Яралы тынлыҡ

Яралы тынлыҡ

Махсус операция биләмәһендә булғанда күргән-ишеткән ваҡиғаларҙан хикәйәттәр

 

Йомғаҡ һүтелә, өҙөлә...

 

Ике йәй рәттән барып ҡайттым мин махсус операция биләмәһенә. Шөкөр, үҙем үлемде күрмәнем, ҡурҡыныс мәлдәр булды, тик бер кем дә алдымда йән бирмәне. Шулай ҙа барған көндөң иртәгәһенә үк был турала һораштым. Рота командиры урынбаҫары «Шаман» һөйләгәйне. Иң тетрәткән тарих булып ҡалды ул хәтерҙә.

 

– Үлемде күп күрҙегеҙме, хәтерҙә ҡалғандары ла әҙ түгелдер? – тинем уға.

– Булды инде... Һәр һалдат ҡәҙерле, – уфтанып оҙаҡ ҡына алға ҡарап барҙы ул. Беҙ машинала Шайморатов батальонына китеп бара инек. Берәй тарихты иҫкә алмаҫмы, тип сабыр ғына көтөп киләбеҙ. Бер аҙ тынлыҡ. – Яҡын таныштарҙы ла юғалтырға тура килде. «Носорог»тың үлеме ныҡ һиҫкәндерҙе. Әхмәров Рәмис. Иҫ киткес шәп егет, иллене үткән бер әзмәүер. Йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле абзый әле лә күҙ алдында. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө ине. Ул позицияла. Алғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар окобына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен юҡ итә һәм шул ваҡыт алыҫтараҡ ултырған бер пулеметчикты күреп ҡала ла, артта килгән егеттәрҙе уйлап, ҡапыл ҡалҡына бирә, йәғни ҡалҡан булып ҡалҡа. Шул мәл пулеметчик һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик «Носорог» йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип, һаман да аяҡта ҡала. Гранатаһын алырға теләп, һул яҡҡа ҡыйшая бирә, шунан ғына ауа. Ана шулай, күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметчиктар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала. Уның мәйетен тиҙ генә сығара алманыҡ әле.

Кәүҙәһен оҙаҡ сығара алмайҙар. Ысын батыр. Һәм Матросов-Мөхәмәтйәнов бе-йеклегендәге, мәңгелектең сағылышы булырҙай фәһемле үлем. Мин «Носорог»тың фотоһын да күргәнем булманы. Уның йөҙөн нисек күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тик уның һыны, гранатаһын алып һелтәргә ынтылған, ғорур баҫып торған һынын күрәм мин. Был батырҙы уйлаһам, мәктәп йылдарында «Тарих» китабында Александр Дейнекиҙың «Оборона Севастополя» картинаһында алда торған яугир, сая ҡарашлы, гранатаһын һелтәргә ынтылған ир һыны килеп баҫа. «Носорог» шулай ҡалыр минең күңелдә. МХО хаҡындағы пьесамда Рәмис Әхмәровтың образын һүрәтләгәндә, тап шулай күҙ алдына баҫтырып яҙҙым да.

Мәғәнәһеҙ һәм бер ғәйепһеҙ үлем хаҡында ла ишеттем. «Абзый» позывнойлы яугир һөйләне. Поста ултырғанда бер егет (Белорет ҡалаһынан) йоҡлап китә. Һәм пост янынан кемдеңдер шәп итеп йүгереп үткәненә һиҫкәнеп уяна ла, дошман үтеп китте тип, уйлап та тормай атып ебәрә. Һәм... күрше ауылдағы 10 йәшлек малай тәкмәсләп барып ята. Ҡайын посадкаһы араһынан бәшмәк йыйырға сабып-һикереп йүгереп барған еренән һуғыш ҡорбанына әйләнә бахыр. Бер ҡатындың берҙән-бер балаһы-улы була ул. Ә атаһы «укроп»тарға ҡаршы әлеге яуҙа ике йыл элек һәләк икән. Беҙҙең егеттәр атыу тауышына йүгереп килә лә, яугирҙе, ҡәбәхәттәй күреп, саҡ үлтереп ташламай, рота командиры һаҡлап ҡала. Суд булып төрмәгә ябалар ғәйеплене, һуңынан алғы һыҙыҡта ла күрәләр үҙен, иҫән. Ә әсә кеше, ай ҙа үтмәй, ауыр ҡайғыны күтәрә алмай, әхирәткә күсә.

Медротала взвод командиры булған шәфҡәт браты «Солтан» менән әңгәмәләшкәндә, башҡа һыймаҫ бер фекере иҫемә төшә. «Өс йыл мәйетханала тир түктем, аҙаҡ үҙем ерләү хеҙмәте менән булыштым. Тураһын әйтәм, мин мәйеттәргә бик хөрмәт менән ҡарайым. Һуңғы юлында, һуңғы туйында лайыҡлы үтергә тейеш был фанилыҡты үткән һәр әҙәм... Йыуғанын йыуҙым, кәфенлеккә лә төрҙөм. Ерәнмәйем, уҡынып, бар шартына килтереп үтәнем. Шаҡ ҡатырлыҡ бер күҙәтеүем бар: ошо яуҙа беҙҙекеләр, дошманды ҡыйратҡанда ла, шәфҡәтлерәк ҡылана, ә улар йыртҡыстарса үлтерә, мәйеттәрҙе хәшәрәттәрсә мәсхәрәләйҙәр... Унда ла әҙәпһеҙҙәр, аңһыҙҙар, – тигәс, мин телһеҙ ҡалдым. Был фекерҙе мин бер нисек тә башыма һыйҙыра алмайым: үлемдең дә, үлтерештең дә шәфҡәтлеһе, миһырбанһыҙы була икән дә...

Тороп «Солтан»ды ҡосаҡлап алдым. Рәхмәт һиңә, брат. Ниндәй изге күңелле һин. Ғүмереңде бирһен!

Үлеп ятҡан һалдатты, мәйетте алып сығып, уларҙың үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы, бер уйлаһаң, оло ахмаҡлыҡ та һымаҡ. Йәнһеҙ, барыбер был мәйет, табылыр әле һуңынан, тип ҡул һелтәргә лә булалыр ҙа. О, юҡ! Гуманизм был! Был турала ла һүҙ ҡуҙғаттым.

– Юҡ, – тип ҡәтғи яуапланы «Солтан». – Ҡул һелтәп ҡарау тураһында уйларға ла түгел. Уның туғандары бар, ул кемдеңдер ҡәҙерле улы, һөйгәне. Өйҙә уны көтәләр. Ниндәй генә хәлдә лә көтәләр...

Ғүмерҙең дә ҡәҙерле-мәғәнәһеҙлеге булғандай, үлемдең дә, үлтереүсеһенең дә әшәкеһе, әҙәмсәһе була икән. Аллаһу Тәғәлә әҙәмгә ғүмер йомғағы бирә лә, шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына түгел, ҡайғы-хәсрәт тә өләшә, йомғаҡ һүтелә, өҙөлә, осонда әжәлең көтә...

 

Мөнир ҠУНАФИН

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...