Өләсәйем һабаҡтары

Өләсәйем һабаҡтары

Өләсәйем Хафизова Миңлеғаян Зариф ҡыҙы әйткәндәрҙән

“Ямандан Хоҙай йыраҡлашыр...”
Иң ҡурҡҡаның, балам, шул булһын,
Күңелеңә яҡтә уйҙар, яҡшылыҡ тулһын.
Ҡөрьәндең һәр сүрәһен күңелемә
Өләсәйем һүткән икән,
Булмышына һеңгән икән,
Ауырлыҡты еңгән икән.
Бөгөн килеп Ҡөрьәнгә мин
Йәнем менән һыйынам.
Яҡты ямғыр – һәр сүрәһе
Шул ямғырға ҡойонам.
Йәнем менән
Мин Хоҙайға һыйынам!
***
Ҡартлығың булыр йәмле,
Ҡыҙ-улыңа булһаң таяныс,
Ҡотһоҙ нәҫел ҡалдырғандың
Ҡартлыҡ көнө йәмһеҙ, аяныс.
***
Аҡты, балам, түгә күрмә, 
Өйҙән бәрәкәт китер.
Бәрәкәтһеҙ өйҙәгеләр
Күңелһеҙ уйҙар һүтер.
***
Йүнһеҙ йәндән йыраҡ тор,
Артынан һине һөйрәр.
Үкендереп аҙаҡтан
Йөрәгең яныр, көйрәр.
***
Күңелкәйең аҡ булһын,
Йөрәккәйең һаҡ булһын,
Телең, балам, бал булһын,
Һөйгәнеңә ял булһын.
***
Ожмахты ла, тамуҡты ла
Кеше үҙендә йөрөтә.
Үҙ эше, һүҙе менән
Үҙ йөрәген ул
Йә туңдыра, йә иретә.
***
Тишек күңел ямалыр,
Аҡыллы бул, сабыр бул.
Күңелеңде йыуатырлыҡ
Ҡыуаныстар табыр бул.
***
Хатта ағыуҙан да
Алып була дарыу.
Иҫәрҙең дә хәбәре 
Була ала арыу.
***
Аҡыл өйрәт, кәңәш бир,
Аҡыллы булһа бала.
Аҡылһыҙҙа хәбәрҙәрең
Аяҡ аҫтында ҡала.
***
Үҙ-үҙеңде тыя алһаң,
Үҙ-үҙеңде тыя алһаң,
Бәхеткә асылыр ишек, 
Ишет, балам, шуны ишет!
***
Ҡыҙ-уланың тороуына
Табының әҙер булһын.
Өйөңә ҡояш булып
Һинең һөйөүең тулһын.
***
Йәнеңә яҡын йәндәр
Тартылһын йәшәр өйгә.
Ап-аҡ һөлгөң аҡ күңелдәй
Эленеп торһон сөйҙә.

Динә Талхина

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...