Иң бөйөк кеше

Иң бөйөк кеше

Иң бөйөк кеше

Америка ғалимы Майк Харттың «Тарихта бөйөк кеше» исемле әҫәре ғәрәп донъяһында ҡупҡан шау-шыуға сәбәпсе булды. Был әҫәрҙә 100 иң бөйөк кеше араһынан иң бөйөгөн компьютер асыҡланы.

 

Донъяға килеп киткән иң бөйөк кешеләр араһында иң бөйөгө кем икән? Майк Харт тикшеренеүҙәренең һығымтаһы бындай: ул ошо көнгәсә йәшәп үткән 100 бөйөк кешенең һәләттәрен, ҡараштарын, белем-дәрен һәм еңеүҙәрен компьютер хәтеренә индерә һәм инҡар итеп булмаған математик бер ысул менән уларҙың иң ҡөҙрәтлеһен асыҡлай.

Харт компьютерға кәрәк булған мәғлүмәттәрҙе йыйып бөтөргәнсе бер нисә ай үтте, һәм, ниһайәт, көндәрҙән бер көндө ул кәрәкле төймәгә баҫты.

Һөҙөмтә ғәжәпләнерлек ине. Компьютер экранында ер йөҙөндәге иң бөйөк кешенең исеме яҙылды: «Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм!»

Был һығымта, әлбиттә, ғалим-дың коллегаларына оҡшаманы һәм шаҡтай ҡаршылыҡтарға осраны. Ләкин Харт, һығымта миңә бәйле түгел тигәндәй, елкәһен һикертте, компьютерға күрһәтеү менән сикләнде. Һәм үҙе лә, башҡасараҡ һөҙөмтәне өмөт иткәнгәме, уны бер нисә ҡат ҡабатланы һәм тикшереп сыҡты. Шуға ҡара-маҫтан, экрандағы исем барыбер үҙгәрмәне: «Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм!»

 

Г. Ичаловтың «Илаһи мөғжизәләр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....