Һәр йортҡа именлек теләп!

Һәр йортҡа именлек теләп!

Һәр йортҡа именлек теләп!

Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһү, ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр!

“Әс-Сәләм” һүҙенең ғәрәп теленән тәржемәһе – “Тыныслыҡ, именлек, һаулыҡ” тигәнде аңлата. Шулай уҡ был һүҙ Аллаһу Тәғәләнең 99 исеменең береһе булып тора.

 

Исеменә күрә – есеме, ти халыҡ мәҡәле. “Әс-Сәләм” гәзитен хатта исеме өсөн генә лә таратырлыҡ. Ул һәр йортҡа именлек, һаулыҡ, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтен һәм бәрәкәтен теләп барып инә.

Әлхәмдүлилләһ, гәзит уҡыусыларыбыҙ йылдан-йыл ишәйә бара. Быйыл баҫманың тиражы 4 меңгә етте. Ин шәә Аллаһ, киләһе 2024 йылда ла һеҙ беҙҙең менән ҡалырһығыҙ, тип бик ышанабыҙ.

“Әс-Сәләм” гәзитенең һәр һаны – дәғүәт. “Баҫмағыҙҙы уҡып, иман юлына баҫтым”, – тип яҙылған хаттарҙы уҡыуы күңелде күтәрә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Иман килтермәй тороп, һеҙ Йәннәткә инә алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙҙе һөйә белмәй тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөүгә алып бара торған юлды күрһәтәйемме? Үҙ-ара “сәләм” һүҙен таратығыҙ!”

Замандаштарына һөйөү күҙе менән бағып, “Әс-Сәләм” гәзитен таратыу эшендә ҡатнашҡан һәр кемгә Аллаһу Тәғәләнең оло сауаптары һәм рәхмәте ирешһен!

 

Зөлфиә Ханнанова

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...