Яңы тыуған балаға исем ҡушҡанда әйтелгән теләктәр

Яңы тыуған балаға исем ҡушҡанда әйтелгән теләктәр

Йә Раббым Аллаһ, атай-әсәйенә һөйөнөс булып донъяға тыуған ошо бәләкәсебеҙгә (фәлән улы фәлән, йәки фәлән ҡыҙы фәлән) тип исем ҡушылды. Ошо исем уға хәйерле исемдәрҙән, дәрәжәһен, тәүфиғын, бәхетен арттырыусы исемдәрҙән булһын!

Йә Раббым Аллаһ, ошо миҙгелдәрҙән алып был бәндәңде һәм уның ата-әсәһен күҙгә күренгән һәм күренмәгән бөтөн насарлыҡтарҙан һаҡла, күҙгә күренгән һәм күренмәгән бөтөн бәрәкәт, һөйөнөс, шатлыҡ ишектәрен ҡаршыларында ас.

Йә Раббым Аллаһ, ошо бәндәң үҙе тәүфиҡлы, иманлы, бәхетле кеше булып үҫеп, ата-әсәһенә лә күп һөйөнөстәр һәм шатлыҡтар алып килеүсе бәндәләреңдән булһын! Ошо исем ҡушыу мәжлесендә бәпескә ҡарата ниндәй изге теләктәр әйтелгән булһа, шуларҙың барыһын да ҡабул булыуын күрергә насип ит!

Өй ҡотлағанда теләй торған теләктәр

Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр ҙә, күктәр ҙә һинең әмереңә буйһона. Бөтөн һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр һинең ҡулыңда! Йә, Раббым, Һин теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәреңә бәрәкәт индерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе кире алаһың.

Йә, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде индер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә сихәт, йәндәренә тыныслыҡ, ҡәлептәренә һиҙәйәт нурын индер һәм араларына өлфәт мөхәббәт насип ит.

Уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған бөтөн насарлыҡтарҙан һаҡла! Бигерәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан,елдауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла! Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон ғүмерҙәр йәшәүҙәрен насип ит!

Мәхмүт Шәрәфетдиндең “Доға ҡылыу һәм теләк теләү үрнәктәре китабынан”

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...