Йым-йым итә аҫыл таштар

Йым-йым итә аҫыл таштар

Йым-йым итә аҫыл таштар

 

«Тормош − диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу», – тигәндәр боронғолар. Йәшең алға тәгәрәгән һайын, артыңа боролоп ҡарап, шул тормош диңгеҙендә һинең менән бер заманда йөҙгән кешеләрҙе һағынып иҫеңә төшөрәһең. Ҡайһы берҙәре диңгеҙ төбөндә, нурҙар сәсеп, йым-йым итеп ятҡан аҫыл таштар кеүек, һинең иғтибарыңды үҙҙәренә йәлеп итеп, оноттормай, хәтер ептәреңде һүттерәләр. Үҙҙәренә генә хас һәләт эйәләре − инәйҙәр, бабайҙар әллә ниндәй уҡыу йорттарында уҡымағандар ҙа, шулай булыуға ҡарамаҫтан, тәбиғәт менән серҙәш булыуҙары, донъяуи белемдәренең ни хәтлем тәрән икәнлектәре менән хайран итәләр.

 

Беҙҙән бер өй аша ғына өс ҡыҙы менән Йәнғәлина Мәрйәм инәй йәшәне. Оло ҡыҙы Клара менән көн һайын бесәнгә баралар. Туғыҙ йәшлек Маһизәр менән өс йәштәр самаһындағы Вәсилә донъя көтөп ҡалалар. Бер көндө Вәсилә, әсәйем янына барам, тип бөтөнләй кире яҡҡа сыҡҡан да киткән. Бөтә ауыл халҡы урмандарҙы тетеп эҙләп, Вәсиләне таба алманыҡ. Уй, шул ваҡыттағы Мәрйәм инәйҙең һыҙланыулы, әрнеүле күҙ ҡараштары йөрәктәребеҙҙе өтә ине.

Ауылыбыҙҙа, ире һуғышта үлеп, тол ҡалған Хәлитова Йомаһолтан инәйгә кешеләр ноҡот һалдырырға йөрөй торғайны. Мәрйәм инәй ҙә Йомаһолтан инәйҙән бәләкәсенең яҙмышын юратырға барған. Йомаһолтан инәй оҙаҡ итеп таштарын һыйпап ҡарап торған да:

− Ҡыҙың төшкә тиклем табыла, бер ҡара кеше, бер аҡ кеше табып алып килер, − тигән. Беҙ был хәбәргә әллә ни әһәмиәт бирмәнек, дөрөҫөн әйткәндә, ышанманыҡ.

Вәсиләне эҙләп, арып, арманһыҙ булып ҡайтып киләбеҙ. Бәй, ҡарап ебәрһәк, аҡ йөҙлө Әхмәтов Исмәғил ағай менән ҡуңыр йөҙлө Толомғужин Вафир ағай Вәсиләне алып ҡайтып киләләр ине. Йомаһолтан инәй ул таштар теленең серен нисек аңлағандыр, башҡа һыймай, әле булһа, шуға хайран ҡалам.

Беҙҙең бала саҡ йәй көндәре урманда үтте тиһәм дә, хата булмаҫ. Атайым сайыр һыҙа, беҙ, бала-сағалар, һәр беребеҙ һыҙат алып, сайыр йыйырға төшөп китәбеҙ. Унан ҡалһа, бесән мәле етһә, ҡуна йөрөп бесән эшләйбеҙ.

Шул саҡтарҙа ҡулдарымдағы сөйәлдәрҙең биҙрәткәнен һис кенә лә оноторлоҡ түгел. Сайырҙан таҙартҡанда, сөйәлдәрем ныҡ һыҙлай ине. Тиҫтерҙәрем араһында ҡулдарымды күрһәтергә ныҡ оялыр булдым. Бер көндө әсәйем:

− Хәҙисә апайыңа барып ҡара, һине шәбәйтер ул, − тип, мине өмөтләндереп, Әминева Хәҙисә апайға ебәрҙе. Сөйәлдәремде дауалағанда берәй доға уҡынымы икән, уныһын хәтерләмәйем. Епте әллә нисәгә төйнәне лә:

− Алып ҡайтып ошо епте ергә күм, еп сереп бөтһә, сөйәлдәрең дә бөтөр, − тине Хәҙисә апай.

Мин, осоп тигәндәй ҡайта һалып, епте йәһәт кенә ергә күмеп тә ҡуйҙым. Ысынлап та, әллә ни күп ваҡыт та үтмәне, сөйәлдәрем, һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡтылар.

Тағы ла, сана шыуып уйнап йөрөгән саҡта, ҡулымдың быуыны сыҡты. Ҡаһарманова Ғәйниә апайға барғайным, «һә» тигәнсә быуынымды урынына ултыртып та ҡуйҙы. Өйөбөҙгә килеп йөрөгән Ғәйшә инәйем дә үҙе бер тылсым эйәһе ине. Үҙем университетта уҡып йөрөгән саҡта, балаларымды әсәйемә ҡалдырып киткәйнем. Улымды ҡорт саҡҡан. Бал ҡортонан сағылыу бөтә кешегә лә килешеп бөтмәй шул. Сағылған урыны ҡарайып, балам һығыла башлаған. Әмәлгә ярағандай, Ғәйшә инәй беҙҙә булған.

− Уй, килен, үлә бит был бала, − тип, тиҙ генә улыма эркет эсереп, тәненә эркет һөртөп, төрөп һалып та ҡуйған. Һығылып, тын да ала алмай ятҡан балам шәбәйеп киткән.

Бала сағымда, ҡатындарҙың дауаханаға барып, бәпәйҙән ҡотолғандарын хәтерләмәйем. Бына түҙемһеҙлек менән көткән кендек инәйе килә, беҙ, береһенән-береһе ваҡ, ыбыр-сыбыр балалар, тыуасаҡ туғаныбыҙ кем булыр икән, тип шым ғына уйланып ултырабыҙ. Ниһайәт, бәпәй илаған тауышты ишетеп, еңел тын алып ҡуябыҙ. Ғаиләбеҙ ҙур булһа ла, тағы ла бер кешегә арттыҡ бит әле, тип эй ҡыуанабыҙ, шатлыҡтарыбыҙҙың иге-сиге булмай. Кендек инәйҙәребеҙ, бала тыуыу менән, матур итеп йыуындырып, ауыҙына һары май ҡаптырып, кендегенә, тиҙерәк төшһөн өсөн ҡорот урап, төрөп һалып ҡуйырҙар ине. Бер баланың да сепсис менән ауырығанын хәтерләмәйем. Әсәһенең түшенә һөт төшкәнсе, бала шул һары май менән туҡланып ятып тора. Әсә кешегә, һуған, борос, тоҙ, май һалып, эҫе генә итеп ҡорот һыулап эсерерҙәр ине. Элек ауылда йәш балалар күп булды. Әсәнең һөтө төшөп өлгөрмәһә, бәпесте йәш балалы берәй ҡатын килеп имеҙеп китә. «Бәләкәскәй, бөгөн һиңә күкрәк һөтөмдө имеҙҙем, ошо көндән минең бәпәйем менән бер туғандар кеүек булаһығыҙ, татыу ғына йәшәгеҙ инде», − тип әйтер булдылар баланы имеҙгән әсәләр.

         Ә кемдәр генә хәтерләмәй һуң үҙҙәренең кендек инәләрен? Бикбаева Мәхүб, Хөснитдинова Хәкимә, Сәғитова Ғәйшә, Йомағолова Ғәйшә, Тулыбаева Сафия, Йәнғәлина Гөлфариза, Бураканова Зәлифә, Әхмәтова Маһибәҙәр, Әминева Фаиза инәйҙәр, фельдшер-акушер Яҡупова Мәрйәм инәй ауылыбыҙҙа кендек инәләре булдылар. Яҡупова Мәрйәм инәйҙән башҡа береһенең дә махсус белемдәре булманы. Улар ябай ауыл инәйҙәре ине. Йомағолова Ғәйшә инәй: «Ҡатындар бәпәй табырға ауырығанда ла уҡый торған доғалар бар бит ул», – тип әйткәне хәтерҙә. Ололар, баланың холоҡ-фиғелен кендек әбейенә оҡшатып: «Һай, ерҙән алған инәкәйеңә оҡшағанһың шул», – тип әйтер булдылар. Өләсәйҙәр йәш баланы йыуындырғандан һуң, доғалары, һамаҡтары, матур теләктәре менән ҡолағын иркәләп, мейес йылыһында кирелдереп-һуҙылдырып, тәненә массаж эшләрҙәр ине. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙең тиҫтер балалары умыртҡа бағанаһы ҡыйшайыу, ДЦП ауырыуҙары менән яфаланманылар.

Ауылыбыҙҙа үҙе бәләкәй генә, ҡураныс ҡына кәүҙәле, халҡыбыҙҙың йолаларын яҡшы белгән, күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты − Хөснөтдинова Хәкимә өләсәйҙе лә оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләй. Үтә лә һаҡсыл кеше ине ул. Бәләкәйенән алып ҙурына тиклем әллә нисә төрлө бизмәндәре, киндер эшкәртә торған ҡулайламалары бар ине. Аслыҡ ваҡытында Кәбир ағайымды, үҙенә алып аҫырап, үлемдән алып ҡалған ул. Беҙгә фәһем булһын типтер инде, ауылыбыҙҙа булып үткән күп кенә тарихи хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләй ҙә, фекерҙәрен әйтем, мәҡәлдәр менән нығытып ҡуйыр ине. Хәкимә өләсәйҙең Тимер ауы-лында йәшәүсе ейәнсәре Зөһрә Солтанова, үҙенең өләсәйҙәре тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашып, ошоларҙы һөйләне:

− Бер көн, үлерҙән бер аҙна ғына элек, беҙҙең өйгә Яубаҫарова Сәүҙә апай килеп керҙе. Ул Тимер ауылында колхозда эшләп, пенсияға сыҡҡан.

− Зөһрә, беләһеңме, һинең Хәкимә өләсәйең әүлиә ине бит, − тине. Шунан йәш саҡтағы үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне.

− Ғәлиәкбәрҙән ун саҡрым ғына алыҫлыҡта һарыҡ көтөп йөрөй инем. Бармағым шешеп китте. Бөрйән дауаханаһына алыҫ, тип, Ғәлиәкбәргә фельдшерҙы эҙләп киттем. Төш мәле ине, урамда ап-аҡ күлдәк кейгән бер әбей осраны.

− Ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. Мин хәлемде аңлатып бирҙем. Ул бармағымды ҡараны ла:

− Һиңә фельдшер кәрәкмәй, ҡайҙа үҙем дауалайым, − тине. Үҙенә эйәртеп өйөнә алып ҡайтты, сәй эсерҙе. Бармағымды өшкөрҙө лә:

− Бармағыңды ошо банканың эсенә тығып ултыр, хәҙер өс бөртөк ҡорт төшөр, − тип, бармағымды банка эсенә тығып ҡуйҙы. Ысынлап та, бармағымдан өс бөртөк ҡорт килеп төштө, һыҙланыуым да ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды. Мин ҡыуанып ҡайтып киттем, – тип һөйләгәйне.

Атайымдың әсәһе, Ғәйшә өләсәйем тураһында, ҡыҙғанысҡа күрә, әҙ генә беләм. Бәләкәй саҡта мин бик шаян, тиктормаҫ булғанға, Хәкимә өләсәйем «ен ботағы» тип йөрөтә торғайны. Бер мәл ҡапҡа башынан ҡолап төшөп, мейем һелкенде. Белмәйенсә, оҙаҡ йөрөп ташлағанмын. Гел баш ауырта, ҡоҫҡо килә ине. Әсәйем Ғәйшә өләсәйемде алып килде. Еп менән үлсәп, арҡырыһынан буйына ҡаҡҡыслап, һуҡҡыслап, еңелсә генә мейемде үҙ урынына ултыртты өләсәйем. Әле булһа ғәжәпләнәм: хәҙер кем шешкән бармаҡты ҡортон төшөрөп шәбәйтер ҙә, ме-йене ябай ғына ысул менән урынына ултыртыр ине икән.

 

(Дауамы бар)

 

 

Шәһүрә Әхмәҙиева,

Учалы районы

2025-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1446 йыл.) №5.


Изге ғәмәлдәр дауамлы булһын!

Күптән түгел беҙҙең Cибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете мөслимәләре, алыҫ араларҙы якынайтып, Хайбулла районы йәмәғәтенә дини дәрестәр биреп ҡайтты, әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмин.   Был яҡтың тәбиғәте: киң далалары, үҙенсәлекле ҡая таштары, тын ғына ағып ятҡан Таналыҡ йылғаһы беҙҙе...


Ямғыр яуғанда әйтелә торған доғалар

«Аллааһүммәс-ҡинәә ғайҫән мүғииҫән мәрииьән мәрииғән нәәфиғән ғайра дааррин ғәәжилән ғайра әәжил». Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙҙе ҡотҡарыусы, яғымлы, уңдырышлы, файҙалы, зыянһыҙ, һуң түгел, хәҙер яуа торған ямғыр менән һуғара күр!» (Әбү Дауыт килтергән...


Минең ике тормошом

Билдәле публицист, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина ғәйәт ҙур изге эштәр башҡара. Бер нисә йыл дауамында республикабыҙҙың район-ҡалалары буйлап йөрөп, һуғыш балалары иҫтәлектәрен туплап, дүрт китап әҙерләне. Уның һуңғыһы, «Беҙ – һуғыш балалары», тип аталғаны, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы...


Мөшриктәрҙең мосолмандарҙы йәберләүе

Мөшриктәрҙең тәүге мосолмандарҙы нисек итеп эҙәрлекләүҙәре һәм төрлөсә язалауҙарын белгәс, хаҡ диндәгеләр күҙ йәштәрен тыя алмай. Бигерәк тә ярлы һәм яҡлаусыһыҙ кешеләргә ауыр була.   Умая ибне Хәләф үҙенең ҡоло Билал ибне Рабахты төрлө язалар менән интектерә. Эҫе көндә Умая уны ут ҡеүек...


Дүрт һуғышты үткән яугир

Мин Әбхалиҡ олатайҙы бала саҡтан күреп, белеп үҫтем. Ул ап-аҡ оҙон һаҡаллы, аҡтан ғына кейенеп йөрөгән, ҡаҡсараҡ ҡына, оҙон буйлы олатай ине.   Минең бала сағым Йылайыр районы, Иҫке Яҡуп ауылында, өләсәйем Вәлимә Исҡужина янында үтте. Әбхалиҡ олатайҙар хәҙерге клуб ултырған нигеҙҙә,...