Фәрештәләрҙең салауаттары

Фәрештәләрҙең салауаттары

Фәрештәләрҙең салауаттары

Риүәйәт ителгәнсә, Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Миңә салауат әйтеүсегә фәрештәләр салауат әйтер, фәрештәләр салауат әйтеүсегә Раббыһы ла салауат әйтер. Ҡол, теләһә – аҙ, теләһә, күп әйтһен», – тигән (Бәйһаҡи, «Шүғубүл-имән»).

 

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ителгәнсә, Ул: «Аллаһу Тәғәлә һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы истиғфар менән алды. Әгәр кемдер, Аллаһу Тәғәләгә дөрөҫ ниәт менән истиғфар ҡылһа – ярлыҡаныр. Кем «Ләә иләәһә илләллааһ» тип әйтә – мизаны ауышыр (изге эштәр яғына – ред.). Ә кем миңә салауат әйтә – мин уға Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәтсе булырмын», – тигән.

Салауат әйтеүсенең исеме күк китабында яҙылыр.

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ителгәнсә, Ул: «Әгәр берәй кем китапта миңә салауат яҙып ҡалдырһа, минең исемем ул китапта булған саҡта, фәрештәләр уға салауат әйтеүҙән туҡтамаҫтар», – тигән (Табәрани, «Әүсат»).

 

Илшат Хафизиҙың «Салауат шәрифтәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....