Зекер мәжлестәре

Зекер мәжлестәре

Зекер мәжлестәре

Риүәйәт ителгәнсә, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Зекер мәжлестәренең урындары булыр, бергә ултырыусылары фәрештәләр булыр, әгәр Аллаһты зекер итеү өсөн ултырһалар, уларҙы фәрештәләр аяҡ табандарынан күкрәктәренә тиклем шатланып ҡаршыларҙар. Фәрештәләрҙең ҡулдарында көмөш ҡағыҙҙар, алтын ҡәләмдәр булыр, Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә әйтелгән салауаттарҙы яҙып барырҙар һәм: «Салауаттарҙы күберәк әйтегеҙ – Аллаһ ﷻ һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер», – тип әйтерҙәр».

«Кесаҙна етеү менән, Аллаһ ﷻ ергә алтын ҡәләмдәр үә көмөш таҡталар менән фәрештәләр күндерер. Улар шул таҡтаға кесаҙна үә йома көндәрен күберәк салауат әйтеүселәрҙең исемдәрен яҙырҙар». (Ибне Ғасәкир).

Әгәр кешеләр зекер итеүгә керешһәләр, доғаларына яуап булып, уларға Йәннәт ишектәре асылыр. Улар башҡа нәмәләр тураһында һөйләшә башлағансы, Аллаһу Тәғәлә Шәфәғәтле йөҙө менән ҡарар. Шулай уҡ, Ҡөрьән мәжлесенә кешеләр йыйылһа, үә ниәттәре фәҡәт шул булһа, был да зекер мәжлесе булыр. Шундай уҡ дәрәжәләргә ирешеү булыр, ин шәә Аллаһ.

 

Илшат Хафизиҙың

«Салауат- шәрифтәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...