Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып ҡайтҡан йәш кенә Илшат хәҙрәт тә мәсетебеҙҙә бик күптәргә ғилем таратып өлгөрҙө. Икеһенең дә йәндәре Йәннәттә булһын!

 

 

Бөгөн Аллаһ йорто тағы ла күркәмерәк ғибәҙәт усағына әүерелде, Әлхәмдүлилләһ! Ир-аттар ҙа көндәлек биш намаҙын бында башҡарырға тырыша. Йома көндө лә халыҡ күпләп йыйыла.

Мәсет эргәһендә динде өйрәнеү буйынса байтаҡ курстар ойошторолған. Фикһ, ғәҡыдә кеүек фәндәрҙе имам Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов алып бара. Ул Рощинский ҡасабаһы имамы Нәзирулла хәҙрәт менән берлектә районыбыҙ имамдары өсөн дә уҡыуҙар ойошторҙо. Рәсүл хәҙрәт сығышы менән Белореттан, Рәсәй ғалимдары советы ағзаһы, Бөрйән, Хәйбулла райондарының мөхтәсибе булып эшләгән. Уның башланғысы менән район имамдары һәм аҡһаҡалдар ҡоро йыйындары үткәрелеп килә. Был эштә Йәнырыҫ, Урман-Бишҡаҙаҡ, Маҡар ауылдары имамдары әүҙемлек күрһәтте. Бындай йыйылыштарҙа ауыл советы ағзалары урындағы халыҡ менән осрашып, күп мәсьәләләр хәл ителде. Шулай уҡ ауыл тарихын, уның күренекле шәхестәрен асыҡлап барлауға ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Рәсүл хәҙрәттең хәләл ефете Лилиә абыстай мөхтәсибәт эргәһендә бик күп эштәр башланғысына юл һалды: «Хәлилә» исемле йәш ҡатындар ойошмаһы булырҙы, унда Ҡөрьән дәрестәре, төрлө матур саралар уҙа. Шулай уҡ Лилиәбеҙ мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбен етәкләй.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу ҙа уңышлы бара. Башҡорт кадет корпусының директоры урынбаҫары, әлеге көндә Бөтә Рәсәй Ислам университетының 4-се курс шәкерте Лилиә ханым Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормош юлын, пәйғәмбәрҙәр тарихын, ғәрәп телен уҡыта.

 

 

 

 

Үҙем инде гүзәл ханымдарға Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләрен, Ислам тарихын, әхлаҡ нигеҙҙәрен өйрәтәм.

Оҙаҡ йылдар бик күптәргә ғилем биргән Рәйхана абыстайҙың ҡыҙы Айгөл ханым да – мөғәллимәбеҙ, Ислам нигеҙҙәрен өйрәтә, тура юлға өндәй, хаҡ диндең серҙәренә төшөндөрә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар уның дәресенә йәкшәмбе көнө ихлас йөрөйҙәр. Уларға ял көнөн мәсеттә уҙғарыу бик тә оҡшай, ата-әсәләр ҙә ныҡ ҡәнәғәт.

Бигерәк тә йәш быуындың дингә ынтылышы, Аллаһ Ризалығы өсөн янып йөрөүе – матур күренеш. Мәҫәлән, Ишембай егете Радмир хәҙрәт ир-аттар өсөн Ҡөрьән, ғәрәп телендә һөйләшеү курстарын алып бара. Изге Китап аяттарын Әдил уҡыуында тыңларға мөмкин, сығышы менән Алжир егете ул. Тағы бер йәш егетебеҙ Ислам Төхвәтуллиндың «Дин нуры» исемле яңы проекты донъя күрҙе: ул әҙерләгән «Никах уҡытыу тәртибе», «Шайтандар һәм ендәр» видеояҙмалары эфирға сыҡты, уларҙы Интернетта ҡарарға мөмкин. Әле ул «Йәндәр» исемле материал өҫтөндә эшләй. Булдыҡлы ҡәрҙәшебеҙҙең хыялы – мөхтәсибәт эргәһендә студия булдырыу, изге ниәте тормошҡа ашһын, ин шәә Аллаһ!

Ишембай йәмиғ мәсете ишеге көнө буйы асыҡ. Ғибәҙәтханаға килгән һәр кем Ринат хәҙрәтебеҙҙең кәңәш-нәсихәтен тыңлай ала. Миҙхәт хәҙрәт тә бөтәһен күңел йылыһын биреп ҡаршы ала.

Уҡыу-уҡытыуҙан тыш бик күп тәрбиәүи саралар уҙа Аллаһ йортонда. Мөслимәләр араһында республика кимәлендә имам Ән-Нәүәүиҙең 40 хәҙисе буйынса уйын уҙҙы.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ тормош юлын өйрәнеүгә оло иғтибар бирелә. «Иң яҡшы кеше» тип исемләнгән дини тамаша үткәреп ебәрҙек, халыҡ эркелеп килде Йәштәр һарайына. Ололар өсөн олимпиада, балалар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «101 хәҙис» китабы буйынса яттан хәҙис һөйләү конкурсы ла үткәрелде.

Рәсәй кимәлендә Мәскәү йәмиғ мәсетендә уҙғарылған «Бөтә донъя хижәп көнө» конкурсында ла көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Ишембай ҡыҙҙары өсөнсө урын алып ҡайтты, Әлхәмдүлилләһи шөкөр!

Изге Рамаҙан айын көтөп ала ишембайҙар. Ике йыл рәттән ифтарҙар мәсеттә түгел, уңайлы залдарҙа ойошторолдо. «Рамаҙан тирмәһе» тип атаныҡ был сараны, һәр береһе фәһемле осрашыуҙар менән һуғарылып барҙы, доғалар ҡылынды. Ауыҙ асыу мәжлестәрендә күренекле яҙыусылар Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Айһылыу Ғарифуллина, Рә-шиҙә Шәмсетдинова, Ғәлиә Кәлимуллиналар ижад емеш-тәренән ауыҙ иттереп, динебеҙҙең традицион ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн билдәләне.

Йәнһүрәт тә төшөрә беләбеҙ беҙ! Ишембай районы мөхтәсибәте республика «Балалар» проекты менән берлектә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Ислам дине хаҡында йәнһүрәттәр циклы сығарҙы. Проекттың продюсеры һәм етәксеһе, яҡташыбыҙ Рүзилә Кинйәбулатова ярҙамында Рамаҙан айы һәм Ураҙа байрамы тураһында йәнһүрәттәр ижад ителде. Сценарийҙы яҙыуҙа Лилиә Мөхәмәтйәнова, Гөлнур Йәнбирҙина булышлыҡ итте. Ябай халыҡ матди ярҙам күрһәтте.

Донъяла, илебеҙҙә барған аяныслы ваҡиғалар бар халыҡты тәрән уйға һала. Был осорҙа бер кем дә битараф ҡала алмай һәм, нисек тә булһа, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Күптән түгел район мосолмандары Палестинаға миллиондан ашыу аҡса, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатты, рәхмәт яуғыры!

Йәш быуындың киләсәге һәр кемебеҙҙе борсойҙор. Шуға күрә мөхтәсибәт ағзалары мәктәптә ата-әсәләр йыйылышында ҙур теләк менән ҡатнаша, мәсеттә лә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрелеп тора. Ҡаланың 3-сө, 16-сы, 19-сы мәктәптәре, А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт Кадет корпусы, Башҡорт гимназия-интернаты имамдарҙы осрашыуға йыш саҡыра, мәсеткә экскурсиялар ойоштороп тора.

Ишембай районы мөхтәсибәте тырышлығы, район хакимиәте ярҙамында Стахановсылар урамы, 45-се һанлы бинала «Ғилем үҙәге» асылыу ҙа ҡала тарихына яңылыҡ өҫтәне. Бында уҡыуҙар, төрлө саралар ойоштороу күҙаллана. Үҙәкте ремонтлауҙа ихлас ҡатнашҡан ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәттәре булһын!

Ошо бар изге эштәрҙең башланғысы һәм ойошто-роусыһы, Ишембай йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин тураһында ла әйтмәйсә үтеп булмай. Ул бар белемен, шәхси ваҡытын, тәжрибәһен Ислам дине үҫешенә, халыҡты бар яҡлап та тура юлға күндереүҙә ҙур көс һала, яңынан-яңы үрҙәр байҡап, заман менән бергә атлай. Уның бигерәк тә йәштәргә иғтибар биреүе, уларҙы бер йәмәғәт итергә тырышыуы һөйөндөрә.

Аллаһ Ризалығы өсөн, динебеҙҙең алға барыуына булышлыҡ иткән, шул уҡ ваҡытта исем-шәрифен билдәһеҙ ҡалдырырға тырышҡан ҡәрҙәштәребеҙгә гәзит биттәре аша оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Барыһының да эштәре уң булһын, әжер-сауабы яуып торһон!

 

 

Мәҙкүрә Солтанова,

Ишембай ҡалаһы

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Дауыт пәйғәмбәр

Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә...


«Беҙ урман башҡорто булабыҙ...»

Быйыл башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл. Баҫмабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы − күренекле шәхестең ижадын, тормошон өйрәнгән билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов.   – Миңлеғәли Хөсәйен улы, һеҙ бер сығышығыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң ижады менән студент...


Шәүүәл айы

Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана. Рамаҙанда иһә һәр хаҡ мосолман күберәк изегелектәр эшләп ҡалырға ашыҡһа, тырышһа, Шәүүәл айы ла беҙгә ошо яҡшылыҡтарыбыҙҙы тағы ла арттырырға, байытырға мөмкинлек бирә. Бәлки, тотҡан ураҙаларҙа хата-кәмселектәр булғандыр, йә ҡайһы бер көндәре тороп ҡалғандыр,...


Ҡыҙым истерикаға бирелә

Үҫмер ҡыҙымдың әхирәттәре яңы телефондар, ҡиммәтле кейем-һалым, төрлө сәйәхәттәре менән маҡтанғанда, ул быны ауыр кисерә, көйә, ҡайһы саҡта илап та ала. Үҙе лә быға ояла, сөнки ундай әйберҙәрҙе ала алмауын аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул туҡ, кейеме лә бар, барыһы ла өр-яңы, зауыҡлы. Әммә мин уны яңғыҙ...


Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте: – Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул...