Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә эшләргә?

 

П. Калуга ҡалаһы.

 

Дин белгесе яуабы

Балаларыбыҙҙың сит ил йәнһүрәттәрен ҡарауын күргәндә, күңелдә борсолоу тыуыуы тәбиғи. Ата-әсәләрҙе бигерәк тә балаға ниндәй ҡиммәттәрҙең һәм ҡараштарҙың йоғонто яһауы борсой.

Әкиәт һәм йәнһүрәттәр баланың донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа мөһим урын алып тора. Улар аша балала әсәй һәм атай, дуҫ һәм дошман, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ тураһында тәүге күҙаллауҙар барлыҡҡа килә. Мәғлүмәтте ул күбеһенсә образдар аша ҡабул итә һәм улар нигеҙендә үҙенең тормош моделен булдыра.

Шуға күрә ҡыҙығыҙ ҡыҙыҡһынған йәнһүрәттәрҙе үҙегеҙ ҙә ҡарап сығығыҙ. Ундағы бала тәрбиәһенә йоғонто яһарлыҡ күренештәргә иғтибар итегеҙ. Һуңынан ҡыҙығыҙ менән бергәләп ҡарарға һәм күргәндәрегеҙ тураһында тыныс ҡына фекер алышырға тәҡдим итегеҙ.

Әңгәмә барышында уның ҡараштарын ҡырҡа кире ҡаҡмағыҙ. Киреһенсә, геройҙарҙың ҡылыҡтарын бергәләп анализлап, уларҙың сәбәптәре һәм мөмкин булған һөҙөмтәләре тураһында һорауҙар бирегеҙ. Бала, үҙе фекер йөрөтһөн өсөн, дөрөҫ булмаған ҡылыҡтарҙы айырырға өйрәнһен.

Шунда уҡ тулыһынса тыйыу дөрөҫ булмаҫ. Иң мөһиме – ҡыҙығыҙ менән ышаныслы мөнәсәбәт һаҡлау һәм уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә алыу.

Уға ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһу Тәғәлә алдындағы урыны һәм бурыстары тураһында һөйләгеҙ. Был мәсьәләгә Аллаһ Рәсүле ﷺ ниндәй әһәмиәт биргәнен аңлатығыҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге ҡатындары, ҡыҙҙары тураһында һөйләү ҙә файҙалы булыр.

Ҡыҙығыҙҙың ваҡытын файҙалы шөғөлдәр менән тулыландырыу, тәрбиәле тиҫтерҙәре менән аралашыуына шарттар булдырыу мөһим. Уны яҡындағы мәсеттә үткәрелгән йәйге курстарға йөрөтөргә мөмкин. Уҡытыусыны ла ҡыҙығыҙҙың тәртибендә һеҙҙе борсоған мәсьәләләр тураһында алдан иҫкәртеп ҡуйығыҙ.

 

Психолог яуабы

Бөгөн был мәсьәлә күп ата-әсәләрҙе борсой. Әммә, сит ил, шул иҫәптән, Азия йәнһүрәттәренең барыһы ла бер үк зарарлы, тип иҫәпләргә ярамай. Улар араһында ыңғай йөкмәткеле, яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүен күрһәткән бик күп сюжеттар бар.

Ата-әсәнең маҡсаты – баланың бөтә ҡыҙыҡһыныуҙарын тыйыу түгел, ә уны һайлап ҡарарға һәм күргәндәренә тәнҡитле баһа бирергә өйрәтеү. Бала үҙенең мауығыуҙарын ата-әсәһенән йәшерергә тейеш түгел. Артыҡ күп тыйыуҙар, киреһенсә, уны үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙарын йәшерергә мәжбүр итәсәк.

Ҡыҙығыҙ менән ҡайһы бер мультфильмдарҙы бергә ҡарағыҙ, геройҙарҙың ҡылыҡтары һәм уларҙың ниәттәре тураһында һөйләшегеҙ. Был һеҙгә уның өсөн мөһим булған ҡиммәттәрҙе яҡшыраҡ аңларға һәм арағыҙҙа ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итәсәк.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, әгәр бындай мауығыу ғаиләлә даими ҡапма-ҡаршылылыҡҡа әйләнмәһә, үҫмерҙәрҙең күбеһе ваҡыт үтеү менән был осорҙо онота.

Шулай ҙа баланың башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары һәм аралашыу даирәһе булыу-булмауына иғтибар итергә кәрәк. Уның дуҫтары бармы? Спорт, ижад, уҡыу йәки башҡа шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһынамы?

Әгәр баланың бөтә иғтибары тик йәнһүрәттәр һәм сериалдар менән генә сикләнһә, был мәсьәләгә етдирәк ҡарау мөһим. Ҡайһы бер осраҡта бындай мауығыу тиҫтерҙәре менән аралашыу етмәүендә йәки яҡын социаль бәйләнештәрҙең булмауын компенсациялау сараһы булыуы мөмкин. Шуға күрә ата-әсәгә баланың мәктәптә, йәшәгән мөхитендә һәм дуҫтары араһында үҙен нисек тойоуына ла иғтибар итеү мотлаҡ.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов

һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

 

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...