Иммануил Кант һәм Ислам

Иммануил Кант һәм Ислам

Европаның иң бөйөк остаздарының береһе булған И.Кант 1724 йылда Көнсығыш Пруссияла (хәҙерге Калининград) тыуған.

 

Йәшлек йылдары ялған йәшәйештән ситтә, дин тойғолары менән тулы мөхиттә уҙа. 13 йәш тулғанда, әсәһе үлеп, тормош мәрхәмәтһеҙлегенә беренсе тапҡыр юлыға. Уның фекеренсә, ғазап сикмәгәндәр хаят (ғүмер) серҙәренә тулыһынса төшөнә алмай. Кант күп яҡшы әҫәрҙәр яҙҙы һәм ғүмеренең һуңында үлеме алдынан: «Хәйерлеһе булыр», – тине.

Кантты факультет студенттары күмешә һәм ҡәбер ташына, уның васыяты буйынса, «Өҫтөмдә йондоҙло күк һәм уның эсендә – әхлаҡ ҡануны» тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡуялар.

Кант әҫәрҙәрен өйрәнеү беҙгә уның Ислам ғалимдары Имам Ғазали һәм Мөхөтдин Әл-Ғәраби хәҙрәттәре тәьҫирендә булғанын күрһәтә.

Тағы бер иғтибарға лайыҡ нәмә: Кант үҙ дипломы өҫтөнә «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип яҙып ҡуйған була.

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2025-04-01 (Шәүүәл, 1446 йыл.) №4.


Мөнәжәт

Һәр кешелә төрлө-төрлө холоҡ барҙыр, Бер әҙәмдең күңеле киңдер, беренең тарҙыр. Тар күңелде утта тотоп киңәйтергә, Әхирәттә беҙҙең өсөн тамуҡ барҙыр.   Һәр бәндәнең ҡаршыһында − һайлау тора. Фәрештә лә, шайтаны ла ылыҡтыра. Ни һайлауыбыҙға ҡарап, беҙҙе көтөп, Ҡаршыбыҙҙа ожмах...


Оло һынауҙарға әҙерлек

  Һәр кем мәктәптә, йәиһә юғары уҡыу йортонда уҡығанда, имтихан бирә. Уҡытыусыларҙың алдан биргән һорауҙары, мәсьәләләре буйынса тырышып әҙерләнәбеҙ. Әле ниндәй һорау, билет эләгере билдәле түгел, шуға ла һәр теманы ентекләп өйрәнергә, иҫтә ҡалдырырға тырышабыҙ. Сөнки беҙҙе мөһим...


«Уңыш сере – тырышлыҡ!..»

Әлхәмдүлилләһ, «Әс-сәләм» гәзитен уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта. Бында халыҡты гәзитебеҙ менән таныштырыу, яҙҙырыу һәм таратыу кеүек бурыстарҙы ирек-ле рәүештә үҙ өҫтәренә алған ихлас заттарҙың өлөшө әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Күптән түгел миңә Аллаһ ризалығы өсөн ошондай изге ғәмәл...


Зәғферән − тәмләткестәр батшаһы

Зәғферән (шафран) − бик файҙалы, үҙенсәлекле, уникаль тәмләткес үҫемлек. Уны тәмләткестәр батшаһы, һәм, шул уҡ ваҡытта, батшалар тәмләткесе, тип тә әйтәләр. Донъялағы иң ҡиммәтле тәмләткестәрҙең береһе һанала. Сөнки 500 г тәмләткес әҙерләү өсөн 75 мең сәскә кәрәк.   Бөгөн зәғферәндең...


Йым-йым итә аҫыл таштар

  «Тормош − диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу», – тигәндәр боронғолар. Йәшең алға тәгәрәгән һайын, артыңа боролоп ҡарап, шул тормош диңгеҙендә һинең менән бер заманда йөҙгән кешеләрҙе һағынып иҫеңә төшөрәһең. Ҡайһы берҙәре диңгеҙ төбөндә, нурҙар сәсеп, йым-йым итеп ятҡан...