Билдәле шәхестең матур ғәмәле

Билдәле шәхестең матур ғәмәле

Атаклы боксер мөхәммәд алиҙың исеме бөтә донъяға билдәле. Хатта спорт менән шыпа ҡыҙыҡһынмаған кешеләр ҙә уны бик яҡшы белә. Ғүмеренең ахырына ҡәҙәр атаҡлы шәхес хәйриәселек менән шөғөлләнгән, юнисеф ойошмаһы илсеһе булып, ярлы илдәргә йөрөп, күп ярҙам иткән. Әлхәмдүлилләһ, уның ялҡынлы һәм ихлас сығыштарының күпселеге интернет киңлектәрендә һаҡлана. Уларҙы ҡат-ҡат тыңлаһаң да, һис кенә лә ялҡытмай. Спортсының сағыу ваҡиғаларға һәм баш әйләндергес еңеүҙәргә бай тормошон бәйән итеү оҙаҡ булыр. Бөгөн берәүһенә генә мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.

Был хәл Лос-Анджелес ҡалаһында була. 1981 йылдың 19 ғинуарында 21 йәшлек бер егет янғын баҫҡысы буйлап Уилшир бульварындағы офис бинаһының туғыҙынсы ҡатына үрмәләй ҙә, өҫтәге майҙансыҡҡа эләгеү юлын томалап, тәҙрә төбөнә баҫа, үҙ-үҙен үлтерергә йыйынғанын белдерә. Үҙ аңында түгел икәнлеге күренеп тора (аҙаҡ билдәле булыуынса, шул мәлдә был бахыр үҙен, Вьетнамда вьетконговсылар төркөмө эҙәрлекләүендә йөрөйөм, тип хис иткән).

Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, психологтар һәм хатта рухани килеп етә. Ләкин Джо (исем-шәрифе тарихта ҡалмаған) бөтә һөйләшеүҙәрҙән баш тарта һәм берәйһе яҡыная башлаһа, шунда уҡ аҫҡа һикерәм, тип янай.

Ике сәғәт ваҡыт үтә. Бөтәһе лә аптырашта. Аҫтағыларҙың ҡайһылары, көтөүҙән арып, егетте, әйҙә, һикер, тип ҡоторта башлай, шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәре киҫкен мәсьәләне хәл итергә саҡырылған белгестәрҙән башҡаһын был урындан ҡыуа һәм башҡа берәүҙе лә яҡын ебәрмәй. Бәхеткә күрә, аяныслы күренештең бер шаһиты Мөхәммәд Алиҙың дуҫы булып сыға: ул шунда уҡ спортсыға шылтыратып, уға түкмәй-сәсмәй барыһын да һөйләп бирә.

Ваҡиғаның артабанғы боролошона Голливудтың бөтә сценаристары көнләшерлек ине. Шылтыратҡандан һуң, теүәл дүрт минут үткәс, был майҙансыҡҡа үҙенең «роллс-ройс»ында Али килеп етә. Полицейскийҙар Мөхәммәдте туҡтатып ҡарай, аңында булмаған егеттең ҡораллы булыуы ихтималлығын иҫкәртә. Боксерҙы ҡаушатырлыҡ түгел: берәүҙең дә ай-вайына ҡарамай, йәшен тиҙлегендәй туғыҙынсы ҡатҡа менеп етә лә, егеткә яҡын тәҙрәнән ҡысҡыра: «Һин минең туғаным! Мин һине яратам һәм бер ҡасан да алдамаясаҡмын! Тыңла әле. Һинең минең менән бергә төшөүеңде үтенәм. Һис борсолма: мин һине яңғыҙ ҡалдырмам».

Егет ғәжәпләнеп кенә ҡалмай, тетрәнә һәм һис ҡаршылыҡһыҙ чемпионға ишеген аса, шунан инде уға ярты сәғәт буйына ғаиләһенә, эшенә бәйле проблемаларын һөйләй. Йәш ирҙең зарын тыңлап бөткәс, Мөхәммәд Али ҡабаланмай ғына уға тәҙрә төбөнән төшөргә ярҙам итә, бинанан алып сыға, автомобиленә ултыртып, дауаханаға алып бара.

Эйе, шәп ир-егеттең һүҙе бер була. Ысынлап та, чемпион Джоны ташламай: иртәгәһенә үк кәрәк-яраҡ, кейем-һалым тейәп, дауаханаға килеп етә, ә һуңыраҡ эшкә урынлаштыра.

Шулай итеп, тыумыштан Кассиус Клей, ислам динен ҡабул иткәндән үҙен Мөхәммәд Али тип нарыҡлаған легендар спортсы, Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең исеменә тап төшөрмәй, мохтаждарҙың мәсьәләлерен хәл итеүҙә ихлас ҡатнашып, күркәм ғәмәлдәр башҡарып йәшәне.

Светлана Әбсәләмова әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...