Талҡандан тәмлекәстәр

Талҡандан тәмлекәстәр

Талҡандан тәмлекәстәр

Милли ризығыбыҙ талҡандан тәмлекәстәр әҙерләйек әле. Ябай ҙа, тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ килеп сығасаҡ.

 

Талҡанды традицион рәүештә талҡан онона ҡаймаҡ (йә май), әҙерәк шәкәр, ҡайнар һыу ҡойоп эшләйҙәр. Мин иһә талҡан әҙерләүҙең заманса вариантын килтерәм.

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

  • ваҡ талҡан (350-400 гр)
  • бүлмә температураһындағы ярты ҡап йомшаҡ май (100-120 г)
  • 1 банка ҡуйыртылған һөт
  • грек сәтләүеге (теләк буйынса)
  • ярты стакан ҡайнар һыу (100 мл)

Талҡанға йомшаҡ майҙы, ҡуйыртылған һөттө, ҡайнар һыуҙы ҡушып болғатырға. Теләк буйынса ваҡланған грек сәтләүеген, йә иһә башҡа төр сәтләүектәрҙе ҡушырға була. Ҡамырға оҡшаған масса килеп сығасаҡ. Аҙаҡ унан бәләкәй йомроҡастар эшләргә. Әҙер йомроҡастарҙы кунжут орлоҡтарында, кокос онтаҡтарында йә какаола әүәләргә була. Файҙалы тәмлекәс әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...