«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе

 

Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә тейешһегеҙ. Мин һеҙгә Әхирәт кәрәк-яраҡтарын ғына яҙам. Шулай уҡ дини китаптарҙан һәм ғилемле ағай-олатайҙарығыҙҙан һорашып белешә алаһығыҙ.

 

Бигерәк тә үкенесле булды. Үҙем һау саҡта өйрәтеүгә мөмкинлек булманы. Шулай булһа ла, аҙмы-күпме белгәндәрегеҙҙе, ысын күңел менән ышанып, уҡып йөрөгөҙ, шул ваҡытта һеҙ мәхрүм булмаҫһығыҙ. Нәрҫәләрҙе уҡырға, нәрҫәгә ышанып йөрөргә баштан уҡ яҙып үттем инде. Тағы бер мәртәбә ҡабатлап әйтәм. Әгәр ҙә ышанмай, көлөп ҡараһағыҙ, бик ҙур һәләкәт көтә.

Һеҙгә уҡырға кәрәкле булған китаптарҙы бер ергә бәйләп ҡуям, шуларҙың эсенән үҙегеҙгә кәрәк булғандарын өйрәнегеҙ. Тик тәүҙә ғәрәп хәрефтәрен танып-белеп уҡырға өйрәнегеҙ. Шамил, һин яҡшы беләһең хәрефтәрҙе, тик күберәк уҡып нығытып алырға кәрәк. Ҡаһарман да аҙыраҡ белә. Сәлмән дә һәм башҡалар ҙа уҡырға өйрәнегеҙ! Шунһыҙ, ҡоро китап булыу менән түгел, уҡыу белмәһәң, бөтөнләй ғафил булаһың, шуға күрә белергә тырышығыҙ.

Ислам диненең нигеҙе биш нәрҫәнән тора. Беренсе – иман килтермәк, йәғни, Аллаһу Тәғәлә – барҙыр, берҙер, Мөхәммәд ﷺ – Аллаһу Тәғәләнең бәндәләргә тоғроно өйрәтеп, яман эштәрҙән тыйыусы Пәйғәмбәре. Тағын да яҙып үтәм: «Ләә иләәһә илләЛлаһ Мөхәммәдүр расүлуллаһ. Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мөхәммәдү ғәбдүһү үә расүлүһү». Бына был иман кәлимәһе. Артабан намаҙ тураһында. Иртәнге намаҙ – ҡояш ҡалҡҡандан алда, өйлә намаҙы сәғәт берҙән һуң уҡыла. Икенде – ҡояш байымаҫтан алда, аҡшам – ҡояш байығандан һуң, йәстү намаҙы, аҡлыҡ бөтөп, ҡараңғы төшкәс уҡыла. Бына ошо биш намаҙҙы Аллаһу Тәғәлә муйыныбыҙға фарыз итеп йөкләтте. Уны үтәү – беҙҙәргә мәжбүр. Һис бер ғөзөрһөҙ үтәмәһәк, бик ауыр гонаһҡа төшәбеҙ, ә инде, бөтөнләй ышанмай, инҡар ҡылған кеше, бөтөнләй кафыр булып, мәңге Тамуҡта янасаҡ. Шуның өсөн, туғандарым, намаҙҙы уҡый алмаған хәлдә лә, инҡар ҡылмағыҙ. «Өҫтөбөҙгә йөкмәтелгән фарыз инде, ләкин үтәй алмай йөрөйбөҙ», – тип кенә ҡуйығыҙ, сөнки юғарыла ҡурҡыныс хәлде әйтеп үттем. Өсөнсөһө, йыл әйләнәһенә Рамаҙан айында бер ай ураҙа тотмаҡ, дүртенсеһе, бик бай кешеләргә фәҡир һәм мохтаж булғандарға малдарынан зәкәт биреү. Бишенсеһе, әгәр ҙә хаж ҡылырға көсө етәрлек булһа, ғүмерендә бер мәртәбә Ғәрәбстанға Мәккәи-Мөкәррәмәгә барып хаж ҡылыу. Бына ислам нигеҙенең биш нәрҫәһе ошонан тора. Хәҙерге көндә беҙгә ул биш нәрҫәне үтәү ауыр, юғарылағы өсәүһен үтәргә мөмкин. Ҡалған икәүһен һис мөмкинлек юҡ. Туғандарым, мин һеҙгә әйтәм, фәҡирҙәргә, зәғифтәргә, мохтаждарға һәр ваҡыт, аҙ-кәм булһа ла, саҙаҡа биреп тороғоҙ. Ул да бик ҙур изгелектән була. Быны онотмағыҙ! Йомарт булығыҙ! Һаран булмағыҙ! Аллаһу Тәғәлә йомарт ҡолдарын иң алда Йәннәткә керетәсәк. Изгелек юлында йомарт булығыҙ! Яман юлға, хәрәмгә йомартланыуҙың файҙаһы юҡ, бәлки, киреһенсә, зарары күп. Донъяла һәм Әхирәттә араҡы һәм башҡа хәрәм нәмәләр өсөн хәләл көсөгөҙ менән тапҡан аҡсаларығыҙҙы туҙҙырмағыҙ, исраф итмәгеҙ! Ҡунаҡ-фәлән килһә, асыҡ йөҙ менән ҡәҙер-хөрмәт итегеҙ. Асыҡ йөҙ менән тороу – үҙе ҙур хөрмәт, унан бар ризыҡ менән ризыҡландырығыҙ. Араҡы-фәләнгә бәйле булмағыҙ, ике донъяла ла хур итә торған нәрҫә ул. Бөтөнләй кешелектән сығара. Һәм бынан башҡа ла беҙҙең ислам динендә ҡулланмай торған хәрәмдәр бик күп. Бөтәһен дә яҙып бөтөү мөмкин түгел. Бик күп ҡағыҙ кәрәк була. Шуның өсөн китаптан ҡарап белегеҙ. Дуңғыҙ ите – бөтөнләй харам. Рус милләтенән булһынмы, мосолман булһынмы, малды «бисмилләһ» итмәй салһа, ул да хәрәм, ашарға ярамай. Хәрәм ризыҡ ашауҙың гонаһы бик ауыр. Шуның өсөн һәр ваҡыт мал боғаҙлаһағыҙ, «Бисмилләһ. Аллаһу Әкбәр» тип, ҡибла яғына ҡаратып салығыҙ. Мал салыу хаҡында дүрт шарт бар. Ул шарттар үтәлмәһә, ашарға дөрөҫ түгел. Беренсе – мосолман булыу шарт. Икенсе – «Бисмилләһ. Аллаһу Әкбәр», – тип әйтеү кәрәк. Өсөнсө, дүрт нәмәне киҫеү шарт – ҡоғорлай, ҡыҙыл үңәс (ҡыл үңәс), ике барлау (йоҡо) тамырын. Һәм дүртенсе - тамаҡ өҫтөндәге төйөндө баш яҡта ҡалдырыу хәйерлерәк булыр. Шуның өсөн баҙарҙан ит һатып ала ҡалһағыҙ, мосолман кешеһенән алыу кәрәк була.

Бигерәк тә таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүлегеҙ, сөнки мосолманға бысраҡ йөрөү һис ярамай, уның зарары бик күп. Сәләмәтлеккә – бер зарар, икенсеһе – иткән кәсебеңә һәм яраштырған ашыңа. Шуның өсөн ғөсөлһөҙ йөрөмәгеҙ! Был бик мәшәҡәт булһа ла, йыуынырға тура килә, сөнки йыуынмай аш яраштырыу, аш ашауҙар бик сикәнес һәм йыуынмай яраштырылған ашты ашау бик зарарлы. Халыҡ хәҙер мосолман булмаған башҡа халыҡтарға оҡшап китте. Ә бит улар: «Беҙ таҙабыҙ!» – тип йөрөһәләр ҙә, эске күренештәре нәжесле һәм бысраҡ, сөнки уларҙың имандары юҡ. Аллаһтың барлығын бар тип белһәләр ҙә, Аллаһты өсәү тип таныйҙар. Улар мөшриҡтәр була, йәғни, Аллаһуға шәреҡ тағыусылар. Улар – кафырҙар. Бөтөнләй Аллаһты юҡ тип әйтеүселәрҙе иһә «даһи кафырҙар» тип әйтәләр. Аллаһу Тәғәлә ундай кешеләрҙе Тамуғындағы мәңге ғазапта ҡалдыра. Былар бөтәһе лә Ҡөрьән һүҙе менән иҫбатлана. Ҡөрьән – ул Аллаһтың хаҡ булған һүҙе, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ Ябраил фәрештә аша 23 йыл дауамында иңдерелгән.

Туғандарым! Мин һеҙгә, Аллаһтан тәүфиҡ, һиҙиәт һорап, ошо Ҡөрьән һүҙенә һис бер шик тотмай ышаныуығыҙҙы һорайым, сөнки Ҡөрьәнгә инанмаған, йәғни, ышанмаған бәндә кафыр була. Бөтә булған дини китаптар Ҡөрьәндән алып яҙылған. Ҡөрьәндең мәғәнәһен аңлатҡан китап Тәфсир исемле. Шул Тәфсир китабын ҡарағыҙ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең төрки телдә яҙылған ваҡ китаптарҙы ҡараһағыҙ ҙа, үҙегеҙгә кәрәклеһен белерһегеҙ. Әхирәт ғилемен өйрәнегеҙ, һис шикһеҙ, Әхирәткә барасаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең донъяла ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ.

* * *

4 август, 1965 йыл. Яҙмаларымды дауам итәм. «Зиндиҡ» тигән һүҙ бар. Улай тип, Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын инҡар иткән кешеләргә әйтәләр. Хәҙерге замандың ҡайһы бер фән ғалимдары ла зиндиҡтар төркөмөнә ҡарай. Үтенеп һорайым шул зиндиҡтар төркөмөнә инмәүегеҙҙе. Сөнки ул төркөмдә тороусылар кафырҙарҙың да кафыры һанала.

Аллаһтың барлығына һис шик килтермәгеҙ. Бөтә ғаләмде юҡтан бар ҡылыусы Ул – Аллаһ. Аллаһтың барлығының әүәле лә һәм ахыры ла юҡ. Аллаһу Тәғәлә, донъяны бөтөнләй юҡҡа сығарып, ҡабаттан Әхирәт донъяһы яһаясаҡ. Һәм был Әхирәт донъяһы мәңге бөтмәйәсәк. Бына шул Әхирәт донъяһында барыбыҙ ҙа ҡубарыласаҡбыҙ. Донъяла ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн һораласаҡбыҙ. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Изге Китабында бәндәләргә (мәғәнәһе): «Мин һеҙҙе яраттым ошо ерҙә һәм ошо ергә кире ҡайтарасаҡмын. Ошо ерҙән икенсе мәртәбәгә ҡубарып сығарасаҡмын», – тине. Шулай булғас, Әхирәт көнөндә ҡайтанан ҡубарылыуыбыҙға хаҡ ышаныу менән ышанайыҡ. Әгәр ҙә: «Әллә бар, әллә юҡ», – тип әйтеп, шик тотһаҡ, кафыр булырһығыҙ.

Замандың ағышына ҡарап эштәрегеҙҙе эшләгеҙ. Хәрәкәт кәрәк. Ваҡытына ҡарап, күренеп торған ғибәҙәттәрҙе ҡыла алмаған хәлдә лә, күренмәй торған ғибәҙәттәрҙе ҡылып йөрөһәгеҙ, диндән сыҡмаҫһығыҙ. Мәҫәлән, «Ин шәә Аллаһ (Аллаһ теләһә)», тип әйткән һүҙ күренеп торған ғибәҙәттәрҙән. Шулай уҡ: намаҙ, ураҙа, ҡорбан салыу. Уларҙы үтәү мөмкин булмаһа, күренмәгән ғибәҙәттәрҙе үтәргә тырышығыҙ. Беренсеһе – «Ләә иләәһә илләллаһ, Мөхәммәдур расүлуллаһ». Ошо һүҙҙе ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уҡығыҙ. Быны уҡыған бәндә мөьмин, иманлы кеше була. Уны эстән генә уҡырға була. Ятһаң да, торһаң да, уҡыу өсөн анһат ҡына кәлимә. Уны уҡыған кеше Аллаһты танған һәм Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ ышанған кеше булып таныла, кафырлыҡтан сыға. Һинең күкрәгеңдәге хәлде Аллаһтан башҡа бер кем дә белмәй, ысын күңелдән ышанып уҡып йөрөгөҙ. Икенсеһе – изгелек: зәғиф, мохтаж кешеләргә саҙаҡалар бирегеҙ. Был саҙаҡаларығыҙҙың файҙаһы Әхирәттә алдығыҙға киләсәк. Мохтаждарға ҡул ярҙамы һәм тел ярҙамы күрһәтегеҙ, изге эштәр эшләгеҙ. Бәләкәй генә изге эштең дә Әхирәттә файҙаһын табырһығыҙ. Әгәр ҙә, тары бөртөгөндәй генә булһа ла, яманлыҡ эшләһәң, уның зарары ла күренәсәк. Яманлыҡтың был донъяла зыяны күп булһа, Әхирәттә тағы ла күберәк, сөнки ут менән язалау ҡурҡынысы тора. Шуның өсөн гонаһтарҙан һаҡланып йәшәргә тырышығыҙ!

 

(Аҙағы. Башы гәзиттең 8-се һанында.)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...