Насар ғәҙәттәрҙе ташлау һәм организмды таҙартыу

Насар ғәҙәттәрҙе ташлау һәм организмды таҙартыу

 

Насар ғәҙәттәрҙән арыныу

Сәләмәт булам тиһәң, һаулығыңды ҡаҡшатыусы насар ғәҙәттәрҙе ташларға кәрәк. Тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар – һаулыҡтың аяуһыҙ дошманы.

Тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә тырнаҡтарҙың, сәстең структураһы боҙола, тиренең төҫө үҙгәрә, тештәр һарғая һәм көсһөҙләнә, ҡан тамырҙары һығылмалылығын юғалта, ашҡаҙандың сей яраһы (язва) барлыҡҡа килә. Онкология, инсульт, инфаркт, стенокардия осраҡтары йышая.

Йыл һайын Рәсәйҙә 700 мең кеше алкоголь арҡаһында һәләк була. Иҫерткес эсемлектәр иммун һәм нервы системаларын ҡаҡшата, бауырҙы зарарлай, ҡанда шәкәр күбәйә, ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәренең ауыр төрҙәренә килтерә. Кешенең ғүмере ҡыҫҡара, хәтере юғала, уйлау ҡеүәһе насарая, психикаһы үҙгәрә, деградация башлана. Иң ҡурҡынысы – алкоголь мейе ҡабығын зарарлай, ҙур майҙанда зарарланып, уны бөтөнләй юҡҡа сығарыуы мөмкин.

Наркоманияның ниндәй ауыр һөҙөмтәләргә килтереүе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Иң ауыр гонаһ һаналған был насар ғәҙәттең Хисап көнөндә язаһы ла ҡаты буласаҡ.

 

Организмды таҙартыу

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ медицинаһы буйынса организмды ас тороп, тирләп һәм үләндәр ярҙамында эсте йомшартып таҙартырға була. Ураҙа ваҡытында ла организм таҙара. Эс йомшартыуҙа алоэ, кастор майы, әҫпе еләге (жостер), Мәккә сеннаһы, эт муйылы ҡабығы (кора крушины) ҡулланырға мөмкин.

Организмды таҙалай торған үләндәрҙе йыш ҡулланмау хәйерле. Бер нисә көн дауамында йылына ике тапҡыр ҡулланыу ҙа етә. Шул уҡ ваҡытта, ағыуланыу йәки эс ҡатыу осраҡтары булһа, табип ҡушыуы буйынса, йышыраҡ та ҡулланырға мөмкин.

Йылдың эҫе миҙгелендә тир автоматик рәүештә бүленә, һалҡын ваҡытта тирләү сараһын күрергә кәрәк. Әлбиттә, иң яҡшыһы – эҫе пар, мунса. Аҙнаһына бер тапҡыр 60-70 градуслы эҫелектә йә 10 минут дауамында 3 тапҡыр, йә 15 минутлап 2 тапҡыр тирләп сығыу һәйбәт. Бөтөнләй ас йәки туйған хәлдә мунса инергә кәрәкмәй.

Әбү Һурайра аша килгән хәҙистә: «Иң яҡшы бүлмә – пар бүлмәһе, унда ингәндә, мосолман тамуҡ утын иҫенә төшөрөр, Аллаһу Тәғәләнән яҡлау һорар», –тиелә.

 

Хәбиб Магомедов

 

Гөлзәминә Кәримова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...