Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм

 

Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.

 

Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул үҙенең дуҫы Йәғәфәр хажиҙы сәләмләргә теләгәйне, әммә мин уға быны эшләргә ирек бирмәнем. Мин уның ҡолағына: «Һин Йәғәфәр хажиҙан олораҡ та һәм байыраҡ та. Ни өсөн әле һин беренсе булып һүҙ ҡушырға тейеш? Ул үҙе һине беренсе булып сәләмләһен», – тип шыбырланым.

Һа-һа-һа! Дауыт хажи, минең ҡотҡоға бирелеп, Йәғәфәр хажи менән иҫәнләшмәй уҙҙы. Һа-һа-һа!

Бер нисә минуттан йәмәғәт намаҙының ваҡыты инде. Мин йәнә Дауыт хажиҙың башын бутаным. Һа-һа-һа! Уның иғтибарын кеҫә телефонына йүнәлттерҙем. Уға алданып, ул йәмәғәт намаҙына бер рәҡәғәттән һуң ғына ҡушылды. Һа-һа-һа! Ҡайһылай ҙа аҡыллы мин һәм ҡайһылай еңел генә итеп кешеләрҙе төп башына ултыртам!

Йәмәғәт намаҙынан һуң тағы ла Дауыт хажи эргәһенә юлландым. Үҙемдең ҡорбандарымды еңел генә ебәрмәйем мин. Һа-һа-һа! Аллаһу Тәғәлә намаҙҙан һуң уҡыған доғаларҙы ҡабул иткәнен белеп, Дауыт хажи ҙа башҡалар менән бер рәттән доға ҡылырға ниәтләгәйне, әммә мин уға быны эшләргә ирек бирмәнем. Мин уға: «Ғибәҙәтеңде туҡтат, Дауыт хажи! Ни эшләп әле һин, Аллаһу Тәғәлә ҡылған доғаларыңа мотлаҡ яуап бирер, тип уйлайһың? Тиҙ генә тороп кит тә, кибетеңә бара һал. Бәлки, унда һине һәйбәт килем эшләй торған бай ғына һатып алыусы көтәлер», – тинем. Меҫкенкәйҙең шулай итеп башын ҡатырғайным, иғтибары ситкә сәселеп, йүнләп доға ла ҡыла алманы. Һа-һа-һа!

Әлбиттә, мәсеттән сыҡҡас, былай иткәненә ул бик ныҡ үкенде. « Йәғәфәр хажиҙы үҙем башлап сәләмләһәм, һәйбәтерәк булыр ине бит! Йәмәғәт намаҙының беренсе рәҡәғәтен башҡалар менән бергә, ваҡытында уҡыһам да килешер ине. Намаҙҙан һуң доға ҡылған булһамсы! Ҡәһәр һуҡҡыр шайтан!» – тип өҙгөләнде.

Ә мин: «Үҙеңде ҡәһәр һуҡһын, Дауыт хажи! Мин бер нәмәне лә көсләп эшләтмәнем. Һин үҙ-үҙеңде алданың, минең бында ни ҡыҫылышым бар? Һинең бит Йәғәфәр хажиҙы беренсе булып сәләмләргә теләгең булды. Намаҙҙы ла йәмәғәттән ҡалмай уҡырға ниәтләгәйнең. Намаҙҙан һуң, Раббыңа һыйынып, теләктәр теләргә, доға ҡылырға ла өлгөрә инең. Алйоттоң да алйото һин инде бында, минең ни эшем бар?» Һа-һа-һа. Их, иртәгә уны тағы ла ахмаҡландырып булмаҫын беләм мин, әммә шулай ҙа бик шатмын: мин бит уны – бөгөн, бөгөн төп башын ултырттым!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...