Әҙәптәр

Әҙәптәр

Әҙәптәр

Йома намаҙының әҙәбе

  • Йома намаҙына алдан әҙерләнеү
  • Намаҙ ваҡыты кергәнсе, тәһәрәт алып, мәсеткә иртә килеү
  • Ғөсөл ҡойоноу
  • Таҙа әйбер кейеү
  • Самалап ҡына хушбуй һөртөү
  • Әҙ һөйләшеү
  • Һәр ваҡыт Аллаһты иҫкә алыу
  • Имам янында ултырыу
  • Хөтбәне тыныс тыңлау
  • Намаҙҙан һуң ғилем өйрәнергә барыу
  • Олпатлыҡ менән йөрөү
  • Бармаҡтарҙы сатрашламау
  • Ваҡ аҙымдар менән йөрөү
  • Башты алға эйеү
  • Ниғмәттәрҙе биреүсебеҙгә хәмедтәр әйтеү
  • Мәсеткә итәғәт менән килеп кереү
  • Кешеләрҙең сәләменә яуап биреү
  • Имам минбәргә менгән ваҡытта намаҙ ҡылмау
  • Имам сәләм биргәндә, уға яуап биреү
  • Һөйләшмәү
  • Вәғәзде тулы күңел менән тыңлау һәм нәсихәттәрҙе ҡабул итеү
  • Имам йыйылған мосолмандарға йүнәлгән ваҡытта һәм һөйләй башлағанда, ян-яҡҡа боролмау
  • Имам минбәрҙән төшөп, мөәззин иҡамәтте әйтеп бөткәнсе, намаҙға баҫмау.

 

Имам-хатибтың әҙәбе

Хатиб етди ҡиәфәт менән мәсеткә инергә, башта йыйылған мосолмандар менән иҫәнләшергә һәм аҙаҡтан асыҡ йөҙ менән ултырырға тейеш. Шул мәлдә бер кем менән дә һөйләшмәҫкә һәм билгеле ваҡытты көтөргә, ә унан һуң яйлап, Аллаһҡа сығыш яһарға ниәтләгән кеүек, минбәргә барырға тейеш. Минбәр баҫҡыстарынан Аллаһты зекер итеп күтәрелеү, килгән халыҡҡа әйләнеп сәләм биреү, Раббыға итәғәт менән аҙанға ултырыу лазым. Тыйнаҡ рәүештә хөтбә уҡыла. Берәүгә лә бармаҡ менән күрһәтеү юҡ, һүҙҙәрем кешеләргә файҙа килтерер, тигән өмөт менән доға уҡыла. Мөәзин иҡамәт әйткән ваҡытта, ул минбәрҙән төшә. Мөәзин иҡамәтте тамамлағас, ул тәкбир әйтергә һәм намаҙҙы башларға, аяттарҙы һәм сүрәләрҙе аңлайышлы һәм асыҡ рәүештә уҡырға тейеш.

 

Байрам әҙәбе

  • Байрам алдындағы төндө ғибәҙәт менән үткәреү
  • Иртә менән ғөсөл ҡойоноу
  • Таҙа кейем кейеү
  • Еҫле майҙар һөртөү
  • Арымай-талмай тәкбирҙәр әйтеү
  • Аллаһты йыш иҫкә алыу
  • Хозур хәлендә булыу
  • Тәкбирҙәр араһында “Сүбхәналлаһ” һәм “Әлхәмдүлилләһ” тип әйтеү
  • Намаҙҙан һуң байрам хөтбәһен тыңлау
  • Ураҙа байрамында мәсеткә барыр алдынан әҙ генә ашап алыу
  • Мәсеткә бер юл менән барыу һәм икенсе юл менән ҡайтыу

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...