Йома кисе ғәмәлдәре

Йома кисе ғәмәлдәре

Йома кисе ғәмәлдәре

Йома кисендәге сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе – бер юлы 7 тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһен уҡыуҙыр. Был сүрәне уҡыу Аллаһу Тәғәләнең Ризалығына һәм Уның барса фәрештәләренең доға-салауаттарына ирешергә сәбәп булыр, ин шәә Аллаһ!

Рәсүл-Әкрам ﷺ: «Кем дә кем йома көндө иртәнге намаҙҙан һуң 3 тапҡыр: «Әстәғфируллааһа лләҙии лә иләәһә илләһуәл хәййәл ҡаййүүмә үә әтүүбү иләйһи» тип әйтһә, гонаһтары кисерелер, хатта улар диңгеҙ күбеге һымаҡ булһа ла», – тип әйткән. Тимәк, йома көндө иртәнге намаҙҙан һуң шулай тип өс мәртәбә әйтеү гонаһтар ауырлығынан ҡотолорға, күңелде паҡларға сәбәп булыр, ин шәә Аллаһ.

«Йома кисендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, һәр рәҡәғәттә «Әл-Фәтиха» сүрәһе менән етмеш тапҡыр «Әл-Ихлас"сүрәһен уҡыһа, сәләм биргәндән һуң етмеш тапҡыр истиғфар ҡылһа, Аллаһу Тәғәлә менән ант итәмен ки, өммәтемдән (иман эйәһе булараҡ) бөйөк гонаһ ҡылып үлһә лә, был намаҙҙы уҡығандарға шәфәғәт булыр. Аллаһу Тәғәлә уның (намаҙҙың) шәфәғәте менән мосолмандарҙың барыһын да Йәннәттә булдырыр», – тиелә «Тәрғиб әс-Саләһ» китабында килтерелгән хәҙис-шәрифтә.

Фәрит хәҙрәт Сәлмән календарынан

Светлана Әбсәләмова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...