Әҙәптәр

Әҙәптәр

Әҙәптәр

Үҙенә ҡарата ир-аттың вазифалары

 

  • Һәр ваҡыт йома намаҙҙарына йөрөү һәм намаҙҙарҙы йәмәғәт менән ҡылыу
  • Кейемдәрҙе таҙа тотоу
  • Теш таҙартҡысты ҡулланыуҙы ғәҙәткә керетеү
  • Кешеләрҙең иғтибарын ала торған әйбер кеймәү һәм иҫкереп бөткән кейемде лә кеймәү
  • Оҙон әйбер кеймәү, сөнки ул тәкәбберлек ғәләмәте
  • Ябай, ҡыҫҡа кейем кейеү
  • Атлаған ваҡытта ян-яҡҡа ҡаранмау
  • Кеше ҡатынына ҡарамау
  • Кеше менән һөйләшкән ваҡытта төкөрөнмәү
  • Өй алдында күршеләр менән ултырмау
  • Ҡәрҙәштәреңә ҡатының һәм ғаиләләге хәлдәр тураһында һөйләмәү

 

Үҙенә ҡарата хатын-ҡыҙҙың вазифалары

 

  • Ваҡыттың күберәк өлөшөн өйҙә үткәреү
  • Бик ныҡ кәрәге сыҡмағанда, күршеләрҙең өйөнә инмәү
  • Ире ҡарағанда, ул уны шатландырырға тейеш
  • Ире өйҙә булмағанда, намыҫын һәм мал-мөлкәтен һаҡлау
  • Өйҙән сыҡҡанда, башын ҡаплау
  • Үҙеңде тәрбиәле тотоу һәм өй эштәрен һәйбәт атҡарыу
  • Намаҙҙарҙы һәм ураҙаларҙы ҡалдырмау
  • Үҙ хаталарың һәм кәмселектәрең тураһында уйланыу
  • Күркәм диндар тормош алып барыу
  • Күберәк шым йөрөү
  • Күҙҙәрҙе харамдан һаҡлау
  • Раббының уны күреп тороуы тураһында уйланыу
  • Аллаһты йыш зекер итеү
  • Иреңде тыңлау
  • Иреңде хәләл аҡса эшләргә дәртләндереү
  • Иренән бик күп аҡса һорамау (кейемгә, ашарға һ.б.)
  • Оялсан булыу
  • Яман һүҙҙәрҙе ҡулланмау
  • Сабыр булыу һәм Аллаһҡа шөкөр ҡылыу
  • Мөмкин тиклем кешеләргә ярҙам итеү
  • Ире өйҙә булмағанда, иренең дуҫтары килеп өйгә керергә рөхсәт һораһа, ул, үҙен һәм ирен аяп, «кем унда» тип һорамаҫҡа һәм һорауҙарға яуап бирмәҫкә тейеш

 

Ишеккә шаҡыу әҙәбе

 

  • Диуар янында тороу
  • Ишеккә ҡаршы торорға ярамай
  • Ишеккә шаҡыр алдынан «сөбхәналлаһ» һәм «әлхәмдүлилләһ» тиергә кәрәк
  • Ишеккә шаҡып иҫәнләшергә
  • Өйҙә булған кешеләрҙең һөйләшеүҙәрен тыңлап торорға ярамай
  • Иҫәнләшкәс, өйгә керергә рөхсәт һорау
  • Әгәр рөхсәт бирһәләр, керергә мөмкин, рөхсәт бирмәйҙәр икән, көтөп торорға ярамай, сығып китергә кәрәк
  • Ә «кем унда?» тип һорағанда, «мин» тип әйтмәйҙәр. Исемеңде әйтергә кәрәк

 

Юл буйында ултырыу әҙәптәре

 

  • Үтеп барыусыларҙы күҙәтмәҫкә
  • Урынһыҙ йәберләнгән кешене күреп ҡалғанда, уны яҡларға
  • Ярҙам һораусыларға ярҙамға ашығыу
  • Көсһөҙ кешеләргә ярҙам итеү
  • Аҙашҡандарға юлды күрһәтергә
  • Кешеләрҙең иҫәнләшеүҙәренә яуап биреү
  • Хәйер һораған кешене буш ҡул менән ебәрмәү
  • Ян-яҡҡа ҡарамаҫҡа
  • Йомшаҡ итеп кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өндәргә һәм яман эштәрҙән тыйырға
  • Әгәр берәй кем ныҡышып яманлыҡ ҡылырға тырыша икән, туҡтатырға кәрәк, ҡурҡытып йәки көсләп
  • Ғәйбәт тыңламаҫҡа
  • Кешеләрҙең кәмселектәрен эҙләмәҫкә
  • Кешеләр тураһында яман уйламаҫҡа һәм һәр күргән нәмәне яҡшыға юрарға

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...