“Килендәремә: «Балаҡайым!» – тип өндәшәм...”
“Килендәремә: «Балаҡайым!» – тип өндәшәм...”

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәмилә Сәфәрғәли ҡыҙы Бәхтиева “Әс-Сәләм”дең күптәнге дуҫы. Үҙ районында гәзитебеҙгә 700 кешене яҙҙырыуға ирешкән күркәм иманлы ханымдың эш һәм тормош тәжрибәһе бер интервью сиктәренә генә һыймаҫ, күрәһең. Уның төплө фекерҙәре йыл дауамында, баҫмабыҙҙың биҙәге булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
– Рәмилә ханым, Һеҙ Баймаҡ районында ғына түгел, бөтә республикала билдәле даланлы, данлы Хәсәновтар ғаиләһендә донъяға килгәнһегеҙ. Һәр балаһын шәхес итеп тәрбиәләгән атай-әсәйегеҙ ниндәй сифаттарға эйә булды икән?
– Атайым Сәфәрғәли Рәхимйән улы, әсәйем Рәхимә Сәйфулла ҡыҙының икеһенең дә бала саҡтары һуғыш осорона тап килгән. Бала саҡтан уҡ эшкә күнегеп үҫкән улар. Атайыбыҙ ғүмер буйы көтөүсе булып эшләне. Уның өлгөһөндә беҙҙең ғаиләлә эш һөйөүсәнлек көслө. Атайым үҙ һөнәрен бик яратып башҡарҙы, яуаплы ҡараны. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: “Салауат” колхозына эшкә алынды һәм хаҡлы ялға сыҡты, тигән. Хеҙмәт кенәгәһендә 50 йыллыҡ стаж иҫәпләнһә лә, бер ваҡытта ла отпускыға сыҡмаған. Ул бала йәнле һәм мал йәнле булды. “Бөтөн байлығым – минең балаларым!” – ти торғайны. Донъя малын ҡыуманы, булғанына ҡәнәғәт һәм риза булды. Шул уҡ ваҡытта бар нәмәгә һаҡсыл булды. Ул аҙ ашаны, аҙ һөйләне. Кешегә бер ҡасан да ҡаты бәрелмәне, кеше һөйләмәне.
Уның үҙен әрләһәләр әрләнеләр, кәмһетһәләр кәмһеттеләр, әммә ул үҙе бер кемде лә рәнйетмәне.
Әсәйем 12 бала тапҡан Герой-Әсә. Ул 8 ҡыҙ, 4 улға ғүмер биргән. Бер ҡыҙ туғаныбыҙ бәләкәй сағында үлеп ҡалған. Әсәйебеҙ ҙә шул тиклем эшкә шәп булды. Көслө, ғәйрәтле, ғорур, сая ине ул. Бала саҡтан урман ҡырҡыусы булып эшләгән. Ул быйма ла табанланы, кирбес тә һуҡты, мейес тә сығарҙы, йөн дә иләне. Беҙҙе, ете ҡыҙҙы, бар ҡул эшенә: бәйләргә лә, тегергә лә өйрәтте.
Йыр-моң яратыуыбыҙ ҙа атай-әсәйебеҙҙән: ишле Хәсәновтар ғаиләһе Мәскәүҙә Башҡортостандың данын яҡлап, ике тапҡыр “Рәсәй ғаиләһе” фестивалендә ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ булдыҡ.
Мин тағы шуға ғәжәпһенәм: атайым әсәйемде колхоз эшендә эшләтмәне. “Ана, һинең балаларың, өйҙә һин шулар менән эшләйһең. Бына шул һинең эшең!” – ти торғайны. Ниндәй дөрөҫ фекер булған! Һәм бына шуның һөҙөмтәһе – бөтә балалары ла матур тәрбиә алып, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, уҡытыусы һөнәрен һайланы.
– Дин юлында нығыныуға нимә этәргес булды?
– Беҙҙең Түбәнге Нуғай ауылы бик динле ауыл булды. Ике манаралы оло мәсет бар ине. Шул мәсет эргәһендә уйнап үҫтек. Беҙ бала саҡта ул мәсет эшләмәй ине, сөнки диндең тыйылған ваҡыты бит инде.
Ураҙа ғәйетенә лә, Ҡорбан ғәйетенә лә әсәйем гел яңы күлдәктәр тегә торғайны. Шуны кейҙереп, барыбыҙҙы ла ғәйет байрамына алып бара торғайнылар. Ғәйет байрамдары өйҙәрҙә үткәрелә ине элек. Ауылда хәҙрәттәр күп ине: Ғиниәт мулла, Сабирйән мулла, Дәүләтҡол олатай. Улар указлы муллалар ине, беҙ шулар тәрбиәһендә үҫтек.
РОНО-ла методист булып эшләй инем. Ниндәйҙер көс намаҙға баҫырға этәргес бирҙе. Бер үҙем яулыҡ ябынып, оҙон күлдәктәр кейеп йөрөйөм. Ураҙаларҙы ҡалдырмайым, намаҙҙарҙы теүәл генә үтәйем. Ләкин рухым ныҡлы булмағандыр, күрәһең. Иң тәүҙә ҡаршылыҡ туғандарҙан килә бит инде. Намаҙ уҡыһам да әрләнәм, ҡорбан салдырһам да әрләнәм, ураҙа тотһам да әрләнәм. Тирә-яғымдағылар кейгән кейемемә лә сәйерһенеп ҡарай. 2000-се йылдар ине ул. Мәсеткә йөрөһәм дә, һорауҙарым бик күп ине. Яуап биреүселәр юҡ. Әллә мин яңылышаммы икән, тип тә уйлай торғайным. Ә күңелдә ынтылыш барыбер шул тиклем көслө ине. Шулай яйлап диндә нығынып киттем.
– Тормош иптәшегеҙ менән бына 41 йыл пар күгәрсендәр кеүек ғүмер итәһегеҙ. Кейәүгә сығырға йыйынған йәш ҡыҙҙарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– 41 йыл тип әйтеүе генә анһат. Иң беренсе кейәүгә сыға торған йәш ҡыҙҙарға әйтер һүҙем шул. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә − ҡатын, тигән кеүек, бөтә нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Иң беренсе сиратта, күркәм холоҡ кәрәк. Ирҙе ихтирам итеп, ирҙе ҡабул итеп йәшәргә кәрәк. Ир ҙә – ул кемдеңдер балаһы. Ул – ут булһа, һин һыу булырға тейеш. Уның әйткән һәр бер һүҙенә ҡаршы яуап бирергә түгел. Күп ваҡытта өндәшмәй ҡалыу хәйерлерәк.
Хәҙерге заманда йәштәрҙең тормошҡа бигерәк еңел-елпе ҡарауы әҙерәк борсолдора. Уныһы кәрәк, быныһы кәрәк тип, ирҙәргә бигерәк ҙур талап ҡуйыла, тип уйлайым мин. Минең әсәй менән атай 66 йыл бергә ғүмер кисерҙе. Әсәйем атайымдан бер ҡасан да нимә лә булһа талап итеп, бер нәмә лә таптырып ултырманы. Балаларыңды нисек ғәзиз күреп яратаһын икән, иреңде лә шулай яратырға, ҡәҙерләргә кәрәк. Беҙҙең әсәй әйтә торғайны: “Ирҙәр ул китап битен асҡан кеүек, көн һайын үҙгәрә”, – тип. Иреңдең сифаттары көндән-көн асыла бара, асыла бара, ләкин уны бит ҡабул итергә лә белергә кәрәк.
Әсәйебеҙ беҙҙә ирҙәргә ҡарата шул тилем ҙур ихтирам, матур мөнәсәбәт тәрбиәләгән. Ете ҡыҙ, барыһы ла, матур итеп кейәүгә сығып, ирҙәрен бағып торалар, балалар үҫтерәләр, Әлхәмдүлилләһи шөкөр.
– “Килен ҡәйнә тупрағынан ярала” тигән мәҡәлә менән килешәһегеҙме?
– Уҡытыусылар династияһы: Рәйсә Мағаз ҡыҙы һәм Исмәғил Абдулла улы Бәхтиевтарҙың килене булдым. Ҡәйнәм мине шул тиклем ихтирам итте, яратты. Ул үҙе шул тиклем эшсән, әүҙем булды. Уңған килен уңған ҡәйнәнәндер, тип уйлайым. Бына үҙемдең өс киленем дә бик күркәм. Әсәйем яғынан Фәғилә өләсәйем, мәрхүмә, әйтә торғайны: “Килен икмәк түгел уны сәйнәргә”. – тип. Килендәрен һөйләмәне бер ҡасан да, матур мөнәсәбәттә булды. Ҡәйнәм дә шулай ине. Килен тип тә әйтмәне, исемем менән өндәшер булды. Килен тип әйтһәң, сит кеше һымаҡ, тиер ине. Мин дә килендәремә,килен, тимәйем: “Балаҡайым!” – тип өндәшәм.
– Һеҙ һәр йәһәттән күркәм ханым, матурлыҡ серҙәре менән бүлешһәгеҙ икән?
– Күркәм ҡатын ниндәй була һуң? Күркәм ҡатын иң беренсе – Аллаһу Тәғәләне ҙурлап, Аллаһу Тәғәләне яратып, уның ҡушҡандарын теүәл генә үтәгән кеше. Дин кешеһе булараҡ, намаҙ уҡып, ураҙа тотоу ғына, ул һинең ысын мосолман икәнеңде күрһәтмәй бит. Кеше менән матур мөнәсәбәттә, матур мөғәмәләлә булып, яҡшы һүҙле, яҡты йөҙлө булыуҙы күркәм сифат, тип һанайым. Бөтә эштәреңде ихлас күңел менән башҡарыу. Яһалма түгел, ябай, саф күңелле булыу – бына ошо инде ҡатын-ҡыҙҙың бөтә күркәмлеге.
– Үҙегеҙ йәшәгән районда “Әс-Сәләм” гәзитен таратыу буйынса башҡарған хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ, юғары эш тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
– Ҡайҙа ғына, кемдәр менән генә осрашыуҙар үткәрмәйем: мәсеттә булһынмы, мәҙәниәт йорттарында булһынмы, йорттарҙа булһынмы, ниндәйҙер йыйындарҙа булһынмы, дини мәжлестәрҙәме, ҡайҙа ғына булһам да, “Әс-Сәләм” гәзите эргәмдә. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, барған бер еремдә һәр береһе яҙыла, һәр береһе ҡабул итә. Ҡайһы бер ауылдарҙа һәр өйгә инәһең, матур итеп кеше менән һөйләшәһең, аңлашаһың, аралашаһың, кешене матур итеп тыңлайһың, бына шулайтһаң, кешеләр ихлас яҙыла.
– Халҡыбыҙ һынау осоро кисерә. Бөгөнгө көндә ниндәй теләк–доғаларығыҙҙы еткерер инегеҙ?
– Ике улымды бер юлы юл фажиғәһендә юғалтҡас, 10 йыл бик ныҡ баҫылып йәшәгәндән һуң, халыҡ араһына сыҡтым. Ул һынау мине сыныҡтырҙы, иманымды нығытты. Мине күңел төшөнкөлөгөнән дауаханалар түгел, намаҙ, ураҙалар ҡотҡарҙы. Әлеге килгән һынауҙарҙы, Аллаһу Тәғәләнән әҙерәк ситләшеүебеҙ арҡаһында, халыҡты хаҡ иман юлына күндереү өсөн бирелгән һынау итеп ҡабул иттем. Аллаһу Тәғәлә һынау бирҙе икән, ниндәй генә һынау булмаһын, беренсе нәүбәттә, Раббыбыҙҙы иҫкә төшөрөргә тейешбеҙ.
Беҙҙең донъяуи эштәребеҙҙе яйға һалыу Ғәләмдәр Хужаһы өсөн бер ни тормай. Барыбыҙға ла Аллаһтың ризалығына ирешергә яҙһын!