АШ-ҺЫУ СЕРҘӘРЕ

АШ-ҺЫУ СЕРҘӘРЕ

Бауырҙан торт рецебы

500 г бауыр

2 баш һуған

1 стакан ҡайнаған һөт

3 йомортҡа тоҙ, борос

4-5 ҡалаҡ көнбағыш майы

ярты стакан он Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , һөттө ҡайнатып һыуытабыҙ ҙа ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып, барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.

Килеп сыҡҡан массаны ҡоймаҡ ҡойған кеүек йоҡа ғына итеп табала ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ. 7-8 шт сыға (26 см диаметрында).

Эслек:

2 баш һуған

2-4 кишер (эре булһа, 2-ү ҙә етә)

ҡаймаҡ йә майонез - 200 г

2 теш һарымһаҡ

тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр

Һуған менән кишерҙе табала ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ (майонез) һәм һарымһаҡ менән бергә ҡушып болғатабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Тортты эҫе килеш йыйғанда, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы була. Өҫтөн йәшел үләндәр йә ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән биҙәргә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

УҢҒАН КИЛЕН ЗӨБӘРЖӘТ УТАРБАЕВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...