Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән ҡабаттан уҡып, хәтер яңыртып алам. Редколлегия ағзалары менән кәңәшләшкәндән һуң, «Әс-Сәләм» гәзитен уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ла файҙаһы тейһен, тигән ниәттә, шул мәҡәләне тулайым рәүештә тәҡдим итергә булдыҡ.

 

Зөлфиә Ханнанова, мөхәррир

 

Аллаһу Тәғәләнең ризалығы – иренең ризалығында

Рәсүлдең ҡатыны Ғәйшә әйтеп ҡалдырыуынса, Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ былай тигән: «Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ күременең тәүге көнөндә, «Әлхәмдүлилләһ!» тип әйтеп, шунан тәүбә итеп: «Әстәғфируллаһ!» тиһә, Аллаһу Тәғәлә уны Йәһәннәмдән ҡотолоусылар исемлегенә яҙасаҡ». Йәнә лә Аллаһу Тәғәлә уны сират күперенән үтеүселәр һәм Йәһәннәм ғазабынан ҡотолоусылар исемлегенә яҙасаҡ. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ күрем көндәрендә Аллаһу Тәғәләгә зекер әйтеүселәрҙән һәм уға шөкөр итеүселәрҙән һәм унан тәүбә һораусыларҙан булһа, һәр көн өсөн ҡырҡ шәһиттең әжере яҙыласаҡ.

Бер көндө Рәсүлдең сәхәбәһе Ғәли ҡатыны Фатима менән хәл белешергә тип киләләр. Шул саҡ Пәйғәмбәрҙең ﷺ иҙәндә илап ултырғанын күрәләр. Фатима һорай: «Эй Аллаһтың Рәсүле! Һеҙҙе нимә ҡайғыға һалды? Нимә өсөн күҙ йәше түгәһегеҙ?» Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирә: «Миғраж төнөндә (күккә ашҡан төнөндә) Хаҡ Тәғәлә ун һигеҙ төрлө яза аласаҡ ун һигеҙ төркөм ҡатын-ҡыҙҙы күрһәтте. Былар минең өммәтемдән ине, шуға ла улар өсөн иланым». Фатима һорай: «Эй Аллаһтың Рәсүле, улар тураһында беҙгә лә аңлатһағыҙсы. Ниндәй төркөм һуң улар?» Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирә: «Теленән аҫылған ҡатынды күрҙем. Күкрәгенән аҫылған ҡатынды ла күрҙем. Шулай уҡ аяҡтары маңлайына бәйләнгәнде, тәнен ашаһындар өсөн уға йыландар һәм саяндар йүнәлтелгәйне. Йәнә лә үҙ итен ашаған ҡатынды күрҙем, ә аҫтында усаҡ ине. Утлы ҡайсылар менән үҙ итен ҡырҡыусы ҡатынды күрҙем. Шунан миңә Аллаһу Тәғәлә тарафынан йөҙө ҡарайтылған ҡатынды күрһәттеләр, ул үҙенең мейеһен ашай ине. Унан һуҡыр, һаңғырау һәм телһеҙ ҡатынды күрҙем. Аллаһу Тәғәлә йөҙөн сусҡаныҡына, ә кәүҙәһен ишәктекенә әйләндергәнде лә күрҙем, уға бер нисә төр яза бирелгәйне. Тағы кәүҙәһе эттекенә әйләнгән ҡатынды күрҙем. Сәсенән аҫылып ҡуйылғанды ла күрҙем...»

Быларҙы ишеткән Фатима: «Эй Аллаһтың Рәсүле! Күҙемдең нуры! Ниндәй ғәмәлдәре өсөн ҡатындар бындай язаға дусар ителгән һуң?» – тип һорай.

Пәйғәмбәр ﷺ аңлата: «И Фатима! Сәсенән аҫылғаны ят ирҙәрҙән үҙенең сәсен йәшермәгән ҡатын ине. Ә теленән аҫылғаны кешеләргә теле менән насарлыҡ эшләүсе ҡатын. Әгәр ҙә ҡатын теле менән иренә әшәкелек ҡыла башлаһа, Аллаһу Тәғәлә уның телен етмеш терһәккә оҙонайтасаҡ...»

Был йәһәттән Әбүбәкерҙең әйткәндәрен иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр, Пәйғәмбәр ﷺ былай тигән: «Теле менән ирен ғазаплай башлаған ҡатын Аллаһу Тәғәләнең, фәрештәләренең һәм уның барлыҡ мәхлүктәренең ҡәһәренә эләгәсәк».

Уҫман шулай тигән: «Әгәр ҙә ҡатын иренә: «Мин һинән бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ күрмәнем!» – тип әйтә икән, был ҡатын етмеш йыл Раббыһына ғибәҙәтлек иткән булһа ла, Аллаһу Тәғәлә уны йәшәгән ғүмере эсендәге барлыҡ сауаптарынан мәхрүм итәсәк».

Ҡатындарға бирелгән яза тураһында һөйләп, артабан Пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән: «...күкрәгенән аҫылған ҡатын, иренә әйтмәйенсә, сит балаларҙы имеҙеүсе булыр. Аяғынан аҫылғаны – ире рөхсәтенән тыш өйөнән сығып йөрөүсе. Ул – шулай уҡ күрем көндәренән һуң һәм бала тапҡандан һуң ғөсөл ҡойонмаусы. Үҙ тәнен ашағаны – сит ирҙәр өсөн биҙәнеүсе-төҙәнеүсе һәм кешеләрҙең артынан файҙаһыҙ хәбәр һөйләүсе. Утлы ҡайсы менән үҙенең тән итен ҡырҡыусы – матур кәүҙәһе, буй-һыны менән башҡалар алдында маҡтаныусы, ул хатта тән матурлығын ирҙәргә күрһәтергә айырым кейем кейеүсе. Йыландар һәм саяндар тамаҡланһын өсөн, маңлайына аяҡтары бәйләнгәндәре – Ислам ҡанундарын үтәргә хәлдәре килеп тә, (ураҙа, намаҙ һ.б.) уны үтәмәүселәр, күремдән һуң ғөсөл ҡойонмаусылар. Баштары сусҡаныҡы, кәүҙәләре ишәктекенә әйләнгәндәр – ғәйбәт һөйләүселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар. Ә эт кәүҙәлеләр – янъял, талаш-ыҙғыш ҡуптарыусылар, ирҙәрен сығырҙарынан-сығарыусылар».

Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: «Әгәр ҙә ҡатын иренә: «Ҡәһәр һуҡһын!» – тип әйтә икән, күктең етенсе ҡатындағылар һәм Аллаһу Тәғәлә яратҡан барыһы ла был ҡатынды ләғнәтләйәсәк».

Ғәбдерахман ибне Ғәүф Пәйғәмбәрҙең ﷺ ошо хәҙисен тапшырған: «Сәләмәтлеге насар булыу арҡаһында, тейешле аҡса таба алмаған ирҙе ҡатыны битәрләһә, кәмһетһә һәм шуның менән ирен ҡайғыға һалһа, Аллаһу Тәғәлә был ҡатындың бер генә намаҙын да, ураҙаһының бер генә көнөн дә ҡабул итмәйәсәк».

Ибне Ғәббәс тапшырғандарҙан: «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ: «Әгәр ҙә ҡатын өйөнән иренең ризалығынан тыш сыға икән, был ҡатынды өйөнә ҡайтып еткәнгә тиклем ҡояштың нуры төшкән бар нәмә лә ҡәһәрләйәсәк», – тип әйтте. Пәйғәмбәр ﷺ артабан шуларҙы ла өҫтәгән: «Ҡатын иренең рөхсәте менән биҙәнеп-төҙәнеп, хуш еҫле майҙар һөртөнөп ҡапҡанан сыға икән, уның яһаған һәр аҙымы өсөн Аллаһу Тәғәлә иренә Йәһәннәмдән өй әҙерләй».

Бер мәл Фатима кәңәш һорап, Пәйғәмбәр ﷺ янына килә: «Эй, Аллаһтың Рәсүле, бер һүҙ арҡаһында ирем Ғәли менән асыуланыштыҡ». Пәйғәмбәр ﷺ: «Өйөңә ҡайт һәм, ирең йылмайһын өсөн, бөтәһен дә эшлә», – тигән. Фатима ҡайтҡас, иренең өнһөҙ-хәрәкәтһеҙ ултырғанын күрә. Йылмайһын өсөн, уны етмеш мәртәбә әйләнеп сыға. Шул саҡ Ғәли йылмая ла шаяртып: «Меҫкен ҡатын!» – ти. Фатима Пәйғәмбәр ﷺ янына йүгерә: «Эй, Аллаһтың Рәсүле, ирем йылмайҙы, беҙ яраштыҡ!» – ти. Пәйғәмбәр ﷺ яуап бирә: «Йәнем өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе һәм мине хаҡ Рәсүл итеп ебәреүсе менән ант итәм, әгәр ирең һинән риза булмаған килеш үлеп китһәң, һинең өсөн йыназа намаҙы ҡылмаған булыр инем. И ҡыҙым, Аллаһу Тәғәләнең ризалығы – ирең ризалығында, уның асыуы ирең асыуында икәнен белмәйһеңме ни? И ҡыҙым, ҡайһы ғына ҡатын-ҡыҙ Хаҡ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылмаһын, ул Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе изге Мәрйәмгә оҡшаш, ләкин ире унан ҡәнәғәт булмаһа, Аллаһу Тәғәлә уның бер ғибәҙәтен дә ҡабул итмәйәсәк. И ҡыҙым, иреңә буйһоноу – иң яҡшы ғәмәл».

Әгәр ҙә ир Ислам ҡанундарына ҡаршы килгән ғәмәлдәрҙе ҡылырға ҡуша икән, был осраҡта ҡатын уға һис кенә лә буйһонорға тейеш түгел. Аллаһу Тәғәлә ҡушҡандарға буйһоноу һәм ирҙе тыңлауҙан һуң, ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы ғәмәлдәрҙең береһе – бәйләм бәйләү. Үҙенең ҡыҙы Фатимаға мөрәжәғәт итеп, Пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән: «Ҡыҙым, әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ бәйләм бәйләй икән, был йыл буйы ҡылған сөннәт намаҙҙарына ҡарағанда ла хәйерлерәк һәм бәйләгән нәмәләрҙе ире кейеүе яҡшыраҡ». Артабан Пәйғәмбәр ﷺ өҫтәй: «Һәр бәйләнгән төйөн өсөн Аллаһу Тәғәлә ҡатынға шәһит әжере яҙа. И ҡыҙым, ҡатындың бәйләмен ире йәки балалары кейә икән, уның урыны мотлаҡ Йәннәттә буласаҡ. Һәр бәйләнгән күҙ, еп өсөн Аллаһу Тәғәлә уға Йәннәттән ҡала әҙерләй». Ҡыҙына мөрәжәғәт итеп, Пәйғәмбәр ﷺ шулай ти: «Ете көн буйы иренә хеҙмәт иткән кешегә Хаҡ Тәғәлә Йәһәннәмдең ете ҡапҡаһын яба һәм Йәннәттең һигеҙ ҡапҡаһын аса, уға, Йәннәттең ҡайһы ҡапҡаһынан инергә теләй, шунан инергә рөхсәт ителә». Шунан Пәйғәмбәр ﷺ әйтә: «Ире ҡарап ҡыуанған ҡатын – иң иманлы, гүзәл ҡатын».

Аллаһу Тәғәлә ысын мосолман ҡатын-ҡыҙының иманын һаҡлаһын!

 

Мөхәмәтзакир Йосопов,

Хәҙрәт

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...