Ғөмрәгә барғығыҙ килһә, «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылығыҙ!

Ғөмрәгә барғығыҙ килһә, «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылығыҙ!

Ошо көндәрҙә республикала «Әс-Сәләм» гәзитен таратыуҙа әүҙемлек күрһәткән ҡәрҙәштәребеҙ: Ғәли Кинйәбулатов (Сибай ҡалаһы), Әхмәт Вәлиев (Мәләүез районы), Рәмилә Бәхтиева (Баймаҡ ҡалаһы), Әлфиә Тимербулатова, Гүзәл Вилданова, Динә Асҡароваға (Өфө ҡалаһы) Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитен һәм милли баҫмаларҙы Рәсәй Федерацияһы буйлап таратыу бүлеге етәксеһе И.С. Сәлимсолтановтың рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

«Ғилемде бер туҡтауһыҙ өйрәнергә була. Күп китап уҡырға, бик күп белем алырға, тик халыҡ менән эшләмәһәң, алған белемеңдең файҙаһы бик аҙ. Кешенең ғилеменән дә, эшләгән эштәренән дә халыҡҡа һәм йәмғиәткә файҙа булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ халыҡҡа файҙа килтергән кешеләрҙе иң яҡшы кешеләр иҫәбенә индергән. Бөгөн «Әс-Сәләм» гәзитен әҙерләп сығарыусылар, уны яҙҙырып таратыусылар кеүек тағы кем йәмғиәткә шул тиклем ҙур файҙа килтерә ала? – тип бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләне Дағстан Республикаһы Мөфтиәтенең Башҡортостандағы вәкиле Абдулла Ахалов. –Кешеләрҙе иманға саҡырыр өсөн сәхәбәләр Аллаһ Илсеһенән ﷺ хат алып донъяның төрлө мөйөштәрендә таратыр булған. Улар ил етәкселәренә, хакимдарға ла ингән, ябай кешеләр менән дә һөйләшкәнд. Халыҡ исламды ҡабул итһен өсөн, ошолай итеп дәғүәт ҡылғандар. Бөгөн дә шул уҡ хәл. Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хаты бәрәбәрендә тора «Әс-Сәләм» гәзите. Унда ла шундай уҡ дәғүәт. Образлы итеп әйткәндә, “ислам арбаһы” Пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында уҡ булған. Уның алдында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе торған, арбаны уратып, сәхәбәләр теҙелгән. Улар ошо арбаны арттан этәп барған Йылдар үткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был донъяны ҡалдырған, сәхәбәләр ҙә баҡыйлыҡҡа күскән, ә арба һаман да бар әле. Уның руле артында тәҡүәле етәкселәр, көслө имамдар тора. «Әс-Сәләм» гәзите лә – ошо арбаның бер өлөшө ул. Сәхәбәләр Аллаһ ризалығы өсөн ошо арбаға, саҡ ҡына булһа ла, тотоноп ҡалырға тырышҡан кеүек, бөгөн дингә ҡағылышы булған һәр кем: хәҙрәтме ул, дини гәзит хеҙмәткәреме, таратыусымы, дәғүәт юлындағы кешеме, һәр кем ошо арба тирәһендә тора һәм уны этергә ярҙам итә. Әлбиттә, был арба алға китмәһен өсөн, аяҡ салыусылар ҙа, соҡор ҡаҙып, юлды боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Әммә Аллаһҡа мең рәхмәт, ул беҙҙе миллиондарса кешеләр араһынан һайлап алып, ошо арбаны этәп барыусылар араһында булырға мөмкинлек биргән. Бының өсөн иң тәүҙә Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле булырға кәрәк. «Минең бер генә һүҙемде булһа ла халыҡҡа еткерергә тырышығыҙ», – тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Гәзит эшендә ҡайнаған ҡәрҙәштәребеҙ Аллаһ Илсеһенең ﷺ күпме һүҙен халыҡҡа еткерә! Был бик ҙур бәрәкәт, был Аллаһтың рәхмәте. Шундай бер хәҙис бар, унда: «Кем кешеләргә рәхмәтле түгел, ул Аллаһу Тәғәләгә лә рәхмәтле булмай», – тиелә. Һәр берегеҙҙең эшләп йөрөгән төп эше, ғаиләһе, күп төрлө башҡа мәшәҡәттәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ дәғүәт эшендә ҡатнашаһығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Берҙәмлегегеҙ һәм әүҙемлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт».

Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев тағы бер матур яңылыҡ менән ҡыуандырҙы. 2026 йылда башҡорт телендә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылыусылар араһында кесе хажға путевка уйнатыласаҡ!

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...