Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә, ағасһыҙ, башы тигеҙ ҡалҡыу урында халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған заттарҙы ерләү ҡаралған.

 

Ислам дине урынлашҡас, рухани әүлиәләрҙе тауға ерләй башлайҙар. Ил батырҙары ятҡан урындарҙың әүлиә урыны тип әйтелә башлауы ла тәбиғи. Сәбәпһеҙгә тауға менеп, үлән-ерен тапап йөрөү, хатта сыбыҡ-сабығын да һындырырға ярамай, тигән тыйыу йәшәй. Әйтәйек, баш ҡалаға яҡын Торатау, Көнгәктән тыш, Әүлиә, Аҡҡашҡа исеме менән билдәле тауҙар, Хәҙрәт, Бәйғәмбәр шишмәләре һәр төбәктә тиерлек бар. Үкенескә күрә, ҡайһы бер төбәктәрҙә Әүлиә шишмәләре ҡороп ятһа, бәғзе бер яҡта, үҙҙәре, ҡороған шишмә урынын соҡоп булһа ла, һыуын урғылдырып, тирә-яғын тәрбиәле тоталар. Ә тауҙарына һәр кем менеп тә йөрөмәй, ул яҡҡа мал көтөүен дә ыңғайлатмайҙар. Сараһыҙҙан, йәшәүгә һуңғы өмөтөн бағлаусы, ауыр сир-соронан ҡотолорға теләгән һәр кем, нисек тә шундай тауға барып, унда ятҡан изгенең ҡәберен зыярат ҡылып, Аллаһына һыйынып, доға ҡыла. Ни сәбәптәндер, ваҡытлыса булһа ла, хәле арыуланып ҡайтыусылар бар. Шундай тауҙарҙың береһе – Күгәрсен районында, Бөрйән менән сиктәш ерҙә, Оло һәм Кесе Эйектең ҡушылған урынына яҡын ғына урынлашҡан Әүлиә тауы. Бейеклеге саҡрымдан ашыу булыр. Яланғас түбәһенә туп-тура артылмай, һөҙәгерәк яғынан, йә Төпсән ауылы яғынан күтәрелергә кәрәк.

Тау эргәһендәге ауылдарҙа йәшәүсе өлкәндәр менән күрешеп һөйләшергә насип булды. Өмөтбайҙан Тимербулат Йосопбаев былай тип һөйләгәйне:

– Электән беҙ шунда йөрөй торғайныҡ. Бабайҙар, Мораҡ яғында әүлиә ҡатын-ҡыҙ булған, уның рухы, йәйғор булып, ошо ауылдағы тау башына күскән, ти. Кемдер ерләнгәнме, юҡмы – ололар белмәй. Нәҡ шул төбәктә апалы-һеңлеле Бәндәбикә менән Ҡуйбикә әүлиәләр йәшәүе, уларҙың ил алдындағы эшмәкәрлеге билдәле. Ләкин ҡатын-ҡыҙ әүлиәләр тураһында мәғлүмәт әҙ һаҡланған, ти белгестәр.

– Элек унда ташы ярты метрҙан да бейек ике ҡәбер бар ине. Тирә-яҡтан кеше күп килеп, арыуланып ҡайттыҡ, тип һөйләй торғайнылар. Тау башына менгәс, ултырып доға уҡыу мотлаҡ. Шәмиғол хәлфәгә эйәреп, беҙ ҙә унда менә торғайныҡ, – тип һөйләгәйне Төпсән ауылынан мәғариф ветераны Миңнулла Әлимғолов. Күренмәҫ көстәрҙең әллә йәнәш донъя ярҙамымы, йә Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтеме, беҙҙең аңға һыймаҫ хәлдәр әленән-әле булып тора. Мәҫәлән, Төркөстанда 40 метр тәрәнлектәге изге тип һаналған ҡоҙоҡҡа төшөрөлгән биҙрәһе кемгәлер туп-тулы булып һыу сыҡһа, бәғзеләрҙеке ҡара көйөп, тотоноуға эшкинмәй, йә кемгәлер рауза сәскәләре тула. Ошоға оҡшаш кәрәмәттәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән бәндә үҙе ышанған кешеһенә генә һөйләй ала, ышанмай, төбө-тамыры менән күтәреп һуғыусылар ҙа бар.

Күңел тартмаған ергә аяҡ бармай, ти боронғолар. Дөрөҫтөр. Тимәк, кәрәкмәй. Ләкин күңелде тыңлай белеү мөһим. Йоғонтоһо ҙур. Миңнулла олатай ауылы эргәһендәге һәр һуҡмаҡты, ташты яҡшы белә. Әүлиә тауының үҙенә күрә ғилләһе барҙыр инде, ти. Тик теләгән һәр кемгә ошондай тауға менеү мөмкинлеге лә юҡ икән. Уйламағандан, селлә ваҡытында йә ямғыр яуып ебәрә, йә дауыл ҡуба, йә башҡа сәбәбе табыла. Миңнулла Әлимғоловтың, ҡатыны менән еләккә сыҡҡанында, ҡара таҡыя, ҡара елән, ситек кейгән ҡартты ла күргәне булған.

Һәр төбәк, үҙ батырын, изге тип һаналған шәхесенең исемен данлап, йылына бер тапҡыр уны иҫләү бурысын алһа, ерҙе ете-ят бауырҙарға тәләфләргә бирмәҫкә юл асыла. Сөнки нәҡ ғали заттар, килер афәттәрҙе алдан һиҙемләп, халҡына иҫкәртеп торған. Әлегә изге тип һаналған тау культы бик әҙ өйрәнелгән. Әүлиә ҡәберҙәре, кәшәнәләр дәүләт һағына алынып, һәр ташы, тупрағы, үҫемлектәренә ҡәҙәр тикшерелергә тейеш. Ә матур йолаларҙы үтәү, йәғни, халҡыбыҙҙың боронғолоғон раҫлау, әлмисаҡтан ҡалған тарихи ҡомартҡыларҙы белеү үҙебеҙ һәм киләсәк быуын өсөн кәрәк.

 

Венера Ситдиҡова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...