Хәйерле булһын иртәләр!

Хәйерле булһын иртәләр!

Хәйерле булһын иртәләр!

Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һәр иртә һайын туғандарым, дуҫтарым, дин ҡәрҙәштәремә үҙемдең изге теләк-доғаларымды йүнәлтергә күнеккәнмен. Күңелемдән сыҡҡан доға өлгөләрен «Әс-Сәләм» гәзитен уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдым. Иртәләрегеҙ – хәйерле, көнөгөҙ бәрәкәтле булһын!

***

Йә Аллаһым! Үҙебеҙгә, ғаиләбеҙгә тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт насип ит. Балаларыбыҙҙы – тәүфиҡлы, күңелдәребеҙҙе – саф, иманыбыҙҙы – ныҡ, ризығыбыҙҙы киң ит. Һуғыштарҙы туҡтат, донъябыҙға тыныслыҡ бир. Әәмиин.

***

Йә Раббым! Изге йома иртәләрен Изге теләктән ит. Һәр кешенең күңелендә Иман нуры балҡыт. Һаулыҡ, сәләмәтлек, бәхет һәм муллыҡ насип ит. Һәр кемгә намыҫ, именлек, бәрәкәт бир. Донъябыҙҙа зәңгәр күктәр, тыныслыҡ, шатлыҡ булдыр. Яҡындарыбыҙҙы һәр ваҡыт үҙ яныбыҙҙа торғоҙ! Әәмиин.

***

Йә Раббым! Мөбәрәк ит көнөбөҙҙө, изгелекле ит ғәмәлдәребеҙҙе! Шәфәғәтеңде, сәғә-ҙәтеңде, ҡөҙрәтеңде, мәрхәмәтеңде, рәхмәтеңде тойоп йәшәй торған күңел бир һәр кемгә! Әәмиин!

***

Бөгөнгө иртәне «Бисмилләһ» тип ҡаршы алдыҡ, Әлхәмдүллиләһ. Йә Раббым! Был көндө шатлыҡ-ҡыуаныстар, эшебеҙгә – уңыштар, үҙебеҙгә бәхет яуҙыр, өйөбөҙгә ҡот ҡундыр! Һаулыҡта-иҫәнлектә бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип ит! Әәмиин.

***

Йә Раббым! Күңелебеҙгә иман нуры керет, иҫәнлектә, һаулыҡта, бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип ит! Барыбыҙҙан да, Раббым разый бул!!! Дошман ҡотҡоһонан, шайтан үәсүәсәһенән һаҡла! Донъяларыбыҙға именлек, тыныслыҡ бир! Әәмиин.

***

Йә Раббыбыҙ! Бөгөнгө көндө лә күрергә насип иттең. Киләсәк көндәребеҙҙе лә бәрәкәтле, тормошобоҙҙо тыныс, күгебеҙҙе аяҙ, һуғыштан азат, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ит! Ике донъя рәхәтен күрергә яҙҙыр! Үҙ шәфәғәтеңдән айырма! Дошман, шайтан үәсүәсәһенән һаҡла. Әәмиин!

***

Йә Аллаһым! Беҙгә бары тик Бәхет, Шатлыҡ, Сәләмәтлек, Мөхәббәт һәм күңел тыныслығы насип ит! Әәмиин.

***

Изге йома мөбәрәк булһын! Йә Раббым! Күктәребеҙҙе – аяҙ, уйҙарыбыҙҙы – изге, ашаған-эскән ризығыбыҙҙы хәләл ит, ҡылған ғәмәлдәребеҙ менән, Аллаһу Тәғәләм, риза бул!!! Әәмиин.

***

Хәйерле иртәләр, уңышлы, бәрәкәтле көндәр булһын! Изге йома мөбәрәк булһын! Аллаһу Тәғәлә һаулыҡ, таҙалыҡ, сәләмәтлек бирһен, изге ниәттәребеҙгә ирешергә насип итһен. Әәмиин!

***

Йә Раббым! Бөгөнгө көндө иҫән-һау күрергә насип иттең, Әлхәмдүллиләһ! Артабан да йөрәктәребеҙҙе борсоуҙарҙан, тынысһыҙлыҡтан арала! Тынысһыҙлыҡ һәм ҡурҡыулы тормош ҡараңғылығын иман нуры менән яҡтырт! Һуғыш афаттарын туҡтат, илебеҙгә тыныслыҡ килеп, бала-сағаларыбыҙ бәхетле тормошта йәшәһен! Әәмиин.

***

Йә Раббым! Күгебеҙҙе – аяҙ, өйҙәребеҙҙе – нурлы, кәйеф-тәребеҙҙе – күтәренке, донъябыҙҙы – тыныс, өҫтәлдәребеҙҙе – түңәрәк, ризыҡтарыбыҙҙы – мул, эшләйһе эштәребеҙҙе – уңышлы, һаулығыбыҙҙы ныҡ ит! Үҙеңдең рәхмәтеңдә йәшәргә насип булһын! Әәмиин!

***

Йә Раббым! Йыһанды яҡты нурға күмеп, хәйерлеһе менән тыуған көнөбөҙ менән бергә: йәнгә – иман байлығы, тәнгә – сихәт, күңелгә – көрлөк, ғәмәлдәребеҙгә сауап, һәр төрлө хәләл ниғмәттәр насип ит! Әәмиин.

***

Йә Раббым! Күктәрҙе күкрәтеп, ләйсән ямғыр яуҙырҙың, еребеҙҙе йәшеллеккә күмдең. Күк үләнгә баҫтырҙың, Әлхәмдүллиләһ! Ошо биргән яҙың менән барыбыҙға шатлыҡ-ҡыуаныс, бәхет килтер, өйөбөҙгә ҡот ҡундыр, эшебеҙҙә уңыштар булдыр. Балаһыҙҙарға – бала, ауырыуҙарға – сихәт, аҙашҡандарға иман бир. Һуғыштарҙы хәйерлеһе менән туҡтат! Илебеҙгә тыныслыҡ бир! Әәмиин.

***

Барығыҙға ла Аллаһу Тәғәләнең сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһын! Йә Раббым! Донъяларыбыҙҙы – тыныс, өйҙәребеҙҙе йылы, яҡты ит, ҡот ҡундыр. Яңы көнөбөҙҙө ҡыуаныслы кәйефтә изге хәбәрҙәр, изге ниәттәр һәм ғәмәлдәр менән үткәрергә насип ит! Әәмиин!

***

Хәйерле йома иртәһе мөбәрәк һәм уңышлы бәрәкәтле көндәр булһын! Аллаһу Тәғәләгә барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ булһын! Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешһен! Яңы көнөбөҙҙө тыныслыҡ, иман менән башлап ебәрергә насип ит. Беҙгә иман, тәүфиҡ, сабырлыҡ бир, күркәм холоҡло булырға насип ит. Тиҙ арала һуғыштарҙың хәйерлеһе менән бөтөүен күрергә насип ит. Барыбыҙға ла ике донъя бәхете бир. Әәмиин.

***

Йә Раббым! Иртәләребеҙ хәйерле булһын! Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым. Яуҙа һәләк булған ата-олатайзарыбыҙҙың, һуғыш михнәттәрен күргән әсәй-оләсәйҙәребеҙҙең рухтары шатланһын. Йәндәре Йәннәттә булһын. Ә беҙгә, күҙ йәштәре аша, үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, ҡан ҡойоп яулап алынған тыныс тормошта шатланып, ҡыуанып йәшәргә насип булһын. Иманыбыҙ ныҡ булып, Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алып, бәрәкәтле ғүмер кисерәйек, бәхетле йәшәйек. Әәмиин.

***

Йә Раббым! Барыбыҙҙы ла яңылыштарҙан, уйланмаған аҙымдарҙан, яңылыш уйҙарҙан, юлдарҙағы бәлә-ҡазаларҙан, харамдарҙан һаҡла! Килгән һынауҙарҙы сабыр үткәрергә насип ит! Тормош – ул һынау. Айыҡ аҡыл, зирәк зиһен һәм иман менән йәшәргә насип ит! Әәмиин.

 

 

Вәсилә Иҙрисова,

Өфө районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...