Бәҙрәфкә ингәндә һәм сыҡҡанда уҡый торған доға

Бәҙрәфкә ингәндә һәм сыҡҡанда уҡый торған доға

Бәҙрәфкә ингәндә һәм сыҡҡанда уҡый торған доға

Һәр мосолманға бәҙрәфкә ингәндә түбәнге доғаны уҡырға тәҡдим ителә.

 

اَللَّهُمَّ إِنِّي أَعُوذُ بِكَ مِنَ الْـخُبْثِ وَ الْـخَبَائِثِ

 

Транслитерация:

«Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл хүбҫи үәл-хәбәиҫ».

Тәржемә:

«Аллаһым! Ир һәм ҡатын енесенән булған ендәрҙән Аллаһҡа һыйынам.

 

Бәҙрәфтән сыҡҡас, киләһе доғаны уҡырға кәрәк

غُفْرَانَك الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِي أَذْهَبَ عَنِّي الْأَذَى وَعَافَانِي

Транслитерация:

«Ғуфранәкә, әлхәмдү лилләһил-ләҙии әҙһәбә ғаннил-әҙәә үә ғафани»

 

Тәржемә:

«Аллаһым, ғәфү үтенәм! Яфалаусы әйберҙәрҙән мине ҡотҡарып, паклаусы Аллаһу Тәғәләгә маҡтау булһын».

 

Был доғаларҙы даими рәүештә уҡығандар бәүел һәм тәһәрәт юлдарында ауырлыҡ күрмәҫ.

 

Бәҙрәфкә һәм мунсаға һул аяҡ менән инергә һәм уң аяҡ менән сығырға кәрәк. Өйгә һәм мәсеткә уң аяҡ менән инеп, һул аяҡ менән сығырға кәрәк.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...