Әжәл менән яғалашҡанда

Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.

 

Шуның өсөн дә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ иҫкәрткәндер: «Ләззәттәрҙе бөтөрөүсене, йәғни, үлемде, күберәк иҫкә төшөрөгөҙ», – тип. «Үлем, – тигән Мөкәррим бине Ғабдуллаһ, – кәйеф-сафа ҡороп ҡына йәшәү мөмкинлеге булдырғандарҙың кәйефен ҡырып, күңелен ағыуларға өлгөрөп кенә тора. Шулай икән, ләззәттәрҙең башҡа төрлөһөн һайлағыҙ!» Был хаҡта Аллаһу Тәғәлә лә киҫәтә (мәғәнәһе): «Әйт! Һеҙ ҡасып йөрөгән үлем, әлбиттә, һеҙҙе ҡыуып етер. Һәм һеҙ йәшерен эштәрҙе лә, асыҡтан-асыҡ булғандарын да белеп тороусы Аллаһҡа ҡайтарылырһығыҙ. Шул ваҡыт Ул ҡылған ғәмәлдәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр бирер» («Йома» сүрәһе, 8-се аят). Шуға ла үлем тураһында һәр саҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, тип өйрәтә дин. Хәтерҙә тотоуҙар тормоштоң ҡәҙерен белергә ярҙам итер. Ғүмер – үтә лә ҡәҙерле. Уны бәндә булып үткәреүҙән дә хәйерлерәк нәмә юҡ. «Йәшәй белеп йәшәгеҙ. Эшләргә мөмкин булған кәрәкле һәм файҙалы эште һис кенә лә кисектерергә ярамай, форсатты үткәреп ебәреү дөрөҫ түгел, – тигән Ризаитдин бин Фәхретдин. – Мең йыл йәшәр кеүек хис итеп эшеңде эшләргә, кәсеп итергә һәм шуның менән бергә бына бөгөн ошо сәғәттә үк, донъянан үтәсәк кеше кеүек әхирәт өсөн әҙерләнергә кәрәк. Был эштәрҙең береһе икенсеһенә зыян итмәй, аҡыллы кешеләр өсөн ярҙамсы ғына була ала». «Белегеҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ – үтеп барған көнөгөҙҙән төнгә тиклем күпме ваҡыт ҡалған булһа, был донъя тормошон үтеп барғанда ҡалған ғүмерегеҙ ҙә шулай уҡ». Тик кеше юғары фекер йөрөтөү кимәленә эйә булып, белем яулап, аңлы йәшәү рәүеше алып барған хәлдә лә, йәшәйешендә яңылышыуҙар яһап, ҡот осҡос ғазаптар кисереүгә дусар була икән шул... Барыһы ла Ислам динен өйрәнеүҙән яҙлығыуҙан барлыҡҡа килә. Исламды тәрәнтен өйрәнеү юлдары күп: ишетеү, фекерләү, уйланыу кеүек алымдар – уларҙың иң мөһиме. Аят-хәҙистәр, өгөт-нәсихәттәр, бәйет-мөнәжәттәр ишетеү алымына тәғәйенләнгән ижади хеҙмәттәр. Аллаһу Тәғәләне ﷻ һәм Уның Пәйғәмбәрен ﷺ танып белеүҙең икенсе юлы – Раббыбыҙға инаныуҙы һәм буйһоноуҙы белдергән ғибәҙәттәр: ҡушҡандарҙы үтәү, тыйғандарҙан тыйылыу. Шәхси йәһәттән ҡарағанда, улар – намаҙ, ураҙа, хаж кеүек ғибәҙәттәр, ижтимағи яҡтан ҡарағанда, йәмәғәт намаҙы, Аллаһ юлында йыһат, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт күләмендә тыйғандарҙан тыйылыу, яҡшы, кәрәкле тип тапҡандарҙы үтәп йәшәү. Аныҡлап уйлаһаң: был ғибәҙәттәр, был ғәмәлдәр иң беренсе сиратта кешенең ғилемле булыуына ҡайтып ҡала. Шуға ла ғилеме булмай тороп, ғәмәл ҡылырға тырышҡан насараниға оҡшап, уның хөкөмөндә ҡала: белеме була тороп та, хәрәкәт итмәгән кеше йәһүдтәргә тиңләшә. Аллаһ ﷻ, Уның Рәсүлен ﷺтанып белеүҙең өсөнсө юлы – дәғүәт. Кешеләрҙе Аллаһу Тәғәлә биргән, Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм алып килгән шәриғәт хөкөмдәрен үтәргә саҡырыу.

Дингә саҡырыу, дингә өндәү юлдары үҙе бер нисә төргә бүленә. Улар Ҡөрьән Кәримдә лә бик асыҡ әйтеп бирелә (мәғәнәһе): «Эй Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, һәм уның өммәте! Раббыңдың юлы булған Ислам диненә кешеләрҙе Ҡөрьән дәлилдәре, тәьҫирле, яҡшы вәғәздәр, иң күркәм юлдар менән саҡырығыҙ. Һинең Раббың үҙ юлынан аҙашҡан кешеләрҙе лә, Ҡөрьән хөкөмдәре менән йәшәгән мөьминдәрҙе лә белә» («Ән-Нәхл» («Бал ҡорто») сүрәһе, 125-се аят). Аллаһу Тәғәлә тарафынан кешеләрҙең күңел-зиһененә төшөрөлгән илаһи ғилем – Ҡөрьән Кәрим. Ислам кешеләрҙе һәр саҡ хәҡиҡәткә, ғәҙеллеккә, миһырбанлыҡҡа саҡыра. Ислам тәғлимәте һәр осорҙоң килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләрен сисергә, асыҡларға ярҙам итә. Үҙенең өгөт-нәсихәттәре менән Ислам дине кешелекте ғәҙәти, шул уҡ ваҡытта камил тормошҡа саҡыра. Йәғни, ҡыҫҡаса әйткәндә, Ислам ул – ике донъя бәхетенә өлгәшеүҙе маҡсатлаштыра. Ун дүрт быуаттан ашыу ғүмер дауамында Ҡөрьән беҙгә (мәғәнәһе): «Күрәһеңме, уларҙың күптәре гонаһ эштәр эшләүҙә, дошманлашыуҙа, аңдарын томалай торған эсемлек эсеүҙә бер-береһенән уҙҙырып ебәрергә тырыша. Улар эшләгән эш – ҡәбәхәтлек» (Әл-Маидә («Аш табыны») сүрәһе 62-се аят.), – тип нәсихәт биреп тора. Үҙ-ара асыуланышыуҙың үтә лә ҡурҡыныс халәт икәнлеген иҫкәртә. Асыулы-ярһыулы кеше үҙенә лә, башҡаларға ла оло зыян килтерә, ти ул. Асыу әҙәмде көфөрлөккә төшөрөүе лә ихтимал. Шул арҡала күп ауыр хәл-ваҡиғалар килеп тыуа, хатта енәйәткә юл асыла. Асыуға ҡапма-ҡаршы булған кешеләге һыҙат – түҙемлелек, сабырлыҡ, изге күңеллелек. Баҫалҡы, изге күңелле кеше асыуланған осраҡта ла, ярһып, күтәрелеп китмәҫ, сабырлыҡ менән генә хәл-ваҡиғаларҙың асылына төшөнөргә тырышыр. Мәңгелеккә күскәс, сабыр бәндәгә Аллаһу Тәғәлә үҙенең Ожмахынан урын бирер. Саф йөрәкле, изге кеше һәр саҡ күтәренке кәйефле, тыныс күңелле булыр. Бындай холоҡло кешене һәр кем яратыр. Ҡайһы берәүҙәр уҫал, асыулы кешене ирҙәрсә холоҡло тип уйлаһа, бик ныҡ яңылыша. Иғтибарлағанда, сирле кеше сәләмәт кешегә ҡарағанда тиҙерәк ҡыҙыусан була. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәргә ҡарағанда, тиҙерәк ярһыусан, ҡарт кешеләр, йәштәргә ҡарағанда, йышыраҡ ҡыҙып барыусан. Әңгәмәләшеңдең һүҙен дөрөҫ аңламау ҙа асыу тыуҙырыуы мөмкин. Шуға күрә һәр кем аңлайышлы итеп, дөрөҫ һөйләшергә тейеш. Тимәк, ишеткәнеңдең асылын дөрөҫ аңлап, асыу-ярһыуға юл ҡуймау зарур. Эш менән үтә мәшғүл кешегә йәки бик ҙур ҡайғы кисергән кешегә мөрәжәғәт иткәндә, бик иғтибарлы булыу кәрәк, уға һаҡһыҙ өндәшеү асыуын ҡабартыуы бар. Аңлай, зиһенләй белгәндәр өсөн Изге Ҡөрьәндең һәр бер һүҙе – тәрбиә мәктәбе: «Ул һеҙҙе ерҙән яратты һәм ерҙә йәшәй белеп йәшәү өсөн оҙон ғүмер бирҙе» («Һуд» сүрәһе, 61-се аят). Диндең төп маҡсаты – кешене кеше итеп тәрбиәләү һәм тәртип-тәрбиә ҡанундарында тотоу. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Мин гүзәл холоҡтарҙы тағы ла юғарыраҡ күтәреү өсөн ебәрелдем. Холҡо яҡшы булған мосолман – иманы менән дә иң камил мосолман». Йәғни, дин ул – кешеләрҙе донъяла ла, Әхирәттә лә бәхетле итер өсөн, Аллаһ тарафынан пәйғәмбәрҙәр аша кешеләргә тапшырылған илаһи әмерҙәр һәм тыйыуҙар. Дини тәрбиә менән Аллаһ кешеләрҙе һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәле бер тәртипкә һала. Кеше һәр ваҡыт башҡалар менән аралашып йәшәй. Аралашыу барышында зиһенле өлкән кешеләргә йәш-елкенсәкте мәрхәмәтле, шәфҡәтле булыуға саҡырыу, йәшәйештә игелекле булыуға өндәү мөмкинлеге тыуа.

Хөкүмәт етәкселеге диндең бар яҡлап та тәрбиәүи әһәмиәтен һуңлап аңланы. Етмеш йылға һуҙылған дәүер осоронда, дини тәрбиәнең ата-бабанан ҡалған барлыҡ хазинаһын атеистик ҡарашҡа алмаштырып, динде фәндән айырып, халыҡты аҙғынлыҡҡа, рухи ауырыуҙарға дусар итте.

Динебеҙ күтәрелһә лә, яҡын арала ғына боронғо хәленә ҡайта алмаясаҡ әле, тигәйне әсәйем. Бала сағында иманлы мөхиттә тәрбиәләнеп, ике-өс йыл дауамында Әнүәр мулланан дин дәрестәре үҙләштергән тәбиғи һәләтле шәхес булараҡ, динде фәндән айырыуҙың кешелеккә бер нәмә менән дә алмаштыра алмаҫ юғалтыуҙар алып килгәнен белеп-күреп, көйөнөп йәшәгән ул.

Тарихи тәжрибә күрһәтеүенсә: фән иманға, иман фәнгә ҡапма-ҡаршы тормай. Улар икеһе лә кешенең тәбиғи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн хеҙмәт итә. Фән кешегә мәғрифәтлелек, уҡымышлылыҡ бирә, уның көсөн арттыра, иман, һөйөү, өмөт, күңел көрлөгөнә сәбәп була. Фән йәшәү сығанаҡтарын тыуҙыра, иман иһә йәшәүҙең маҡсатын билдәләй, фән тормошҡа тиҙлек бирә, иман уның йүнәлешен күрһәтә. Фән беҙҙең мөмкинлектәребеҙҙе асып һала, иман ниәттәрҙе, теләктәрҙе хаҡ юлына төшөрөргә ярҙам итә. Фән тәбиғәт менән эш итә, имандың эш итеү даирәһе – кеше. Ул кешене кеше итеп тәрбиәләй. Иғтибарлаһаң, фәндә лә, диндә лә үҙенә генә хас өҫтөнлөктәр, гүзәллектәр бар. Фәндәге гүзәллек – аҡыл, зиһен, фекерләүгә бәйле, имандағы гүзәллек – күңелгә, йәнгә ҡағыла, йәғни, иман – хистәр камиллығы. Фән кешене тышҡы яҡтан, тәбиғи, физик яҡтан булған бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай; иман – күңелде, кешенең эске донъяһын түбәнлектәрҙән һаҡлай; фән кешене төрлө ауырыуҙан, һыу баҫыу, ер тетрәү, дауылдар касафатынан ҡурсалай, иман – тулҡынланыуҙан, ялғанлыҡтан, өмөтһөҙлөктән, йәшәүҙең мәғәнәһеҙ булыуы тураһындағы яңылыш уйҙарҙан ҡотҡара. Фән кешене донъя менән күҙмә-күҙ ҡарашып, килешеп йәшәргә өндәй, иман уға үҙ-үҙең булып ҡалырға, зирәк аҡыллы, төплө фекерле, юғары әхлаҡлы, бай йөкмәткеле булып йәшәргә ярҙам итә. Шуға ла йәшәй белеп йәшәйем, тигән кешенең фәнгә һәм иманға ҡарата һәр ваҡыт ихтыяжы ҙур. Фәндең бер үҙенә нигеҙләнеп алып барылған тәрбиә эше кешегә бөтә яҡтан камил сифаттар бирә алмай. Бындай кешелә көс-ҡеүәт була, әммә саф күңеллелек етмәй, ул бер яҡлы, бер үлсәмдәге генә кеше булып ҡала.

 

Зөфәр Толомғужин

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Ҡыҙым истерикаға бирелә

Үҫмер ҡыҙымдың әхирәттәре яңы телефондар, ҡиммәтле кейем-һалым, төрлө сәйәхәттәре менән маҡтанғанда, ул быны ауыр кисерә, көйә, ҡайһы саҡта илап та ала. Үҙе лә быға ояла, сөнки ундай әйберҙәрҙе ала алмауын аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул туҡ, кейеме лә бар, барыһы ла өр-яңы, зауыҡлы. Әммә мин уны яңғыҙ...


Хакимдарҙың золомлоғонан ҡурҡҡан кеше әйтә торған доға

«Аллааһүммә раббәс-сәмәәүәәтис-сәбғи үә раббәл-ғәршил-ғәҙыиим, күн лии жәәран мин (ошо ерҙә кемдән ҡурҡһа, шуның исемен атау кәрәк) үә әхзәәбиһии мин халәәьиҡик, ән йәфрута ғәләййә әхәдүн минһүм әү йәтғаа, ғәззә жәәрукә үә жәллә ҫәнәәьүк, үә ләә иләәһә илләә әнт». Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ, ете күктең...


Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше. Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр, Яман менән юлдаш булһаң – башың бөтөр. Нәфсе шайтан – аҡыл иман Иҫән саҡта йөрөп ҡал, был донъяны күреп ҡал. Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын. Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Күлдең...


Айҙы уртаға ярыу

Бер үк ваҡытта мөшриктәр һаман да Пәйғәмбәрҙән ﷺ мөғжизә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күрһәтеүен талап итә: «Һин беҙгә, Аллаһтың бөтә илселәре лә халыҡҡа үҙҙәренең пәйғәмбәрлек билдәһен (мөғжизә) күрһәткән, тип һөйләнең. Муса пәйғәмбәрҙең таяғы булған, Сәлих пәйғәмбәрҙең − дөйәһе, Ғайса...


Һөйәк һурпаһы

Һурпаны әҙерләү өсөн һөйәктәр, алма һеркәһе, ҡара борос, зәғферән (куркума) тамыры кәрәк. Дөрөҫ итеп әҙерләнгән һурпала коллаген, аминокислоталар, гликозаминогликандар, микроэлементтар (магний, фосфор, баҡыр, цинк, калий, тимер) күп була. Көтөүҙә йөрөгән, үлән ашаған малдың һөйәктәрен ҡулланырға...