Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Бөгөнгө кисем хәтәр шәп үтте. Үәт, һеҙ генә эргәлә булманығыҙ. Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки мин бер юлы өс дуҫтың араһын боҙҙом. Һа-һа-һа! Хәҙер һөйләйем нисек булғанын.

 

Хәмит, Мәжит һәм Сәйет урамда һөйләшеп торалар ине, һәм  мин уларҙы талаштырырға булып киттем. Планым гениаль ине! Тәүҙә Мәжиткә: «Мәжит, һин Сәйеттең сәстәрен тартҡыла һәм боларт, үәт, ҡыҙыҡ булыр!» –  тинем. Тик ул минең ҡотортоуҙы ҡолағына ла элмәне, ә бит улар араһында ҙур ыҙғыш сығарып булыр ине!

Артабан мин Хәмит эргәһенә килеп: «Иҫәп-хисапҡа ҡағылышлы берәй нәмә һөйлә. Һин бит беләһең, Сәйет математикала көсһөҙ. Математиканы шәп белгәнеңде күрһәтеп, зитына тей!» –  тинем. Был осраҡта ла планым барып сыҡманы. Хәмит мине тыңлап та торманы.

Шунан Сәйеткә сират етте. Мин уға былай тинем: «Мәжит һөйләгәндә, ян-яғыңа ҡаран. Шулай итһәң, ул аҙыраҡ һөйләр, ә һин оҙағыраҡ һөйләй алырһың». Ояты ни тора! Был юлы ла мин уңышһыҙлыҡҡа юлыҡтым. Етмәһә, уныһы: «Ҡәһәр һуҡҡыр шайтан!»  –  тигән булып танау аҫтынан мыңғырҙап тора бит әле.

Аптырғас үҙемдең ҡайһы бер ярандарымды кәңәшкә йыйҙым. Мин бит үҙ алдыма Сәйет, Мәжит һәм Хәмиттең араһын боҙорға маҡсат ҡуйғанмын. Эйәрсәндәремдән: «Сәйет, Мәжит һәм Хәмиттең араһын боҙа алмайым. Нимә генә эшләп ҡарайым икән?» –  тип кәңәш һораным.

Ярандарымдың бер-икеһе үҙҙәренең идеялары менән бүлеште, ләкин улар мине ҡәнәғәтләндермәне. Әммә шул саҡ: «Әфәндем, үҙегеҙҙең һыналған алымдарығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле», –  тигән тәҡдим яңғыраны.

 – Ҡайһы алымдар тураһында һүҙ бара?

–  «Һөйләгәнде бүлдереү» алымы бар бит, иҫләйһегеҙҙер ҙә?

– Әй, ысын! Бар шул ундай хәтәр шәп алым. Нисек мин уны онтоп торам әле? Ә бит уның ярҙамында күпме кешенең араһын боҙҙом!

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошо алым килеште бит әй. Һа-һа-һа! Сәйет, Мәжит һәм Хәмитте рәхәтләнеп алйотландырҙым ғына. Һа-һа-һа! Иң тәүҙә Мәжиткә: «Хәмиттең һөйләгәнен бүлдер!» –  тинем. Шунан Хәмитте: «Ә хәҙер һин Мәжитте бүлдер!» –  тип ҡоторттом. Аҙаҡтан Сәйетте: «Теге икәүҙең һүҙенә ҡыҫыл», –  тип өндәнем.

Ун биш минуттан улар бер-береһенә асыуланышып бөттөләр, сөнки  Мәжит ниҙер әйтергә теләһә, Хәмит һөйләп алып китә, Хәмит һөйләйем тиһә, уны Мәжит бүлдерә. Сәйет һөйләй башлаһа, теге икәү килеп ҡыҫыла. Һа-һа-һа!

Һәм уларҙың дуҫтарса мөғәмәләһе ыҙғыш менән тамамланды. Һа-һа-һа! Һуңынан, күңелдәре төшөп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Һа-һа-һа! Ниндәй шәп кис! Ниндәй шәп! Һа-һа-һа!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...