдер ярҙам һораған хәлһеҙ тауышы ишетелде. Үҙебеҙҙең һалдат. Аяғына яраланып яртылаш кәүҙәһе менән ергә күмелеп ҡалған икән. Бер нисә тәүлек ошо хәлдә. Ҡаҙып сығарҙыҡ. Асыҡҡан, һыуға сарсаған, яраһын эрен баҫҡан. Тиҙ арала ике саҡрым алыҫлыҡтағы эвакуацион урынға алып барырға кәрәк. Беҙ – һалдат, ә һалдат тәү сиратта бойороҡ ҡушҡанды үтәргә бурыслы. Беҙҙең бурыс − алынған позицияны һаҡлау. Үҙ белдегең менән бер аҙым да ситкә китергә ярамай. Яралыны тыныс ергә сығарыр өсөн кәмендә ике кеше оҙатып барырға тейеш. Нишләргә? Һорауҙы эргәмдә торған егеттәргә бирәм. Ҡысҡырып түгел, ҡараштар менән генә аңлашабыҙ. Ҡояш ҡалҡыуға отделениемдың ике аҫыл егете яңы танышыбыҙҙы врачтар ҡулына имен-һау тапшырып кире әйләнеп килде.
Ҡайһы берҙә: «Мин, бәлки, һуғышҡа шул яралыны ҡотҡарыр өсөн генә барғанмындыр? Ҡайҙалыр алыҫта тап минең ярҙамға мохтаж булған Хоҙайҙың бер изге бәндәһе мине көтәлер?» – тип тә уйлап ҡуям. Һуғышҡа һәр кем дә батырлыҡ эҙләп, үлтерер өсөн генә бармайҙыр. Һуғыштың асылы башҡа. Һин ярҙам итергә тейеш кешегә, кешелеккә. – Фәһемле лә, уйландырғыс та итеп әйтеп ҡуйҙы яугир.
Һуғыш − тимәк, кешелекте үлемдән ҡотҡарыу өсөн ярҙам итеү...
Рота командиры «Томан» менән урман эсендә һөйләшеп торғанда, ул, көләпәһен сисеп, маңлайындағы тирен һөрткәйне, уның ап-аҡ сәсен күреп хайран ҡалдым.
– Бында ағарҙымы?
– Эйе. Элек мин ыҫмалалай ҡара сәсле инем, – ул һөйләшкән саҡта бер тапҡыр ҙа йылмайманы. – Бында эмоциональ торош күпкә юғары. Ҡурҡыу ҙа, шатлыҡ та, бер-берең өсөн үлеү ҙә... Бындағы тойғолар шартлап һынған имән кеүек, йә урғылып сыҡҡан вулкан ише – бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй.
Уның бер фекере һиҫкәндерҙе: «Үлеп ҡалыуың да мөмкин, һәр кем белә быны. Мосолман булараҡ аңлайым, барыһы ла фани, барыһы ла ваҡытлыса ерҙә. Минең өсөн ҡағиҙә берәү: «Яугир икәнһең, тимәк, мәңге йәшәйһең!» Һиҫкәндерҙе, сөнки мин алдараҡ яҙған сая Фәнис Хөсәйенов, үҙенең үлерен алдан белгән кеүек, «был юлы ҡайтып булмаҫ ул, мәңге йәшәү минең планда түгел, лайыҡлы үлем миңә ҡәҙерле» тигәнерәк һүҙҙәр әйтә биреп ҡуйған ғүмеренең һуңғы көндәрендә. Һуғыштағы үлем шаһиттар үлемеме икән улайһа?
Кременной урмандарында штурмовик «Мырҙа» менән һөйләшеп ултырғанда, ул бөтөнләй икенсе төрлө уйланырға мәжбүр итте.
– Үлем тураһында йыш уйланаһыңмы? – телемә үҙенән-үҙе шундай һорау килә.
– Русса яуаплайым, ожидание смерти хуже самой смерти, тиҙәр бит. Һуғышҡа, эйе, штурмға инеп киткәндә, белеп ҡуй, үҙеңде шулай тоторға кәрәк: әйтерһең, һин уйнайһың, «учебка»ла йөрөгән кеүек хис итәһең. Миңә бер ни булмай, был ысын түгел, тип үҙеңде тотоу дөрөҫ. Үҙеңде шулай яйлайһың. Шунһыҙ ныҡ ҡыйын. Үлемде уйлап, пуля тейә, тип һаҡланып йөрөһәң, аҙашҡан уҡ та йәнеңде ҡыйырға мөмкин. Дөрөҫөн әйткәндә, улай тип йөрөргә ваҡыт та, форсат та юҡ инде. Тәрәнгә төшөп уйланыу түгел, тиҙ генә ситуацияны аңлап. хәл итә белергә кәрәк. Тиҙ-тиҙ генә. Секунд хәл итә. Ҡалайтаһың, һуғыш был, уйын түгел.
Эй донъя, тип ҡуям эстән. Үлем тураһында уйланмай буламы кеше? Әле генә, яуҙаш дуҫтарымды юғалтҡанда, күңел һыҡтай, таштар илай, тип торҙо бит инде. Бар уйын, бар ғәмен тышҡа сығарғыһы ла килмәйҙер. Был донъянан кем туйған.
– Ҡарап йөрөйөм дә, дрондар, артиллерия уты, миномет, каскад яуы, технология һуғышы... Нисектер, шәхси батырлыҡҡа урын да юҡ кеүек күренә ҡай саҡ. Матросов кеүек амбразура ҡаплап булмай... Шулай ҙа, һуғыштың асылы нимәлә ул?
– Намыҫта. Аңлатам. Һуғышта дуҫыңды, яралы яугирҙе ут эсенән алып сығыу ҙа − ҙур героизм, илеңде фашизмдан һаҡларға баҫыу, был биләмәгә килеү ҙә батырлыҡ ул. Бомбежка барғанда, беҙ бер-беребеҙҙең яраһын бәйләйбеҙ, һөйрәп алып сығабыҙ, йәнде аямай, үләм, тип уйламай, алға барабыҙ. Беҙҙең көндәлек эш был, ләкин уның эсендә күпме ҡаһарманлыҡ, ғәйрәтлек ята. Күҙ алдыңа килтер, үҙең дуҫыңдың яраһын бәйләйһең, нисек тә ҡотҡарырға тырышаһың, ярсыҡ йә пуля шул мәлдә һине лә йығып һалырға, уны ҡотҡарам тип, үҙең дә үлергә мөмкинһең. Тик һин ул турала уйламайһың. Дуҫың өсөн үҙеңдең йәнеңде лә бирергә ризаһың. Беләһеңме ни өсөн, сөнки һин намыҫлы. Әле шуны эшләмәһәң, дуҫың үлеп ҡуйһа, һине һуңынан выждан ғазабы, намыҫың талаясаҡ. Һин быға юл ҡуйырға тейеш түгелһең. Дуҫыңды һаҡлайһың икән, тимәк, илеңде һаҡлаясаҡһың. Был батырлыҡ түгелме ни?! Штурмға ынтылғанда, беҙ төркөм менән барабыҙ. Ул саҡта һиҙгерлекте һәм ориентирҙы юғалтырға ярамай. Һинең бер хатаң бар төркөмдө юҡҡа сығара ала, был, тимәк, яуаплылыҡҡа һәм намыҫҡа бәйле. «Голубой»ҙарға, ер шарын футбол тубы ише лә күрмәгән НАТО көсөктәренә ут асырҙай булһын намыҫың. Намыҫ таҙа булһа, ил яҡланыр, киләсәк һаҡланыр, көнөбөҙ яҡты, еребеҙ имен, һыуыбыҙ таҙа булыр. Бөгөнгө һуғыштың асылы бына шунда.
Эйе, һуғыш күп нәмәгә өйрәтә. Элекке ҡыйыш аҙымдарыңа, йүнһеҙ ҡыланыштарыңа башҡа күҙлектән ҡарарға ваҡыт бирә ҡан ҡойош яланы. Булған гонаһтарыңды, ҡыйырһытҡан кешеләрҙе уйлайһың. Тормошта аңламай ҡылған ғәйептәребеҙ аҙмы ни? Окопта ятаһыңмы, блиндажда ултыраһыңмы, уйларға, бөтөнләй башҡаса ҡиммәттәрҙән сығып һығымталарға килергә ярҙам итә һуғыш, эйе. Атай-әсәйең, һөйгән йәрең, балаларың, башҡалар ни тиклем ҡәҙерле икәнен, бында килгәс, нығыраҡ аңлайһың. Баштағы уйҙарҙы, зиһендәге фекерҙәрҙе аҡтарып сығара ла, һинең күңелеңде, зиһенеңде таҙарта ул һуғыш һәм... Аллаһҡа яҡынайта. Бына нимә ул һуғыш!