Йәне Йәннәттә булһын!

Йәне Йәннәттә булһын!

Ҡарлы-буранлы февралдең тәүге көндәрендә беҙ, ғәҙәттә, Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улын тыуған көнө менән тәбрикләй торғайныҡ. Бы-йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғинуар айында ауыр юғалтыу кисереп, хөрмәтле Ил Башлығын һуңғы юлға оҙаттыҡ.

 

Алдынғы ҡарашлы абруйлы етәксе, оло йөрәкле шәхес, Тыуған илебеҙҙең ысын патриоты ине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Ил етәксеһенең күрһәтмәһе буйынса төҙөлгән мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары һ.б. халыҡҡа күпме хеҙмәт итәсәк әле!

Уның ҡатнашлығында күпме Аллаһ йорттары ҡалҡып сыҡты, дини китаптар сығарылды, нисәмә күпер төҙөлдө, халыҡты һыу менән тәьмин итеүсе ҡоҙоҡтар ҡаҙылды, бихисап ағас ултыртылды! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙисенә ярашлы былары инде саҙаҡа-джәриә булып һанала, тимәк, хөрмәтле етәксебеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс тә, уның рухына, Ин шәә Аллаһ, оҙон-оҙаҡ әжер сауаптары яуып торасаҡ.

Йөрәгендә тәкәбберлектең әҫәре лә булмаған Мортаза Ғөбәйҙулла улы халыҡ менән ихлас аралашты, халыҡты яратты. Республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларын ҡат-ҡат иңләп, һәр көнүҙәк мәсьәләне үҙ ваҡытында хәл итә килде.

“Урал” фондын етәкләгән осорҙа ла республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡарҙы. Изге эштәрен күпертеп, халыҡ хөкөмөнә сығарманы, киреһенсә, Аллаһ ризалығы өсөн хаж ғәмәлен үтәп, иманын нығытты.

Һәм тағы. Мортаза Рәхимов, моғайын, Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө бәндәһе булғандыр, сөнки Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө бәндәһе булыуҙың бер билдәһе – халыҡ һөйөүенә лайыҡ булыу. Мортаза Ғөбәйҙулла улын Башҡортостаныбыҙҙың бар халҡы яратты. Ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ күреп: “Беҙҙең Президентыбыҙ!” – тип өндәште.

Йә Рабби! Халҡыбыҙҙың аҫыл улы Мортаза Ғөбәйҙулла улына әхирәттә иманын юлдаш ит!      Йәне Йәннәт түрендә булһын!

 

“Әс-Сәләм” гәзите редакцияһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...