«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә төшөнөп ҡайтылды әле лә.

 

 

«Мин Маманова Бибифатима булам», – тип таныштырҙы үҙе менән ҡаҡса ғына кәүҙәле, ғәжәйеп теремек инәй. – Башҡорттар тураһында бәләкәйҙән белеп үҫтем. Атайым Маман улы Күшкенбай атлы ине. Ул 1888 йылда донъяға килгән. 1965 йылда вафат булды. Атайым шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың мөрите булған. Йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә уның эргәһенә барып ҡайтырға тырышҡан. Остазына ҡарата шул тиклем ҙур тоғролоҡ һаҡлаған. Зәйнулла ишан баҡыйлыҡҡа күскәс, Өфөгә, уның улы Ғабрахман Рәсүлевҡа йөрөр булды.

Мин 1942 йылда донъяға килгәнмен. Беҙ бик ярлы йәшәнек. Саман өйҙә (балсыҡтан эшләнгән) көн иттек. Атайым һарыҡ көттө. Иманы ныҡ көслө ине. Бер тапҡыр шулай ауылда янғын сығып китте. Атайым, сарҙаҡҡа йүгереп менеп, зекер әйтә башлағайны, янғын үҙенән-үҙе туҡтаны.

Уның ҡартатаһы бик бай кеше булған, ә атайым донъя малына ҡыҙыҡманы. Кешеләргә ярҙамы тейһә лә, аҡса алманы. Ауылдаштар уны хатта диуана тип тә йөрөтәләр ине.

Беҙҙең өйҙә гел Зәйнулла Рәсүлевтың фотоһы элеүле торҙо, шуға күрә уны ҡәҙерле кешебеҙ күреп үҫтек. Мин уны әле лә олатайым тип йөрөтәм».

Мине тамам ғәжәпкә ҡалдырып (беҙ бит көтмәгәндә осраштыҡ!), Бибифатима инәй сумкаһынан ялтыр файл эсенә урынлаштырылған гәзит килтереп сығарҙы. «Бына бында Зәйнулла ишан тураһында мәҡәлә бар. Мин ул гәзитте гел үҙем менән алып йөрөйөм. Күрәһегеҙме, фотоһы ла бар».

Ирек Ғизәтуллин исемле авторҙың мәҡәләһе икән. Унда бөйөк дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге бәйән ителә. Мәҡәләгә күҙ йүгертеп, ХХ быуат башында ҙур популярлыҡ яулаған «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡытыу процесына, дини дәрестәрҙән тыш, математика, физика, химия, зоологоия, этика, гигиена, педагогика һәм хатта һуңғараҡ рәсем һәм музыка дәрестәрен дә индергәндәренә иғтибар иттем. Баҡтиһәң, йыр-моңға һәләтле шәкерттәр спектаклдәр әҙерләп күрһәткән. Йәйгеһен ауылдар буйлап экспедицияларға сығып, халыҡ йолаларын һәм ауыҙ-тел ижадын яҙып алыу менән дә шөғөлләнгән.

Рәсәйҙә иң көслө мәҙрәсәләрҙән һаналған был 11 йыллыҡ уҡыу йортонда башҡорттар менән бергә башҡа халыҡтарҙың да алдынғы ҡарашлы милли интеллигенцияһы тәрбиәләнгән. Улар араһында ҡарағалпаҡ шағиры Ажинияз Ҡосыбайулы, ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Солтанмәхмүт Торайғыров, күренекле ҡаҙаҡ мәғрифәтсеһе Әхмәт Жанталин да бар.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...