“Һиңә бер һүҙ әйтәйем...”

“Һиңә бер һүҙ әйтәйем...”
Кем дә кем хәҙистәрҙе
Күңелендә йөрөтә.
Ҡиәмәт көнөндә
Уны ярлыҡау көтә.
Иң бай бала донъяла –
Тәртипле үҫкән бала.
Мираҫ итеп тәрбиәне
Үҙенә алып ҡала.
Ата-әсәһен кемдәр тыңлап
тора,
Шуларҙың изгелеге артып торор.
***
Атайҙарға буйһоноу –
Аллабыҙға буйһоноу.
Атайҙарға ҡарышыу –
Аллабыҙға ҡарышыу.
***
Һиңә бер һүҙ әйтәйем:
Әсәйең, тағын берҙе әсәйең.
Унан һуң да әсәйең.
Шунан ғына – атайың.
***
Ата-әсәйең үҙенә саҡырғанда,
Әсәйеңә йүгереп кил иң алда.
***
Аш алдынан һәм ашағас,
Йыуһаң әгәр ҡулыңды.
Ризыҡҡа бәрәкәттәр
Асылырҙар юлыңда.
***
Эшләһәң бер яманлыҡ,
Артынса эшлә яҡшылыҡ!
***
Әсе нәмә боҙа балды, ә көнсөлөк
– иманды.
***
Яҡшы уй, яҡшы ғәҙәт
Үҙе доға, үҙе ғибәҙәт.
***
Бер ни һорама кешенән
Үҙ эшеңә көстө үҙең һал.
Ҡамсың төшөп китһә лә,
Атыңдан төшөп үҙең ал!
***
Мул тормошҡа
Ҡапҡа бикле булһа,
Хеҙмәт ул йоҙаҡҡа
Асҡыс була.
***
Тыныс булғандар отор,
Сабырһыҙҙар отолор,
Ашыҡмай эшләгәндәр
Бәләләрҙән ҡотолор.
***
Сабырлыҡ – Алла бүләге,
Ашығыу – шайтан теләге.
***
Һаулыҡ үҙе ҙур байлыҡ
Быны бик күптәр белә.
Кешегә һаулыҡ теләһәң,
Үҙеңә һаулыҡ килә.
***

РАУИЛ БИКБАЕВТЫҢ

“ӨС ЙӨҘ ҘӘ ӨС ХӘҘИС”

КИТАБЫНАН

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...