Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы
Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.
Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән торған ғәскәре менән Аллаһты танымаған батшаның утрауына килеп төшә. Хаким батша пәйғәмбәргә бирелергә теләмәй, ҡаршылыҡ күрһәтә. Уны үлтерәләр, биләмәһен баҫып алалар, ярандарын ҡулға алалар. Уның Джарадат исемле ҡыҙы була, Сөләймән уны исламға өндәй. Ҡыҙ динде ҡабул иткән булып ҡылана, күңелендә иһә Сөләймәнгә асыу һаҡлай. Оҙаҡламай Сөләймән уға өйләнә. Ул уны бөтә ҡатындарына ҡарағанда ла нығыраҡ ярата, ләкин Джарадат гел бойоҡ йөрөй, күҙенән йәше кипмәй. Сөләймән унан: «Ни өсөн һин һәр ваҡыт илайһың, нимәгә һағышланаһың?» − тип һорай. Джарадат: «Атайымды онота алмайым, уны бик һағынам. Йөрәгемдәге һағыш баҫылһын өсөн, күҙ йәшем кипһен, күңелем тынысланһын өсөн, ендәреңә әмер бир: атайымдың һынын эшләп, ошо бүлмәгә ҡуйһындар», − тигән. Сөләймән ҡатынының теләген үтәй. Күп тә үтмәй, шайтандар тере батшаға оҡшап торған һынды эшләп килтереп тә ҡуя. Джарадат уға кейем тегә, башына таж кейҙерә. Һынды кейәү егете кеүек кейендереп, Сөләймән өйҙә булмағанда, үҙенең хеҙмәтсе ҡатындары менән һынға ипләп кенә табына башлайҙар. Шулай улар ҡырҡ көн буйы таш һынға табына.
Сөләймәнгә был хаҡта уның вәзире Әсиф еткерә. Асыуы ҡабарған Сөләймән, өйөнә ҡайтып, һынташты ватып ташлай һәм Джарадат менән уның хеҙмәтселәренә тейешле яза бирә. Пәйғәмбәрҙең өйөндә йәшерен рәүештә һынға табыныу Сөләймәнгә һынау ебәреүгә сәбәп була.
Сөләймәнгә төшөрөлгән һынауҙың сәбәптәре тураһындағы версияларҙың иң ышаныслыһы − Әбү Һурайра риүәйәт иткән сахих хәҙис. Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ хәҙисенә ярашлы, Сөләймән бер ваҡыт, бер төндә туҡһан ҡатыныма инәсәкмен, тип һүҙ бирә һәм, ҡатындарымдың бөтәһе лә миңә ул табасаҡ, һәм уларҙың бөтәһе лә аҙаҡ ғәзәүәткә (һуғышҡа) барасаҡ, тип белдерә. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Әсиф уға: «Ин шәә Аллаһ (Аллаһ теләһә), тип әйт», − тигән. Ләкин, Сөләймән ул һүҙҙәрҙе әйтергә онота. Вәғәҙә иткәнсә, ул бөтә ҡатындары янында ла була, әммә уларҙың береһе генә ауырға ҡала, уныһы ла зәғиф бала таба. Шулай итеп, пәйғәмбәр, «ин шәә Аллаһ», тип әйтмәүе арҡаһында ибтиләгә1 эләгә.
Һынау тураһында иң билдәле хикәйәт былай:
Сөләймән, Джарадаттың уның өйөндә ҡырҡ көн буйы, унан йәшереп, һынға табыныуын белгәс, иртән иртүк ҡырға сығып китеп, көнө буйы Аллаһтан ғәфү итеүен һорап ялбара. Төн еткәс кенә өйөнә ҡайтып, бәҙрәфкә инер алдынан, бармағындағы балдағын һала, һәм бөтәһенән дә нығыраҡ ышанған хеҙмәтсе ҡатынға балдағын бирә. Шул арала Сахр әл-Мәрид исемле шайтан, Сөләймәндең ҡиәфәтен алып, ҡатын янына килә һәм балдаҡты ҡайтарыуын һорай. Бер нимә лә һиҙмәгән ҡолбикә пәйғәмбәрҙең серле балдағын шайтанға тоттора. Серле балдаҡ ҡулына эләгеү менән, шайтан тәхеткә менеп ултыра һәм, шәриғәт ҡанундарын боҙоп, идара итә башлай. Сөләймән иһә, хәжәтен үтәгәс, хеҙмәтсе ҡатындан балдаҡты талап итә. Тегеһе, шикләнеп, һин кем, тип һорай. «Мин – Сөләймән», − ти пәйғәмбәр. Хеҙмәтсе ҡатын, асыу-ланып, һин алдашаһың, Сөләймән балдаҡты алды инде, ти. Батша шунда уҡ аңлай: был − уға Аллаһтың һынауы. Балдаҡһыҙ ул бер кем дә түгел, сөнки хаким ҡулындағы әл-Исм әл-Әғҙәм яҙылған балдаҡ уның әмерен үтәү өсөн шарт була.
Балдаҡһыҙ ҡалған Сөләймән, ни эшләргә белмәй, урам буйлап: «Мин − Сөләймән», − тип ҡабатлап йөрөй. Кешеләр уны, аҡылдан яҙған, тип уйлап, көлә башлай. Халыҡтың уны ҡабул итмәүен аңлап, Сөләймән, ҡаланы ташлап, диңгеҙ буйына китә. Унда ул, балыҡсыларҙы осратып, үҙен ярҙамсы итеп алыуҙарын һорай. Уларҙың балыҡтарын көн һайын баҙарға алып барып һата һәм эше өсөн ике балыҡты үҙендә ҡалдыра. Береһен һатып, икмәк ала, икенсеһен ҡурып ашай. Ҡырҡ көн ул шулай йәшәй. Бер саҡ, балыҡ таҙарта башлағас, балыҡ эсенән балдаҡ килеп төшә − Сөләймәндең балдағы. Уның шатлығының сиге булмай, шунда уҡ Аллаһу Тәғәләгә сикһеҙ маҡтауҙар әйтеп, балдағын кейеп ала һәм, өйөнә ҡайтып, тәхетенә ултыра.
Шулай итеп, уның өйөндә нисә көн һынға табынғандар, шунса ваҡытҡа Аллаһу Тәғәлә Сөләймәнде батшалығынан айыра. Шул ваҡыт эсендә шайтан Сахр әл-Мәрид шәриғәткә һыймаған эштәр ҡыла. Әсиф кеүек ғалимдар уның Сөләймән түгеллеген аңлап ала һәм уның ҡарарҙарына ҡаршы сыға башлайҙар. Был хәл ҡырҡ көн дауамында бара. Шунан һуң шайтан батшалыҡты ҡалдырып сығып ҡаса, ә балдаҡты диңгеҙгә ырғыта. Шунда уҡ уны балыҡ йота һәм, балыҡсы ҡармағына эләгеп, Сөләймәндең ҡулына төшә.
Аллаһу Тәғәләнең мөғжизәләре бихисап, Уға «Күн» (Бул) тип әйтеү генә етә − Уның әмере шунда уҡ үтәлә. «Нисек?», «Ни өсөн?» тигән һорау биреү кәрәкмәй, уны фәҡәт Бөйөк Ғилем Эйәһе Үҙе генә белә.
Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөү
АллаҺу Тәғәләнең пәйғәмбәр Ибраһим-Хәлилдең тоҡомона ебәргән бәрәкәтенән Исраил халҡы ныҡ ишәйеп китә. Был Дауыт пәйғәмбәр заманында була. Ул Фәләстанда исраилдар менән оҙаҡ ҡына ваҡыт була һәм уларҙың күплегенә хайран ҡала. Ул бындағы халыҡтың теүәл иҫәбен алырға теләй, ләкин иҫәбенә сыға алмай. Һәм Аллаһ уға үәхи ебәрә, унда әйтелә: «Һин уларҙың иҫәбен белә алмаҫһың, уларҙың һаны Минең бәрәкәтем менән артты. Хәҙер Мин, бәлә ебәреп, уларҙың һанын аҙайтам. Уларға әйт: өс төрлө бәләнең береһен һайлаһындар. Йә мин уларға аслыҡ ебәрәм, ул өс йылға һуҙыласаҡ, йәки дошман ебәрәм: уның менән һуғыш өс ай барасаҡ, йәки − үлем, ул өс көн эсендә буласаҡ. Халыҡ ошо бәләләрҙең ҡайһыһын һайлай − шул буласаҡ».
Дауыт Исраил халҡына ошо шарттарҙы әйткәс, улар өс көн эсендә буласаҡ үлемде һайлай. Дауыт уларға әҙерләнергә ҡуша. Былар ғөсөлләнә һәм кәфенгә урана. Шунан улар ҡалҡыу ергә − әлеге ваҡытта Бәйт әл-Мөҡәддәс булған урынға − күтәрелә һәм, Аллаһу Тәғәләнән мәрхәмәт һорап, Уға ялбара башлай. Ғаләмдәр Раббыһы уларға тағун (чума) ауы-рыуы ебәрә. Беренсе көндә үк меңәрләгән кеше үлә. Икенсе көндө Дауыт Аллаһтан уларҙы ғәфү итеүен һәм уларға тигән бәләне үҙенә ебәреүен һорап доға ҡыла. Аллаһ доғаны ҡабул итә − чума үтеп китә. Дауыт шатлыҡлы хәбәрҙе халҡына еткерә һәм, Аллаһты маҡтап, Уға шөкөр итергә ҡуша. Кешеләр быны нисек эшләргә белмәй. Дауыт Аллаһ уларға Үҙенең рәхимлеген күрһәткән ошо ҡалҡыулыҡта мәсет төҙөргә ҡуша. Ошо урында улар Бәйт әл-Мөҡәддәскә нигеҙ һала, төҙөлөштә бөтә халыҡ ҡатнаша. Дауыт пәйғәмбәр арҡаһына һалып таш ташый. Әл-Аҡса мәсетенең (Алыҫ мәсет) диуары (стеналары) кеше бейеклек булғас, Дауыт артабан төҙөлөштө дауам итә алмай, һәм Аллаһ уға үәхи ебәрә, унда әйтелә: «Артабан Бәйт-әл Мөҡәддәс мәсетен төҙөү һинең эш түгел. Ҡалғанын һинең улың Сөләймән дауам итер», − шул рәүешле Бөйөк Раббы, Сөләймән тыумаҫ элек үк, Дауытҡа буласаҡ улының батшалыҡ итәсәген хәбәр итә.
Дауыттан һуң хакимлыҡ Сөләймәнгә күсә. Аллаһ уға Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөтөргә ҡуша. Сөләймән әҙерлек эшен башлай: ул барлыҡ ендәрҙе, кешеләрҙе һәм шайтандарҙы йыйып ала һәм уларға эштәрҙе бүлеп бирә. Иң беренсе улар ҡала төҙөп ҡуя. Артабан, иң затлы таштарҙы ғына ҡулланып, ҡаланы биҙәй, уның матурлығын юғары кимәлгә еткерә. Шунан һуң Сөләймән мәсет төҙөргә тотона. Ҡиммәтле таш һәм металл ятҡылыҡтарының урындарын белгәс, шайтандарҙы төркөмдәргә бүлеп, төрлө яҡҡа ебәрә. Берәүҙәр диңгеҙ төбөнән ынйы сығара, икенселәр алтын һәм көмөш табыу эше менән шөғөлләнә, өсөнсөләр хуш еҫ аңҡытыусы мисек һәм ғәмбәр йыя. Ошолай, ғәжәп рәүештә төҙөлә Бәйт әл-Мөҡәддәс. Төндә ул, тирә-яҡҡа нур сәсеп, балҡып торған, унан да матурыраҡ башҡа бер ниндәй ҙә ҡоролма булмаған.
Төҙөлөш тамамланғас, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Егерме биш мең эре мөгөҙлө мал, ҡырҡ мең һарыҡ, мең дөйә салына, бөтәһен дә саҙаҡа итеп тараталар. Сөләймән үҙе Сахратуллаһҡа барып Аллаһу Тәғәләгә ризалығы өсөн ҡорбан сала.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
______________________________________________________________
1 Ибтилә − Пәйғәмбәрҙәрҙең дәрәжәһен күтәреү өсөн, Аллаһу Тәғәлә тарафынан уларға ебәрелгән һынау