Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!

 

Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа!

Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде. Ныҡ ауыртынған Сөһәйелдең асыуы ҡабарҙы. Уның эргәһенә Аллаһтың бер фәрештәһе төшөп, ҡолағына шыбырланы: «Сөһәйел! Сәджәдкә ҡысҡырма, әрләмә уны!»

Фәрештә киткәс, Сөһәйел эргәһенә килә һалдым да былай тип өндәштем: «Ҡәҙерле Сөһәйел! Уртыңды ҡыҫып, түҙеп йөрөмә. Сөһәйелгә бер-ике генә ҡаты һүҙ әйтһәң дә һиңә еңелерәк булып ҡаласаҡ бит. Әйҙә инде йәһәтерәк! Ҡайһы ваҡыт әрләшергә лә кәрәк ул. Сәджәд бит һинең йөҙөңә туп менән атты, йә, әйҙә, һин дә уның кәйефен төшөр!»

Фәрештә яңынан Сөһәйелгә яҡынлап, уны өгөтләргә тырышты: «Сөһәйел! Сәджәд бит быны махсус рәүештә эшләмәне. Туп бит яңылыш ҡына килеп тейҙе. Был бит футбол. Һинең дә тубың кисә Фәршәдкә барып тейгәйне. Фәршәд һиңә ҡысҡырып, ирешеп йөрөнөмө ни?».

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сөһәйел тынысланды. Тик мин уны барыбер ахмаҡландырҙым. Һа-һа-һа! Мин уға: «Һин хәҙер телеңде тешләһәң, Сәджәд һинең менән шулай ҡыланырға ярай икән, тип уйлаясаҡ һәм көн дә битеңә туп менән сәпәйәсәк. Уның ғәфү үтенгәненә ҡарама, алдай ул! Ҡысҡыр уға, үҙеңә еңелерәк булып ҡалыр», – тинем. Минең һүҙҙәр Сөһәйелде ҡанатландырып ебәрҙе. Ул тиҙ генә Сәджәд эргәһенә килде лә аҡырына башланы. Һа-һа-һа!

Артабан Сәджәдтең бер дуҫы йүгереп килеп: «Нимә эшләйһең ул, Сөһәйел?» – тип, малайҙың күкрәгенә тондорҙо. Уныһы яҡлашыусының яғаһынан эләктереп алды, китте үҙ-ара дөмбәҫләшеү. Уларға башҡалар ҙа ҡушылып китте. Бөтәһе лә һуғышты! Һа-һа-һа!

Бөгөнгө көнөм ҡайһылай матур үтте минең! Хафиз урамындағы матч хәтәр көсөргәнешле килеп сыҡты! Малайҙар тағы бер аҙна тирәһе үҙ-ара ыҙғышып йөрөнө. Һа-һа-һа! Бер тапҡыр теленән тартыу ғына етте, ә ниндәй һуғыш башланды! Телдәрегеҙ ҡайһылай үткер ул һеҙҙең, кешекәйҙәр! Уның ярҙамында теләһә ниндәй ыҙғыш тыуҙырырға мөмкин. Быны һис хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Һеҙ тел ярҙамында һүгенә, талаша, алдаша алаһығыҙ, дуҫтарығыҙҙы мыҫҡыл итә, уларға ғәйеп ташлай алаһығыҙ. Һа-һа-һа! Бына был, исмаһам, көсөргәнешле матч! Ә бит барыһына ла ни бары һеҙҙең телегеҙ генә ғәйепле, кешеләр!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....